Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
23 Август , 11:50

30 йылдан ашыу тыуған яғы мәнфәғәтендә хеҙмәт итә

Ошо көндәрҙә Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе ышаныслы ғаилә башлығы, яратҡан ир, өлгөлө атай һәм олатай Илгиз Рәхимйән улы Мөхтәров юбилейын билдәләй.

30 йылдан ашыу тыуған яғы мәнфәғәтендә хеҙмәт итә
30 йылдан ашыу тыуған яғы мәнфәғәтендә хеҙмәт итә

Уның бөтә ғүмере намыҫлы хеҙмәт менән бәйле. 1986 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлап, атаһы Рәхимйән Мөхтәровтың юлын дауам итергә була һәм 8-се механизацияланған күсмә колоннаға мастер булып урынлаша. Шул ваҡыттан алып даими рәүештә һөнәре, оҫталығы буйынса квалификацияһын күтәреп, ҡайҙа ғына эшләһә лә яуаплылыҡтан ҡурҡмай, намыҫлы, теүәл, башҡарыусан булыуы менән айырылып тора.
1994 йылда Илгиз Рәхимйән улы Мәсетле торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеһының баш инженеры, Бер-ҙәм заказсы дирекцияһына директор итеп тәғәйенләнә. Һуңынан ун биш йыл Мәсетле юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығында производство-техник бүлек мастеры, инженер, баш инженер була. 2015 – 2021 йылдарҙа райондың мәғариф бүлегендә хужалыҡ-файҙаланыу контораһы етәксеһе һәм бер үк ваҡытта инженер-смета төҙөүсе вазифаһын башҡара.
Бер нисә йылдан уға Дыуан юл ремонт-төҙөлөш идаралығында етештереү-техник бүлеге инженеры вазифаһын тәҡдим итәләр, һуңынан Гидротехник ҡоролмаларҙы файҙаланыу идаралығында Төньяҡ зона буйынса бүлек начальнигы итеп тәғәйенләнә. “Ҡарағай” шифаханаһында хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгес булып эшләй. 2024 йылдан Салауат юл ремонт-төҙөлөш идаралығының Мәсетле участкаһында етештереү-техник бү леге инженеры вазифаһын башҡара. Юбилярҙы етәкселек, уның хеҙмәттәштәре һәм ауыл халҡы һәр саҡ ыңғай яҡтан ғына баһалай.
Илгиз Рәхимйән улы һәр ваҡыт хәрәкәттә. Ул баҡса үҫтерергә ярата, унда төрлө культуралар гөрләп үҫә, йыл да мул уңыш ала. Балыҡ ҡармаҡларға ла ярата ул.
Ҡатыны Лилиә менән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр, юғары белем бирҙеләр. Өлкән ҡыҙҙары Адель ғаиләһе менән Екатеринбург ҡалаһында йәшәй һәм эшләй, уртансы ҡыҙҙары – Санкт-Петербургта. Кесе ҡыҙҙары Рита – Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы, 8-се класты бишле билдәләренә тамамлап, уҙған уҡыу йылында “Йыл уҡыусыһы” район конкурсында абсолют еңеүсе булды.
Илгиз Рәхимйән улының әүҙем, етеҙ кеше икәнен дуҫтары һәм яҡындары яҡшы белә, ул энергияһы, эске донъяһы, тормошҡа ҡарашы менән һоҡландыра. Юбиляр арыу белмәй, һәр ваҡыт эҙләнеүҙәр өҫтөндә, яҡындарын да энергияһы менән дәртләндерә.

Ҡәҙерле ирем, атай-олатайыбыҙ, кейәүем ИЛГИЗ РӘХИМЙӘН улы МӨХТӘРОВты ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, артабан да әүҙем, маҡсатҡа ирешеүсән булып ҡал. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һин беҙҙең ышаныс һәм таяныс, яҡлаусы һәм һаҡлаусы. Тормош һуҡмағынан атлағанда көс-дәртең артһын, барыр юлдарың һикәлтәһеҙ, уңышлы булһын!
Изге теләктәр менән ҡатының Лилиә, балаларың, ейәнсәрең, ҡәйнәң.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ағайым, ҡайнағам, бабайыбыҙ ИЛГИЗ РӘХИМЙӘН улы МӨХТӘРОВты юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелеген күреп, балаларыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта тормош иптәшең Лилиә Камил ҡыҙы менән оҙон ғүмер кисерергә яҙһын. Таңдарың аяҙ булһын, бәхетле ғүмер, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйбеҙ.
60 йәш – ул ир-уҙаман өсөн
Иң матур мәл, йәшнәр саҡтарың.
Ҡеүәтләнеп алға ынтылған мәл,
Тура юлдан барған саҡтарың.
60 йәш – ул ир-уҙаман өсөн
Имәндәрҙәй ныҡлы мәлдәре.
Күңелеңдә булған бар теләктәр
Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен!
Ҡотлау менән ҡустың Ринат, киленең Зөләйха, туғандарың Розалия, Вилдан.

Автор: