Ошо көндәрҙә Әжекәй ауылынан хөрмәтле хеҙмәт ветераны Лилиә Әхләкова 90 йәшлек юбилейын билдәләне. Йөҙөнән яҡты нур бөркөлөп торған был изге күңелле инәй – тормош юлы ихлас хөрмәт тойғоһо уятҡан быуын вәкиле.
Юбилярыбыҙ Оло Аҡа ауылында Фатима һәм Кәшифулла Ғирфановтарҙың ишле ғаиләһендә һигеҙенсе бала булып донъяға ауаз һала. Атаһы бик иртә баҡыйлыҡҡа күсә, шуға күрә әсәһенә һәм балаларға бөтә көнкүреш ауырлыҡтарын үҙ иңдәренә йөкмәргә тура килә.
– Өлкән кластарҙа уҡыр өсөн элек түләргә кәрәк ине. 9-сы класта мәктәп директоры әсәйемдең аҡса түләмәгәне өсөн мине дәрестән ҡыуып сығарҙы. Класс етәксеһе Ангелина Анатольевна, юҡлығымды күреп ҡалып, артабан белем алырға ярҙам итте – уҡыуым өсөн ярты йыл үҙе түләп йөрөнө. Ошо яҡшылығы өсөн мин әле лә уға сикһеҙ рәхмәтлемен, – тип иҫенә төшөрә инәй. – Ә 10-сы класта уҡыу өсөн үҙем мәктәптә иҙән йыуып аҡса эшләнем.
Белемгә бындай көслө ынтылышты балаларҙа аталары тәрбиәләй. Ул мотлаҡ белем алырға кәрәклеген йыш иҫкәртеп тора.
Мәктәпте тамамлағандан һуң Лилиә Әхләкова Бөрө кооператив техникумына бухгалтер һөнәре буйынса уҡырға инә. Уны тамамлағас, йәш белгесте Теләш ауылына эшкә ебәрәләр. Һуңынан Әләгәҙгә күсә, шунда үҙенең буласаҡ ире Риза Әхләковты осрата ла инде. Ғаилә Әжекәй ауылында төпләнә.
Лилиә Кәшифулла ҡыҙы “Октябрҙең 40 йыллығы” колхозына баш бухгалтер булып эшкә урынлаша һәм 38 йыл ошо яуаплы вазифаны башҡара.
– Бер үк ваҡытта ситтән тороп Йоматау аграр техникумын тамамланым, – тип һөйләй ҡатын. – Ул саҡта беҙҙең ике балабыҙ бар ине инде, өҫтәүенә өсөнсөһөн көтә инек. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, мин атайымдың һүҙҙәрен иҫтә тоттом һәм төндәр буйы конспект артында ултырҙым.
Әхләковтар биш бала тәрбиәләп үҫтерә: Ришат, Дамира, Гөлнәзирә, Зөлфиә һәм Артур.
Хәҙер Лилиә Әхләкованың 20 ейән-ейәнсәре һәм 15 бүлә-бүләсәре бар. Улар менән бәйләнештә булыр өсөн оло йәштәге ҡатын балалары бүләк иткән заманса смартфон менән ҡулланырға өйрәнгән, видеобәйләнеш аша шылтыратып хәлдәрен белә, балалары бүләк иткән аҡыллы колонка менән файҙалана.
– Мин бик бәхетлемен, балаларым – минең ышанысым һәм таянысым. Ейәндәремдең, бүләләремдең уңыштарына һөйөнөп йәшәйем, – ти ул.
90 йәшлек юбилейын ҡаршы алған инәй яҡшы күрә, гәзит-журналдарҙы күҙлекһеҙ уҡый. Хәтере лә яҡшы: күп йылдар элек булған ваҡиғаларҙы һәм таныштарының, хеҙмәттәштәренең исемдәрен аныҡ хәтерләй.
Лилиә Кәшифулла ҡыҙы үҙ ғүмерендә тормоштоң төрлө ваҡиғалары яҙылған журналын ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һаҡлай. Шундай яҙмаларҙың береһен мәсеткә тапшырған. Унда мәсеттең һалыныу тарихы яҙылған.
Оло йәштәге инәй – дин юлында: намаҙ уҡый, ғәрәп телен белә, ауылда үткәрелгән дини сараларға ла саҡыралар.
Диана АБДРАХМАНОВА.