Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
5 Март , 11:40

Көслө рухлы хеҙмәт ветераны

95 йәш – оло хөрмәткә лайыҡ юбилей. Маҡтаулы хеҙмәт юлдары артта ҡалған, балалар һәм яҡындар янында бәхетле ғүмер кисерелә.

Көслө рухлы хеҙмәт ветераны
Көслө рухлы хеҙмәт ветераны

Яңы Мишәр ауыл биләмәһендә оло йәштәге хөрмәтле ауылдаштарҙы ҡотлау йолаһы дауам итә. Юбилярҙарҙың береһе – Яңы Мишәр ауылының почетлы гражданы Ғабдулла Камалов.
Өлкән быуын кешеләренең күбеһе кеүек үк, ул да еңел булмаған тормош юлын үтә. Намыҫлы хеҙмәте менән ихтирам һәм абруй яулай. Ябай ауыл кешеһе үҙ ғүмерендә шатлыҡ-ҡыуаныстарын да, ҡайғы-хәсрәтен дә татый. Яҙмышы ул йылдарҙа йәшәгән күп кешеләрҙең яҙмышына оҡшаш.
95 йәшендә юбиляр ғәжәйеп аҡыл асыҡлығын һәм тормошҡа һөйөүен һаҡлап ҡалған. Үҙенең бала, үҫмер сағын, һуғыш йылдары һәм һуғыштан һуңғы йылдар ауырлыҡтарын яҡшы хәтерләй. Бөтә был һынауҙар йәш Ғабдулланың рухын нығыта.
Йәш сағынан алып хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем тыуған ерендә эшләй. Тәүҙә – Фрунзе исемендәге колхозда, һуңынан “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте итеп үҙгәртелгән хужалыҡта хеҙмәт юлын дауам итә. Ғабдулла Камалов төрлө йылдарҙа водитель, механик, келәт һәм ферма мөдире вазифаларын башҡара. “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ. Тормош иптәше менән никахта һигеҙ бала тәрбиәләп, белем алырға мөмкинлек бирәләр. Хәҙер ул Мәҡсүт улы һәм килене тәрбиәһендә ғүмер кисерә.
Бөгөн юбиляр – ауырлыҡтарҙы лайыҡлы үтеп, ҡәҙерле булып йәшәгән хөрмәтле тыл ветерандарының береһе. 95 йәште күреү бәхете һәр кемгә бирелмәгән. Юбиляр һәр иртә доғалар уҡып, ҡартлығының тыныслығына һөйөнә.
Ветерандарҙы хәстәрләү – ауыл хакимиәте алдына ҡуйылған мөһим бурыстарҙың береһе. Яңы Мишәр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Баймөхәмәт Ғүмәров юбиляр-ҙы ҡотлап, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Шулай уҡ уны ветерандар советы рәйесе Вәсимә Рәшитова һәм ауылдың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡотланы.

Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Автор: