Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
2 Июль , 09:00

Ҡояш ғүмере теләйем, әсәйем, һиңә!

Әсәй! Ниндәй генә телдә лә ул берҙәй яғымлы, берҙәй матур, тылсымлы яңғырай. Ер йөҙөндәге иң ғәзиз һүҙ был! Шул һүҙ менән баланың теле асыла.

Ҡояш ғүмере теләйем, әсәйем, һиңә!
Ҡояш ғүмере теләйем, әсәйем, һиңә!

Һәр кемдең дә иң яҡын кешеһе – әсәй. Әсәнең йомшаҡ ҡулдарын, мөләйем ҡарашын, яғымлы һүҙҙәрен бер нимә менән дә сағыштырып булмай. Әсә йөрәге – иң һиҙгере, тиҙәр. Унда балаға булған мөхәббәт хисе бер ҡасан да һүнмәй, һүрелмәй. Ошо яҙып үткән юлдарыбыҙҙы беҙҙең иң ҡәҙерле кешебеҙгә – Әбдрәхим ауылында йәшәүсе әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ Гөлзәминә Ғилметдиноваға бағышлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ бар тәбиғәт гөл-сәскәгә күмелгән йәмле июль айында Баймаҡ районының Алғаҙы ауылында донъяға килгән. Бала сағын һәм үҫмер йылдарын әсәйебеҙ ошо ауылда үткәргән. Әбделкәрим урта мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инә. Әсәйебеҙ ҡулына диплом алғас, Әбдрәхим ауылы егете, атайыбыҙ Ришат Мазһар улы менән татыу ғаилә ҡороп ебәрәләр, беҙгә, дүрт балаға, ғүмер бирәләр.
Бына инде 30 йылдан күберәк ҡәҙерлебеҙ Әбдрәхим ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Ул үҙенең эшен бик яратып башҡара. Уҡыусылары, коллегалары, ауылдаштары әсәйебеҙҙе хөрмәт итә.
Ҡәҙерлебеҙ – башҡаларға иғтибарлы, тыныс холоҡло кеше. Аш-һыуға оҫта, гөл-сәскәләр үҫтереүгә әүәҫ. Әсәйебеҙ, үҙебеҙҙе иҫләп-белгәндән бирле, бик тыйнаҡ, сабыр, ҙур йөрәкле, ярҙамсыл, уңған булып күҙ алдына баҫа, һәм был сифаттарын әлегәсә юғалтмаған. Йыуаш тәбиғәтле әсәйебеҙ бер ҡасан да әрләп, ҡурҡытып тәрбиәләмәне, ә уның үҙ миҫалы үрнәк булды беҙгә. Бәләкәй сағыбыҙҙа йомшаҡ, йылы ҡулдары менән сәстән һыйпап, "ҡолонсаҡтарым" тип тупылдатып арҡабыҙҙан һөйөүҙәре әле лә күңелебеҙгә йылылыҡ бирә һымаҡ. Беҙҙең өсөн ул – яҡты маяҡ, ҡояш нуры, йылылыҡ һәм мөхәббәт сығанағы.
Әсәйебеҙ 2 июлдә үҙенең ғүмер байрамын – 55 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Ҡәҙерлебеҙ, шул уңайҙан һиңә, иң мөһиме, һаулыҡ теләйбеҙ. Тормошобоҙға йәм өҫтәп, ғаилә усағын һүндермәйсә оҙаҡ йылдар атайыбыҙ менән бәрәкәтле ғүмер кисерегеҙ! Күҙҙәрең һәр саҡ балҡып торһон. Һиңә барыһы өсөн дә рәхмәтлебеҙ! Беҙ һине ныҡ-ныҡ яратабыҙ!
Был донъяла илаһи зат һин,
Рух, наҙ шишмәһе лә һин беҙгә.
Рәхмәтебеҙ хөрмәт булып ҡайтһын,
Гел йылмайып йәшә, мең йәшә!
Балалары.

* * *

Әбдрәхим ауылынан яратҡан ҡатыным, әсәй-өләсәйебеҙ, ҡәйнәм ГӨЛЗӘМИНӘ ҺИҘИӘТ ҡыҙы ҒИЛМЕТДИНОВАны 55 йәшлек ғүмер байрамы уңайынан тәбрикләп, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, күңелеңдән – тыныслыҡ, тәнеңдән – сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен, балаларыңдың һәр шатлығын, һәр көйөнөсөн үҙенә һыйҙырған йөрәгең бер ҡасан да борсолоуҙар белмәһен. Беҙҙең изгелекте күреп, атайыбыҙҙың терәк-таянысы, кәңәшсеһе, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта оҙаҡ йәшә!
Барлыҡ яҡындарың исеменән иң изге теләктәр менән ирең Ришат, ҡыҙың Нурзилә, улың Нәзир, ҡыҙың Гүзәлиә, улың Руслан, кейәүең Динислам, киленең Сөмбөл, ейәнсәрҙәрең Ҡарлуғас, Наҙгөл, ейәнең Ғайсар.
* * *
Әбдрәхим ауылынан хөрмәтле ГӨЛЗӘМИНӘ ҺИҘИӘТ ҡыҙы ҒИЛМЕТДИНОВАны – юбилейы, ГӨЛНАРА МИНДИБАЙ ҡыҙы ҒИЛМЕТДИНОВАны һәм бер йәшен тултырған АЙЛИТАны тыуған көндәре менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлеләребеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, күтәренке кәйеф, тыныс күк йөҙө, имен тормош теләйбеҙ. Алда бараһы юлдарығыҙ тигеҙ, һикәлтәһеҙ булһын, һәр көн күңелле тәьҫораттар, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына алып килһен. Эргәгеҙҙә бары яҡшы кешеләр генә булып, һөйөүҙәргә сорналып, бәхетле ғүмер кисерегеҙ!
Ҡотлау менән Альмира, Ринат, Әлфиә, Алмаз, Арсен, Олеся, Юра.
* * *
Хөрмәтле коллегабыҙ ГӨЛЗӘМИНӘ ҺИҘИӘТ ҡыҙы ҒИЛМЕТДИНОВА 55 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Коллегабыҙ 30 йылдан ашыу Әбдрәхим мәктәбендә балаларға белем бирә, шул уҡ ваҡытта оҙаҡ йылдар ошо мәктәптә етәксе вазифаһын да башҡара.
Уңған етәксе, оҫта уҡытыусы Гөлзәминә Һиҙиәт ҡыҙын юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һеҙгә тыныс, аяҙ көндәр, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләйбеҙ.
Тормошоғоҙҙағы матур ваҡиға –
Тыуған көнөгөҙ менән ҡотлайбыҙ.
Оҙон ғүмер, шатланып һәм һөйөнөп
Йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Донъялағы һәр бер яҡшылыҡтан
Өлөш сыҡһын Һеҙгә мул ғына.
Беҙ теләйбеҙ Һеҙгә аҡ бәхеттәр,
Шатлыҡтарға илткән юл ғына!
Иң изге теләктәр менән Әбдрәхим мәктәбе коллективы.
* * *
Әбдрәхим ауылында ғүмер итеүсе әхирәтебеҙ ГӨЛЗӘМИНӘ ҺИҘИӘТ ҡыҙы ҒИЛМЕТДИНОВА 55 йәшлек матур юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан беҙ уны ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Беҙҙең әхирәтебеҙ изге күңелле, ярҙамсыл, эшһөйәр, уңған, тынғыһыҙ, хәстәрлекле, асыҡ, ихлас күңелле. Беҙ уға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, эшендә уңыштар, шатлыҡ-ҡыуаныстар, бәрәкәтле имен тормошта оҙон ғүмер кисереүен теләйбеҙ. Иртәләрең – ҡояшлы, килер көндәрең – аяҙ, кистәрең – айлы, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс булһын, мәрхәмәтле йөрәгең арыу-талыу белмәһен.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Ағын һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта!
Ҡотлау менән ғаилә дуҫтары Зөлфиә, Фаил, Фирүзә, Азат.

Автор: