Мәктәптә үк Балалар сәнғәт мәктәбен фортепиано класы буйынса тамамланы. Мәсәғүт педагогия училищеһынан сыҡҡан белгес хеҙмәт эшмәкәрлеген балалар баҡсаһында музыка етәксеһе булып башланы. Балалар уны шунда уҡ яратты, уның дәрестәрен тын да алмай тыңлай. Бөтә күнекмәләр һәм байрамдар гөрләп уҙа, балалар ҡәнәғәт ҡала, ә ата-әсәләр һоҡланыуын йәшерә алмай.
Альбина Әшрәф ҡыҙы Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт асыҡ педагогия университетының Өфө филиалында белем алыуын дауам итте һәм уны тик “5” билдәләренә генә тамамланы. Район һәм республика кимәлендәге төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланы, өйгә дипломдар һәм бүләктәр менән ҡайтты.
Талантлы кешеләр тынғыһыҙ, улар үҙ идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн яңы мөмкинлектәр һәм юлдар эҙләй. Бөгөн Альбина балалар бейеү коллективтары менән шөғөлләнә. Улар менән ҡабатланмаҫ һәм иҫтә ҡалырлыҡ бейеүҙәр, флешмобтар ҡуя, төрлө республика һәм төбәк-ара конкурстарҙа ҡатнаша, призлы урындар яулай. Район Мәҙәниәт һарайында уҙған бер концерт та ул ҡуйған бейеүҙәрҙән тыш үтмәй.
Альбинаның педагогик копилкаһында күренекле кешеләр менән осрашыуға бәйле ижади проекттар ҙа бар. Күңел өсөн дә, эш өсөн дә йырҙар һәм музыка яҙа. Уның Мәсетле еренә арналған йыры барыһына ла таныш.
Тәрбиәләнеүселәре һәм коллегалары көсө менән хәйриә концерттарын ойоштороу ҙа матур йолаға әүерелгән. Алынған средстволар инвалид балаларға, хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам итеүгә йүнәлтелә.
Альбина Әшрәф ҡыҙын эшендә юғары баһалайҙар. Ул бик күп наградаларға эйә. Улар араһында Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы, Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы хакимиәтенең почет грамотаһы бар.
Ул – өс бала әсәһе. Тормош иптәше Фәнис менән балаларын изге традицияларҙа тәрбиәләйҙәр. Балалары эшһөйәр, изге күңелле, әҙәпле һәм өлкәндәргә ҡарата ихтирамлы.
Өлкән ҡыҙы Арина Ҡазан дәүләт архитектура-төҙөлөш университетын ҡала төҙөлөшө белгеслеге буйынса тамамлаған. Һөнәре буйынса шәхси компанияла эшләй. Мәктәптә әүҙем була, спорт менән шөғөлләнә, төрлө команда конкурстарында ҡатнаша, “4” һәм “5” билдәләренә уҡый. Фортепиано класы һәм һынлы сәнғәт буйынса Балалар сәнғәт мәктәбен тамамлай.
Улы Искәндәр – 11-се синыфта, спорт менән шөғөлләнә, яҡшы уҡый. Ул сәнғәт мәктәбенең еҙ тынлы музыка ҡоралы класын ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Район сараларында тынлы оркестрҙа ҡатнаша.
Кесе ҡыҙы Абигаль 6-сы класта уҡый. Матур уҡыусы, спорт, бейеү һәм нәфис һүҙ менән шөғөлләнә. Мәктәп олимпиадаларында, район һәм республика шиғыр һөйләүселәр конкурстарында, әсәһе етәкселегендәге ансамблдә бик күп диплом һәм грамоталар алған.
Яҙмышыма шундай күп яҡлы кешене осратҡаным өсөн рәхмәтлемен. Дуҫлығыбыҙ йылдары бик күп сағыу ваҡиғалар менән тулы. Етеп килгән юбилейың менән, әхирәтем! Тыныслыҡ, изгелек, мөхәббәт, уңыштар, яңы ижади проекттар!