Филиал студенттарының һәм уны тамамлаусыларҙың уңыштары юғары белем биреү сифатын һәм уҡытыусылар составының һөҙөмтәле эшләүен күрһәтә. Уҡыусылар төрлө кимәлдәге спорт ярыштарында, шулай уҡ республика һәм район профессиональ оҫталыҡ конкурстарында даими еңеү яулай. Яуланған үрҙәр колледж коллективын дәртләндерә, уңышһыҙлыҡтар иһә көсөргәнешле эшкә этәрә. Алда тағы ла күп тырышлыҡ талап иткән саҡырыуҙар һәм бурыстар тора.
1993 йылға тиклем Мәсетле районында йәштәрҙе һөнәри әҙерләү сикләнгән форматта алып барыла. Урта мәктәптәр базаһында 8 – 10-сы синыф уҡыусылары өсөн хеҙмәт дәрестәре уҙа, шулай уҡ ДОСААФ-та курстар эшләй. Әммә техник йыһазландырыу түбән, ә матди база – әхлаҡи яҡтан иҫкергән була. Уҡытыу бер-ике һөнәр буйынса ғына алып барыла. Районда 17-се Мәсәғүт урта профессиональ-техник училищеһының филиалы булыу был мәсьәләне тулыһынса хәл итмәй.
Мәктәпте тамамлаусылар-ҙың күбеһенә һөнәри белем алыу өсөн ҡалаларға һәм баш-ҡа райондарға китергә тура килә. 1990 йылдар башындағы көслө иҡтисади көрсөк шарттарында күп йәштәр өсөн белем алыу ауыр мәсьәләгә әйләнә. Мәсетле районының үҙендә һөнәри училище асыу кәрәклеге шик ҡалдырмай.
Район хакимиәте башлығы Атлас Камалов инициативаһы буйынса һәм 17-се Мәсәғүт урта һөнәри-техник училищеһы филиалы мөдире Сәғит Кәримовтың ҡатнашлығында 180 урынға иҫәпләнгән 153-сө һөнәрселек училищеһы асыла. Яңы училище рәсми рәүештә 1994 йылдың 18 апрелендә эш башлай, директор итеп Сәғит Кәримов тәғәйенләнә.
1995 йылда училищены “Ауыл төҙөлөшө оҫтаһы” һөнәре буйынса тәүге 17 белгес тамамлай. Ә киләһе, 1996 йылда, сығарылыш 82 кеше тәшкил итә, шул иҫәптән 14 ауыл төҙөлөшө мастеры, 46 ауыл хужалығы етештереү мастеры һәм 22 иретеп йәбештереүсе-тракторсы. 1997 – 2004 йылдарҙа уртаса йыллыҡ студенттар һаны 300-гә етә.
Училище, ә һуңынан колледж филиалы 30 йыл эсендә район иҡтисадының төрлө тармаҡтары өсөн меңәрләгән квалификациялы белгестәр әҙерләгән. Мәктәпте тамамлаусыларҙың күбеһе ҙур уңыштарға өлгәшкән һәм предприятие, ойошма, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре булып киткән.
Уҡытыу “Автомеханик”, “Иретеп йәбештереүсе”, “Ауыл хужалығы производствоһы тракторсы-машинисы” (А, В, С, Д, Е, F), “Ауыл хужалығы машиналарын һәм ҡорамалдарын ремонтлау буйынса слесарь”, “Автомобиль водителе” (“В,С” категориялары), “Тегеү ҡорамалдары операторы” һөнәрҙәре буйынса алып барылған.
2004 йылда “Өй хужабикәһе” һөнәре буйынса әҙерлек башлана (емеш-йәшелсә үҫтереүсе, ашнаҡсы). 2006 йылдан алып “Ашнаҡсы, кондитер” һәм “Ауыл хужалығында электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электромонтер” һөнәрҙәре буйынса уҡыта башлайҙар.
Төп эшмәкәрлек сиктәрендә хужалыҡ иҫәбе нигеҙендә эшсе кадрҙар әҙерләү ҙә алып барыла. Унда яңынан әҙерлек үтергә, квалификация күтәрергә йәиһә “В, С, Д, Е” категориялы водитель, автомобиль ремонтлау буйынса слесарь, тегенсе, ҡул менән иретеп йәбештереүсе, төрлө категориялы ауыл хужалығы производствоһы тракторсыһы, электрон хи-саплау машинаһы операторы, электромонтер, һатыусы, ашнаҡсы, экскаватор, бульдозер машинисы һөнәрҙәрен алырға мөмкин.
Училище бюджет нигеҙендә – 4000-дән ашыу, хужалыҡ иҫәбендә 5000-дән ашыу квалификациялы эшсе кадрҙар әҙерләгән.
2008 – 2009 уҡыу йылында училище тормошонда ҙур ваҡиға була: училище белем биреү өсөн бөтә талаптарға яуап биргән икенсе бинаға (элекке 1-се мәктәп бинаһына) күсә. Директор итеп Илшат Буранҡаев тәғәйенләнә.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2014 йылдың 29 октябрендәге 1134-се бойороғо менән 2015 йылдың апрелендә 153-сө һөнәрселек училищеһы Дыуан аграр техникумына ҡушыу юлы менән үҙгәртеп ҡорола.
Бөгөнгө көнгә училищеның статусы үҙгәргән һәм ул Башҡортостан Республикаһының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы Дыуан күп профилле колледжының филиалы булып тора. Унда 195 кеше белем ала.
2015 – 2019 йылдарҙа директорҙар – Владимир Дергачев, Сәғит Ғәйфуллин, Рөстәм Дистанов, әлеге ваҡытта филиалды Зөлфиә Бикташева етәкләй.
Хәҙер филиалда “Ашнаҡсы, кондитер”, “Ауыл хужалығы производствоһы мастеры” һәм “Ауыл хужалығында электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса мастер” һөнәрҙәрен алырға мөмкин. Шулай уҡ киләһе уҡыу йылында “Матурлыҡ индустрияһы технологияһы” һөнәре асыла.
2023 йылда филиал бинаһына капиталь ремонт үткәрелде, ошо маҡсатҡа 54 миллион 600 мең һум бүленде. Капиталь ремонт барышында бинала йылытыу һәм электр ҡорамалдары, иҙәндәр, эске һәм тышҡы канализация алмаштырылған, бүлмә ишектәре яңыртылған, баҫҡыс майҙансыҡтарында янғынға ҡаршы металл ишектәр ҡуйылған, башҡа эштәр ҙә башҡарылған.
Белем биреү йорто бөтөнләй үҙгәрҙе: яҡты, йылы, иркен кабинеттар, бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән ашнаҡсылар өсөн заманса лаборатория, яңыртылған спорт залы һәм туҡланыу блогы, дөйөм файҙаланыуҙағы уңайлы урындар. Хәҙер студенттарға яңыртылған бинала йәшәүе һәм белем алыуы уңайлы.
– Үҙгәрештәргә ҡарамаҫтан, уҡытыусылар һәм мастерҙар колледждың төп ҡиммәте булып тора. Бөгөн колледжда 12 уҡытыусы һәм 4 производствоға уҡытыу мастеры эшләй. Бөтә уҡытыусылар ҙа юғары белемле һәм күп йыллыҡ эш тәжрибәһенә эйә, – тип һөйләй филиал мөдире.
Әлеге ваҡытта коллективта тәжрибәле педагогтар тупланған. Улар үҙ эшен бөтә күңеле менән яратҡан, белемдәрен йәш быуынға тапшырыу өсөн ваҡытын йәлләмәгән Роза Терентьева, Зөлфиә Бикташева, Вәсилә Сәфиуллина, Эдуард Мөфлиханов, Фәрит Мөхәмәтов, Басир Дилмөхәмәтов, Дилә Әйүпова, Гөлнур Исламова, Рудик Ғарифуллин, Ренат Әхмәтйәнов һәм производствоға өйрәтеү мастерҙары Вәис Ваһин, Әлфиә Сибәғәтуллина, Ринат Вәлиев.
– Һәр хеҙмәткәр, егет һәм ҡыҙҙарҙы тәрбиәләү һәм уҡытыуҙың дөйөм эшенә үҙ өлөшөн индереп, ҡушылған участкала намыҫлы эшләй, – ти Зөлфиә Бикташева.
Филиал ветерандары ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай – Сәғит Кәримов, Дания Ҡорбанова, Рәсүл Әхмәҙуллин, Рәйлә Әфләтунова һәм башҡалар. Уларҙы һөнәри байрам көндәрендә һәм башҡа иҫтәлекле дата айҡанлы ойошторолған сараларға саҡыралар.
Белем биреү учреждениеһы тураһында һүҙ йөрөткәндә, студенттарҙы ла иҫкә алмау мөмкин түгел, улар районда үткәрелгән барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, ирекмәнлек эше менән шөғөлләнә, “Юнармия” берләшмәһе лә филиал уҡыусыларынан тора. Шулай уҡ республика һәм Рәсәй кимәлендәге конкурстар-ҙа һәм ярыштарҙа уҡыу йортоноң, район намыҫын лайыҡлы яҡлайҙар.
Һөнәри белем учреждениеһы уҡыу оҫтаханаларының техник базаһын яңыртырға, заманса техника менән йыһазландырырға планлаштыра. Был белем биреү программалары исемлеген киңәйтергә һәм буласаҡ белгестәр әҙерләү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ колледж биләмәһен төҙөкләндереү ҡаралған.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.