Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
4 Март , 12:10

Йәшәү рәүеше – остазлыҡ

1 мартта, Оло Ыҡтамаҡ лицейының инглиз теле уҡытыусыһы, гүзәл ханым Зөһрә Михайлова үҙенең күркәм юбилейын билдәләне.

Йәшәү рәүеше – остазлыҡ
Йәшәү рәүеше – остазлыҡ

Иғтибарлы, ярҙамсыл, аҡыллы, ғәҙел. Үҙ эшен яҡшы белгән, төплө белем биргән уҡытыусы – тап шулай ти уның хаҡында коллегалары, уҡыусылары һәм ата-әсәләр. Зөһрә Зыяфетдин ҡыҙының ысын уҡытыусыға хас бөтә сифаттары ла бар: талант, күңел йылыһы, тышҡы матурлыҡ, аҡыл, һиҙгерлек, түҙемлек һәм бөтмәҫ энергия, предметты яҡшы белеү, оҫталыҡ һәм эрудиция. Ул ғүмерен яратҡан һөнәренә бағышланы – уҡыусыларға инглиз теле серҙәрен төшөнөргә ярҙам итә. Остаз һәр балаға шәхсән ҡараш таба белә, уҡыусыларын шәхес итеп тәрбиәләү өсөн бар көсөн һәм энергияһын бирә. Дәрестәрендә балалар изгелекле булырға, бер-береһен ихтирам итергә өйрәнә. Педагогик эшмәкәрлеге йылдарында Зөһрә Михайлова күп быуын сығарылыш уҡыусыларын изге күңелле, талантлы итеп тәрбиәләп сығарҙы.
Мөләйемлеге, һөйкөмлөлөгө, күңел ябайлығы – Зөһрә Зыяфетдин ҡыҙын айырып торған сифаттары. Уның киң күңелле булыуы, аралаша белеүе, дуҫтарса мөнәсәбәте үҙе менән эшләгән кешеләрҙә хөрмәт уята. Ул дәртләндерә, төрлө хәлдәрҙә яңылыҡты күрә белә һәм һәр ваҡыт йәштәргә ярҙам итергә әҙер. Үҙенең эшенә һәм уҡыусыларға булған һөйөүен берләштереп, үҙенең эргәһендәгеләргә рухи байлығын, күңел йылыһын йомарт өләшә.
Зөһрә Михайлова лицейҙа 1993 йылдан алып эшләй. Уҡыусылары инглиз теленән яҡшы белем ала һәм дәүләт йомғаҡлау аттестацияһында юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. 2020 йылда уҡыусыһы Зарина Әмирова инглиз теленән берҙәм дәүләт имтиханында 98 балл йыйҙы һәм үҙенең уҡытыусыһы өлгөһөндә Башҡорт дәүләт педагогия университетының сит телдәр факультетында уҡыуын дауам итә. Анастасия Меркулова 97 балл йыйҙы. Йыл һайын уның уҡыусылары инглиз теле буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының муниципаль этабында һәм Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының Бәләкәй фәндәр академияһы сиктәрендә тикшеренеү эштәре конкурсында еңеүсе һәм призер булып торалар. 2019 – 2020 уҡыу йылында Зарина Әмирова, Камилла Ғайсина һәм Анастасия Меркулова Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының республика этабында призлы урындар яуланы. 2020 – 2021 уҡыу йылында Анастасия Меркулова үҙенең белемен раҫланы һәм йәнә инглиз теле буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабында призер булды.
Шулай уҡ төрлө йылдарҙа муниципаль кимәлдә еңеү яулаған Гөлфиә Абдрахманова, Диана Ғәлиуллина, Вилиә Әфризунова, Диана Ғиздуллина, Иван Накоряков, Никита Михайлов, Динар Хәйруллин һәм Ольга Худякованы билдәләп үтергә кәрәк.
Зөһрә Зыяфетдин ҡыҙы инглиз теле буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһы район этабының эксперттар комиссияһы составында тора, БР Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы эксперты. Лицей һәм муниципаль кимәлдәге асыҡ сараларҙа үҙ эшенең тәжрибәһе менән даими уртаҡлаша.
Шулай уҡ уның “Алдынғы педагогик тәжрибә менән уртаҡлашыу” мәҡәләһе (2015 йыл), “Күңелле дәрестәр” дәресе (2013 йыл, Волгоград ҡалаһы), “Инглиз теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү алымдары” эш тәжрибәһе (2019 йыл), “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында “Уҡыусыларҙың тормош маршрутын һайлағанда педагогик оҙатыу буйынса модель булдырыу” тигән мәҡәләһе (2019 йыл) донъя күргән.
Мәсетле районы мәғариф бүлегенең Почет грамотаһы, “Мәғариф мөхите-2010” XII Бөтә Рәсәй форумы дипломы (Мәскәү ҡалаһы), Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, “Йыл уҡытыусыһы-2014” рай-он конкурсы еңеүсеһе.
Юбиляр педагог тураһында бик күп һөйләргә була. Сөнки 30 йылдан ашыу педагогик эшмәкәрлек осоронда ул байтаҡ быуын уҡыусыларын әҙерләп сығарҙы. Зөһрә Зыяфетдин ҡыҙы “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” һәм “Рәсәй Федерацияһы мәғариф өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре” исемдәренә лайыҡ, бик күп грамоталар менән бүләкләнгән, әммә уның төп наградаһы – сығарылыш уҡыусыларының ҡаҙаныштары, ата-әсәләрҙең һәм уның менән эшләгән педагогтарҙың рәхмәт һүҙҙәре.

Автор: