Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлағандан һуң, Альберт Рәфҡәт улы туған мәктәбенә физика һәм математика фәндәрен уҡытырға ҡайта. Уның педагогик хеҙмәт стажы – 38 йыл. 1991 йылда педагог директор итеп тәғәйенләнә.
– Остазым – мәктәп мөдире һәм математика уҡытыусыһы Фликза Хәбиб ҡыҙы Нәсибуллина. Ул миңә, йәш белгескә, ярҙам күрһәтте, бай педагогик тәжрибәһе менән уртаҡлашты, – тип һөйләй Альберт Рәфҡәт улы.
Яңы директор белем биреү процесы шарттарын яҡшыртыуға ҙур өлөш индерә. Элек мәктәп күмер менән йылытыла, яғыулыҡты Красноуфимск ҡалаһынан ташыйҙар, бина һыуыҡ була. Альберт Зиганшин инициативаһы буйынса ҡаҙанлыҡ төҙөлә, ағас тәҙрәләр пластик тәҙрәләргә алмаштырыла.
Мәктәп директоры матди-техник базаны нығыта: ҡыйыҡ яңыртып ябыла, гараж һәм йәшелсә һаҡлағыс төҙөлә. Мәктәп янындағы ҙур участкала йыл әйләнәһенә йылытылған теплица ҡуйыла, унда ҡыяр үҫтерәләр. Уңышты йылына ике тапҡыр йыйып алалар һәм мәктәп ашханаһын йәшелсә менән тәьмин итәләр, ә артып ҡалғанын ауыл хужалығы йәрминкәһендә һаталар.
Яңы Мөслим мәктәбе күп йылдар дауамында яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса беренсе урын ала. Бында уҡыу йорто директорының да ҡаҙанышы ҙур.
Альберт Рәфҡәт улы белем биреү учреждениеһы етәксеһе бурысын уңышлы үтәп кенә ҡалмай, физиканан да уҡыта, юғары категорияға эйә. Уның уҡыусылары – район олимпиадалары призерҙары. Альберт Зиганшин күп йылдар физика уҡытыусыларының район методик берекмәһен етәкләй.
Маҡсатҡа ынтылыусан, ныҡышмалы, уңған, яуаплы, үҙенә һәм тирә-йүндәгеләргә ҡарата бик талапсан – етәкселәре тураһында коллегалары шулай ти.
– Мин балаларҙы бик яратам, беҙҙең эштә унһыҙ булмай. Уларҙы намыҫлы, ғәҙел һәм изге күңелле булырға өйрәтәм. Хеҙмәтемдең һөҙөмтәләрен күреүемә бик шатмын, – ти Альберт Рәфҡәт улы.
Үҙенең эшенә ул күп көсөн һала һәм ваҡытын бүлә. Быға Альберт Зиганшиндың 1989 һәм 1993 йылдарҙа БР Мәғариф министрлығының маҡтау грамоталары, “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” (1997 йыл) һәм “Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре” (2012 йыл) билдәләре менән наградланыуы дәлил булып тора. Ошо көндәрҙә Альберт Рәфҡәт улы юғары дәүләт наградаһына лайыҡ булды – “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” исеме бирелде.
Бөтә башланғыстарында һәм эштәрендә уны Яңы Мөслим мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләгән яратҡан ҡатыны Эльвира Ғабдулла ҡыҙы хуплай. Ғаиләне тыуған ауылында ғына түгел, тотош район халҡы ихтирам итә. Зиганшиндар улдары Денис менән ҡыҙҙары Элинаны тәрбиәләп үҫтереп, уларға тормошта үҙ юлдарын табырға, юғары белем алырға ярҙам иткән. Хәҙер балалары Өфө ҡалаһында йәшәй.
– Ишле ғаиләнән мин. Беҙҙе бер-беребеҙгә һәр ваҡыт ярҙам итергә өйрәтеп үҫтер-ҙеләр. Бына әле лә туғандарым менән бесән әҙерләүҙә, баҡса эштәрендә бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, байрамдарға һәм тыуған көндәргә йыйылабыҙ – был беҙҙең ғаилә йолаһы, – ти Альберт Рәфҡәт улы.
Зиганшиндарҙың йорто иркен. Төҙөк ҙур ихаталары, йәшеллеккә һәм сәскәләргә күмелеп, тирә-яҡҡа йәм бирә. Буш ваҡытында ғаилә башлығы бәшмәк һәм еләк йыйырға, баҡсала эшләргә ярата.
Коллектив етәксеһе булыу – ҙур бурыс, һәм Альберт Рәфҡәт улы уны уңышлы алып бара.
Екатерина ӘМИРОВА.
* * *
Яңы Мөслим ауылынан ҡәҙерле һәм яратҡан тормош иптәшем, әтиебеҙ АЛЬБЕРТ РӘФҠӘТ улы ЗИГАНШИНды ысын күңелдән матур байрамы – 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Сәләмәтлегең ныҡлы, көндәрең ҡояшлы, бәхеттәрең мул булһын. Һөйөп-һөйөлөп, һәр миҙгелгә ҡыуанып, имен һәм мул тормошта йәшә. Һинең тормош юлың бик матур, күптәр өсөн үрнәк булып тора. Күп йылдар инде һин мәктәпте үҫтереү өсөн яуаплы һәм намыҫлы эшләйһең, үҙеңә ышанып тапшырылған барлыҡ бурыстарҙы үтәйһең һәм яҡшы һөҙөмтәләргә ирешәһең, һәр ваҡыт кешеләргә ярҙам итергә тырышаһың. Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ! Һиңә булған рәхмәттәребеҙҙе, күңелдәге теләктәрҙе һүҙ менән генә әйтеп бирергә мөмкин түгел, улар икһеҙ-сикһеҙ. Һинең кеүек миһырбанлы, меңдәргә үрнәк булырлыҡ, саф күңелле кешеләр бик һирәктер. Һин беҙҙең таяныс та, ышаныс та, яҡлаусыбыҙ ҙа, һаҡлаусыбыҙ ҙа. Мең рәхмәттәр уҡып, оҙон ғүмер теләйбеҙ һиңә, ҡәҙерлебеҙ.
Һинең барлығыңды тойоп йәшәү
Был донъяла бик рәхәт.
Ҡәҙерленең-ҡәҙерлеһе бит һин,
Барыһы өсөн дә һиңә ҙур рәхмәт.
Һин бит – беҙҙең өйҙөң йәме,
Беҙҙең өсөн оло бер терәк.
Тыныс йәшә әле, сәләмәт бул,
Һин бит әле беҙгә бик кәрәк!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, балаларың.
* * *
Яңы Мөслим ауылынан ҡәҙерле туғаныбыҙ АЛЬБЕРТ РӘФҠӘТ улы ЗИГАНШИНды ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һиңә артабан да көслө рухлы, дәртле булып ҡалыуыңды, яҡындарыңа шатлыҡ һәм күңел йылыңды өләшеп йәшәүеңде, тормош юлыңда тик уңыштар ғына юлдаш булыуын теләйбеҙ. Барлыҡ уй-хыялдарың тормошҡа ашһын. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ һәм һиңә һоҡланабыҙ. Сәләмәт һәм бәхетле бул.
Оҙон ғүмер, яҡты, матур тормош,
Бәрәкәтле, ҡотло миҙгелдәр
Беҙ теләйбеҙ һиңә, ҡәҙерлебеҙ,
Яҡын булһын бары күңелдәр!
Иң изге теләктәр менән апайың Дания, һеңлең Лариса һәм уның балалары.
* * *
Яңы Мөслим ауылынан ҡәҙерле туғаныбыҙ АЛЬБЕРТ РӘФҠӘТ улы ЗИГАНШИНды ысын күңелдән күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ауыл халҡының, коллегаларының һәм яратҡан уҡыусыларының хөрмәтенә лайыҡ олпат йәшкә еткән туғаныбыҙға бөтмәҫ көс-дәрт, рух ныҡлығы, еңел булмаған, әммә изге һәм мөһим эшендә уңыштар, яңы үрҙәр яулауын, ныҡлы сәләмәтлек, үҙен яҡшы тойоуын, бәхет-шатлыҡтарҙа оҙон ғүмер кисереүен теләйбеҙ. Һинең тормошоң тик яҡшы хәбәрҙәр, ҡыуаныслы хәл-ваҡиғалар менән тулы булһын. Балаларығыҙҙың, ейәндәрегеҙҙең, туғандарығыҙҙың һәм дуҫтарығыҙҙың һөйөүендә һәм хәстәрлегендә ғүмер кисерегеҙ. Һеҙҙең татыу һәм ныҡлы ғаиләгеҙ – беҙҙең барыбыҙ өсөн дә өлгө. Беҙ һеҙҙе яратабыҙ һәм һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!
Иң изге теләктәр менән
Рәфис абыйың, Гүзәл апаң.
Яңы Мөслим ауылынан ҡәҙерле иркәм, абыйыбыҙ, дәү әтиебеҙ АЛЬБЕРТ РӘФҠӘТ улы ЗИГАНШИНды ысын күңелдән юбилейлы тыуған көнө – 60 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Уға сәләмәтлек, яуаплы эшендә ҙур уңыштар, балалар шатлығы, киленебеҙ, еңгәбеҙ менән тигеҙлектә ғүмер кисереүҙәрен, туғандарының ихтирамын тойоп йәшәүен теләйбеҙ.
Бөгөн – һинең тыуған көнөң,
60 йәшлек тантана.
Юбилейыңда һинең менән
Дуҫ-туғандар шатлана.
Барыбыҙ ҙа ысын күңелдән
Бәхет-шатлыҡ теләйбеҙ.
Алдағы көндәрең дә
Шатлыҡтарға бай булһын.
Көслө рух, һүнмәҫ йәшәү дәрте
Һәр ваҡыт юлдаш булһын!
Иң изге теләктәр менән апайың Гүзәлиә, еҙнәң Ғәптелйән һәм беҙҙең балалар – Рәхмәтуллиндар, Мөслимовтар ғаиләләре.
* * *
Яңы Мөслим ауылынан ҡәҙерле туғаныбыҙ АЛЬБЕРТ РӘФҠӘТ улы ЗИГАНШИНды ысын күңелдән 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һөйөклө туғаныбыҙға артабан да әүҙем тормош алып барыуын, ҡыҙыҡлы һәм тулы тормош менән йәшәүен теләйбеҙ. Сәләмәтлегең ныҡлы, ғаилә именлеге тотороҡло, тормошоң матур, сағыу мәлдәр менән тулы булһын. Бәхетле бул, яҡын кешеләрең һәм дуҫтарыңдың һөйөү-хөрмәтендә йәшә.
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Матур булып атһын таңдарың.
Рәхәт йәшә, изгелеге ҡайтһын
Һин үҫтергән һәр бер балаңдың.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә!
Иң изге теләктәр менән Хәкимовтар һәм беҙҙең балалар – Нуритдиновтар һәм Әсбаповтар.
* * *
Хөрмәтле АЛЬБЕРТ РӘФҠӘТ улы ЗИГАНШИНды ысын күңелдән олпат юбилейы – 60 йәшлек ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ.
Артабан да хеҙмәт юлы-ғыҙҙы алдынғы ҡарашта, позитив кәйеф менән, тирә-йүндәге хәлдәрҙең ыңғай һәм матур мәлдәренә ҡыуанып дауам итегеҙ. Һеҙҙең тәрән аҡыл һәм туплаған ҙур эш тәжрибәһе артабан да хеҙмәт юлығыҙҙа уңыштар алып килһен. Һеҙгә бөтмәҫ көс-ҡеүәт, яҡшы кәйеф, именлек һәм муллыҡ теләйбеҙ.
60 йәшкә еткән ир-егеттәр
Ил ағаһы тигән дан ала.
Ҡылған ғәмәлдәре өлгө була,
Әйткән һүҙе хаҡлыҡ һанала.
60 йәш – ул ир-уҙаман өсөн
Имәндәрҙәй ныҡлы мәлдәре.
Күңелдәрҙә булған бар теләктәр
Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен!
Ҡотлау менән Яңы Мөслим мәктәбе коллективы.
* * *
Ҡәҙерле һәм хөрмәтле АЛЬБЕРТ РӘФҠӘТ улы ЗИГАНШИНды ысын күңелдән 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Юбилярға рух ныҡлығы, йәшлек дәртен һүндермәй, алдағы тормош һуҡмағынан ныҡлы баҫып атлауын теләйбеҙ. Ғаиләгеҙ Һеҙҙе хәстәрлеге һәм һөйөүе менән ҡыуандырып торһон, ә тормош юлында тик ысын дуҫтар юлдаш булһын. Ныҡлы сәләмәтлек, барлыҡ эшегеҙҙә лә уңыштар, бәхет-ҡыуаныстар теләйбеҙ!
Ҡотлау менән Азат, Илшат Хәсәновтар һәм уларҙың ғаиләләре.