1959 йылдың 23 апрелендә Мәрйәм Ҡәниф ҡыҙы менән Фәғил Вәкил улы тормошонда мөһим ваҡиға була – улар ғаилә ҡора. Ошо көндәрҙә Зариповтар ғаиләһе 65 йыл бергә ғүмер итеү уңайынан тимер туйҙарын билдәләне.
Фәғил Зарипов Яңы Мөслим ауылында тыуып үҫкән. Бала һәм үҫмер сағы ауыр һуғыш йылдарына һәм һуғыштан һуңғы осорға тура килә. Ул йылдар ир-уҙамандың хәтерендә юйылмаҫ эҙ ҡалдыра. Атаһы Вәкил Зарипов Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була, әсәһе дүрт бала менән тол ҡала.
Фәғил Вәкил улы ете йәшенән үк колхозда эшләй, тракторсы һәм көтөүсе ярҙамсыһы була. Тормоштоң ауыр һынауҙарына бирешмәй, 11 класс белем ала, шулай уҡ Ямашта тракторсыға уҡый һәм армияла хеҙмәт итә. Армия хеҙмәте ваҡытында төрлө спорт ярыштарында ҡатнаша, айырыуса саңғы спортында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.
Демобилизациянан һуң тыуған ауылына ҡайтҡан егет колхозда тракторсы булып эшләүен дауам итә. Дәртләнеп эшләп йөрөгән Фәғилдең күңелендә ошо уҡ ауыл һылыуы йәш Мәрйәмгә ҡарата йылы хистәр уяна. Ҡыҙҙың да атаһы – фронтовик. Әсәһенә һигеҙ баланы бер үҙенә күтәрергә тура килә. Һуғыш тамамланғандан һуң күп тә үтмәй, атаһы Японияға ебәрелә.
– Атайым Сулея станцияһы аша үтеп барғанда яҡындары менән осрашыу мөмкинлеге булмауын бик үкенеп хәтерләй торғайны. Был уның өсөн һуғыштың үҙенән дә ауырыраҡ булған, – тип һөйләй Мәрйәм Зарипова. – Ул иҫән-һау әйләнеп ҡайтты, әсәйебеҙ менән беҙҙең шатлыҡтың сиге юҡ ине.
Мәрйәм Ҡәниф ҡыҙы ете синыфты тамамлап, бер йылдан урындағы почтала хеҙмәт юлын башлай, 35 йылдан ашыу шунда эшләй. Шунан һуң бер нисә йыл колхозда һәм мәктәптә хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыға.
Мәрйәм менән Фәғил Зариповтар өс улға ғүмер бүләк итә. Улар ата-әсәләре ярҙамында яҡшы белем алған, ғаилә ҡорған, тормошта үҙ юлын тапҡан.
Мөмкинлек сыҡҡан һайын балалары, ете ейән-ейәнсәре һәм алты бүлә-бүләсәре яҡындары янына ҡайта, байрамдарҙа ла, көндәлек тормошта ла иғтибарҙан ҡалдырмай, хәлдәрен белешеп, ярҙам күрһәтергә тырышалар.
– Балалар беҙгә бик ныҡ ярҙам итә, – тип уртаҡлаша ҡыуанысы менән Фәғил Зарипов. – Ә ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең булыу – үҙе бер ҙур бәхет. Улар тураһында бик оҙаҡ һөйләргә була.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн юбилярҙар бер нисә тапҡыр төрлө рәхмәт хаттары, почет грамоталары менән наградланған һәм “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ. Ә ғаилә башлығы өсөн иң ҡәҙерле награда – “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеме.
Ошо йылдар дауамында Зариповтар балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә генә түгел, уларҙың тормош юлында осрағандарҙың һәммәһенә лә яҡтылыҡ бүләк итә. Бер ниндәй һынауҙар ҙа, ауырлыҡтар ҙа уларҙы һындырмаған. Ир менән ҡатын ғүмер буйы бергә, бер-береһенә тоғро юлдаш булып ҡалған. Бөгөн дә улар эшһеҙ тора алмай, күңелдәренә хуш килгән шөғөл таба: йорт ҡоштары аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр.