Мәсетле тормошо
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
18 Март , 09:45

Һөйөү хисен сайпылтмай

Борғатья ауылынан Мәрйәм һәм Зәбир Саҙиҡовтар 60 йылдан ашыу тормош һуҡмағынан бергә атлай һәм бөгөн ауылдаштары араһында оло хөрмәткә лайыҡ пар булып торалар.

Һөйөү хисен сайпылтмай
Һөйөү хисен сайпылтмай

Оҙаҡ йылдар бергә ғүмер кисергән пар бөгөн дә бер-береһенә ҡарата ғәжәп наҙҙы һәм ихтирамды юғалтмаған. Ихлас, алсаҡ йөҙлө, бер-береһе тураһында һөйләгәндә улар балҡып китәләр.
Зәбир Закир улы Борғатья ауылында тыуған һәм үҫкән, ошонда уҡ 4 класс тамамлаған. Тормош шарттары арҡаһында артабан белем алыу мөмкин булмай. Алма-Ата ҡалаһында элемтә ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Шунда ул заводта эшләп йөрөгән Учалы районы Сораман ауылы ҡыҙы Мәрйәм Талип ҡыҙын осрата. Ҡыҙ ҙа 6 класс ҡына тамамлаған, үҫмер сағында уҡ өлкәндәр менән бер тиң эшләй башларға тура килә уға ла.
Саҙиҡовтар дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән, улар бөгөн үҙ ғаиләләре менән донъя көтә. Ғаилә парының алты ейән-ейәнсәре бар, шулай уҡ улар дүрт бүлә-бүләсәре өсөн яратҡан өләсәй һәм олатай.
Ир менән ҡатын күптән инде хаҡлы ялда. Уларҙың намыҫлы хеҙмәт юлы бик күп маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнгән, шулай уҡ “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡтар. Ғаилә башлығы “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән, 1988 йылда “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” тип табыла.
Саҙиҡовтар өсөн ғаилә матди байлыҡтан һәр саҡ өҫтөн тора. Алтмыш йыл эсендә ниҙәр генә күрмәгән улар: тормош һынауҙарын бергәләп еңгән, бер-береһенә терәк булып, килеп тыуған мәсьәләләрҙе кәңәшләшеп хәл иткән. Ниндәй генә хәлдәрҙә лә улар һөйөүҙәренә тоғро ҡалған.

Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Автор: