Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
28 Июнь , 14:25

50 йыл бергә ғүмер кисереү – ул оло бәхет һәм ҙур тырышлыҡ

Ғаилә тормошо юбилейы – ҙур ваҡиға. Балалар, ейән-ейәнсәрҙәр янында ошондай мөһим ваҡиғаны ҡаршы алыуҙан да ҙурыраҡ ҡыуаныс бармы икән?!

50 йыл бергә ғүмер кисереү – ул оло бәхет һәм ҙур тырышлыҡ
50 йыл бергә ғүмер кисереү – ул оло бәхет һәм ҙур тырышлыҡ

Халыҡ телендә был байрам “алтын туй” тип йөрөтөлә. Был осраҡлы түгел: алтын әкренләп, бөртөкләп сығарыла, ғаилә тормошо ла ярты быуат дауамында аҡрынлап, ҡәҙерләп төҙөлә.
Алтын туй ғаилә тормошонда яңы мөнәсәбәттәр этабының башы тип иҫәпләнә. Яңы Мөслим ауылынан Ғәбделйән һәм Гүзәлиә Мөслимовтар ғаиләһе шундай иҫәпте башланы.
Уларҙың йортона ингәндә үк бында бәхетле ғаилә йәшәүе һиҙелә. Хужаларҙың тыныс йылмайыуына, йылылыҡ бөркөлөп торған өйҙәренә ҡарап шундай фекергә киләһең. Мөслимовтар – ихлас, ҡунаҡсыл һәм һөйкөмлө пар.
Ир менән ҡатын бер-береһен бала саҡтан белә – бер ауылдан улар. Дүрт йыл осрашҡан йәштәр 1974 йылдың апрелендә туй үткәрә. Ошо ваҡыттан бирле күпме ғүмер үткән дә күпме һыуҙар аҡҡан, ә уларҙың күҙҙәрендә 50 йылдан һуң да шул уҡ мөхәббәт осҡоно яна.
Эшсән Ғәбделйән Ғәбделхаҡ улы ярты быуатҡа яҡын механизатор булып эшләй. Уның Жданов исемендәге колхоз идараһынан (һуңынан “Маяҡ” тип үҙгәртелә), партия район комитетынан һәм Башҡорт-остандың Ауыл хужалығы министрлығынан маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары бихисап. Ғаилә башлығының егәрлелеге тураһында социалистик ярыштарҙа еңеүсе таҫмалары һәм вымпелдары һөйләй. Барлыҡ наградалары араһында Ғәбделйән Ғәбделхаҡ улы өсөн иң ҡәҙерлеһе – “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеме.
Һәр ир-егеттең уңышы эргәһендәге ҡатын-ҡыҙға бәйле. Гүзәлиә Рәфҡәт ҡыҙы ла тормош иптәше өсөн ышаныслы тыл булып тора. Ул урындағы мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләй. Хужалыҡ, йорт эштәре һәм балаларҙы тәрбиәләү уның иңендә була.
– Хәләлем миңә һәр саҡ ярҙам итте. Механизатор эше ауыр һәм саңлы. Ҡайтыуыма ҡатыным көн һайын мунса яға, ә өйҙә өҫтәлдә һәр ваҡыт тәмле киске аш көтә торғайны, – тип һөйләй Ғәбделйән Мөслимов. – Ярҙамы өсөн Гүзәлиәмә рәхмәтлемен.
Хеҙмәттә һәм мәшәҡәттәрҙә Мөслимовтарҙың 50 йыл ғаилә тормошо һиҙелмәй ҙә үтә. Улар Альбина менән Юнир исемле ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙҙары 20 йылдан ашыу “Ҡарағай” шифаханаһында хеҙмәт итә, ә улдары атаһы юлынан китә – вахта ысулы менән Себерҙә тракторсы булып эшләй.
Ир менән ҡатын бөгөн – бәхетле өләсәй менән олатай: уларҙың Альмир, Камил һәм Ильназ исемле ейәндәре, ейәнсәрҙәре Самира бар. Байрамдарҙа ата-әсәләр, балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр ҙур табын янында йыйылырға ярата.
Ҡайтыр алдынан Гүзәлиә һәм Ғәбделйән Мөслимовтар оҙайлы ғаилә тормошо сере менән уртаҡлашты. Мөслимовтарҙың фекеренсә, иң мөһиме – бер-береңде аңлау, ярҙамлашып йәшәү һәм ихтирам. Улар әйтеүенсә, бергә оҙон ғүмер кисереү – ул оло бәхет һәм ҙур тырышлыҡ.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор: