Фәүзиәбеҙ 1964 йылдың 25 сентябрендә Мөьминә һәм Фәттәх Нафиҡовтар ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килә. Ете йәше тулғас, Йонос урта мәктәбенең беренсе класына бара. Фәүзиә яҡшы уҡыны, мәктәптең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашты, атай-әсәйгә лә өйҙә ярҙам итеп өлгөрҙө. Мәктәптән һуң Силәбе ҡалаһының сауҙа училищеһына уҡырға инде һәм бер йылдан сәнәғәт тауарҙары һатыусыһы һөнәренә эйә булды.
Хеҙмәт юлын тырыш туғаныбыҙ 1983 йылда Әбдрәхим ауылы магазинында һатыусы булып башланы, бер йылдан Йоноста универмаг асылды, һеңлебеҙ ошо магазинға күсеп, эшен дауам итте. Был ваҡыт эсендә үҙен талантлы һәм яҡшы хеҙмәткәр, намыҫлы һатыусы итеп күрһәтте, сөнки бындай эштә балалар менән дә, оло кешеләр менән дә яҡшы мөғәмәлә булырға, уларҙың теләктәрен үтәргә, асыҡ йөҙлө булырға кәрәк. Яҡыныбыҙҙың тырыш хеҙмәте хаҡында “Совет Башҡортостаны” гәзитендә мәҡәлә донъя күрҙе. Һатып алыусылар менән уртаҡ тел таба белгән туғаныбыҙға ауылдаштары ла яҡшы баһа бирә.
1985 йылда Йонос ауылынан класташы Әсләм Мөхәрәмов менән ғаилә ҡорҙо. Бына инде 39 йыл улар бәхетле пар булып йәшәй, балалары Илгиз менән Флүзәгә яҡшы тәрбиә биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар. Улдары Илгиз бөгөн Өфөлә төҙөлөш компанияһында эшләй, Флүзә – Нефтеюганск ҡалаһында тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы.
Фәүзиә Фәттәх ҡыҙы – хәстәрлекле өләсәй, яратҡан әсәй, матур, ыҫпай ҡатын, аҡыллы һәм ярҙамсыл туған. Ул – беҙҙең таянысыбыҙ, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер, изгелекле, ышаныслы.
Универмаг ябылғандан һуң Йонос ауыл советында бухгалтер булып эшләй башланы һәм әле лә иҫәп-хисап эшен дауам итә. Тырыш ғаилә Йонос һәм Әбдрәхим ауылдарында магазин тота, хужалыҡтары ла бай: һыйыр, тауыҡ, ҡаҙ, өйрәктәр аҫрайҙар. Баҡсала – ҡарағат ҡыуаҡтары, слива, алмағас, емеш-еләк, йәшелсә. Ихата, сәскәләргә күмелеп, тирә-яҡҡа нур сәсә. Туғаныбыҙ Йонос ауылы клубының үҙешмәкәр сәнғәтендә лә ҡатнашырға өлгөрә. Беҙ уның уңыштары менән ғорурланабыҙ, яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ.
Йонос ауылынан ҡәҙерле туғаныбыҙ ФӘҮЗИӘ ФӘТТӘХ ҡыҙы МӨХӘРӘМОВАны күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, быйылғы йыл иҫ киткес бәхетле, уңышлы булыу мөмкинлеге бүләк итһен, йөрәгеңдә һөйөү тағы ла нығыраҡ, көслөрәк дөрләһен, күңелеңде һәр саҡ йылы хистәр, шатлыҡ, аңлау һәм бәхет тойғоһо йылытһын. Ныҡлы һаулыҡ, бәхетле тормош, һәр эшеңдә сағыу мөмкинлектәр, муллыҡ теләйбеҙ. Атасаҡ таңдарың яҡшы яңылыҡтар, күңелле мәшәҡәттәр һәм һөйкөмлө йылмайыуҙар алып килһен!
Барлыҡ туғандары исеменән Гөлшат.