Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
26 Февраль , 09:15

Балаларҙы тәрбиәләүгә күңел йылыһын һала

Ошо көндәрҙә Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе маҡтауға лайыҡ ҡатын, һәләтле тәрбиәсе Зимфира Әмироваға 50 йәш тула.

Балаларҙы тәрбиәләүгә күңел йылыһын һала
Балаларҙы тәрбиәләүгә күңел йылыһын һала

Зимфира Сәғитйән ҡыҙы 26 февралдә Ҡырмыҫҡалы районының Ҡояш ауылында тыуған. Һәүәләй урта мәктәбен тамамлаған. 1991 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институты педагогика һәм башланғыс белем биреү методикаһы факультетының татар бүлегенә уҡырға инә. Башланғыс класс уҡытыусыһы һөнәрен алып, Өфө ҡалаһының 36-сы урта мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай.
2000 йылда Зимфира Әмирова Мәсетле районы егете менән яҙмышын бәйләй. Яңы Мөслим урта мәктәбенә татар теле уҡытыусыһы һәм вожатый булып эшкә урынлаша. Бер йылдан Оло Ыҡтамаҡ лицейына татар теле уҡытыусыһы булып күсә. Артабан Зимфира Сәғитйән ҡыҙы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында хеҙмәт юлын дауам итә, 2013 йылдан “Светлячок” балалар баҡсаһында эшләй.
Зимфира Әмирова – белемле педагог. Ул балалар коллективын оҫта ойоштора, унда изгелек һәм дуҫлыҡ мөнәсәбәте булдыра, балаларҙың һәләтен күрә белә һәм сабыйҙарҙың үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, уларҙың үҫешенә көс һала. Үҙ эшендә заманса педагогик программалар һәм мәғлүмәт технологияларын ҡуллана. Уның тәрбиәләнеүселәре төрлө кимәлдәге ижади, интеллектуаль конкурстарҙа ҡатнаша. Балаларҙың уңыштары өсөн педагог бер нисә тапҡыр грамоталар һәм дипломдар менән наградланды. Ата-әсәләр балалар баҡсаһы һәм төркөм тормошона әүҙем йәлеп ителә.
Зимфира Әмирова инициативалы булыуы, эшкә ижади ҡарашы менән айырылып тора. Ул тәрбиәләнеүселәрҙең балалар баҡсаһында булыуын уңайлы итеү өсөн йыш ҡына яңы конструктив идеялар тәҡдим итә. Педагог юғары һөнәри оҫталығынан тыш, маҡсатҡа ынтылышы, намыҫлы булыуы, уңғанлығы һәм яуаплылығы менән маҡтаулы.
Зимфира Сәғитйән ҡыҙы һәр саҡ алсаҡ, балалар менән итәғәтле, ата-әсәләр араһында абруй һәм ихтирам яуланы. Һәр баланы ул аҡыллы, лайыҡлы һәм көслө кеше итеп күрә, уларҙы тәрбиәләүгә күңел йылыһын һала. Тәрбиәләнеүселәренең ата-әсәләре педагог хаҡында, ул – изге күңелле, аңлаусан, хәстәрлекле тәрбиәсе, төркөмдә һәр ваҡыт өйҙәгесә йылы мөхит, тип билдәләй.
Тормош иптәше Рәнис Феликс улы менән ҡыҙҙары Заринаны тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Зарина бөгөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының сит телдәр факультетында уҡый.
Зимфира Сәғитйән ҡыҙына балаларҙы мәктәпкә әҙерләгәндә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәне өсөн рәхмәт белдерелде, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә күп йыллыҡ һөҙөмтәле хеҙмәте, ҡаҙаныштары өсөн район мәғариф бүлеге грамотаһы менән бүләкләнде.
* * *
Яратҡан ҡатыным һәм ҡәҙерле әсәйем ЗИМФИРА СӘҒИТЙӘН ҡыҙы ӘМИРОВАны күркәм байрамы – 50 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Бөгөн һин матур ғүмер байрамыңды билдәләйһең. Һинең беҙгә ҡарата наҙың, һөйөүең беҙҙе илһамландыра, эргәңә тартып тора. Һинең тоғролоғоң, изге күңелле булыуың, хәстәрлегең – үҙеңде биҙәп тороусы сифаттарың. Һин беҙҙең өсөн таяныс, шатлыҡ һәм илһамландырыусы. Ихлас һөйөүең тормошобоҙҙо сағыу һәм бәхетле итә. Күркәм юбилейың яңы башланғыстарға юл асһын, яңы ваҡиғалар, шатлыҡ-ҡыуаныстар, именлек менән тулып килһен!
Иң изге теләктәр менән ирең Рәнис, ҡыҙың Зарина.

Хөрмәтле тәрбиәсебеҙ ЗИМФИРА СӘҒИТЙӘН ҡыҙы ӘМИРОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, именлек теләйбеҙ. Ғаиләгеҙ ныҡлы таяныс булһын, эшегеҙ бары тик ҡыуаныстар ғына алып килһен, ә йөҙөгөҙҙән бер ҡасан да йылмайыу китмәһен. Беҙ Һеҙҙе бик ныҡ яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ!
“Светлячок” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм уларҙың ата-әсәләре.
* * *
Хөрмәтле коллегабыҙ ЗИМФИРА СӘҒИТЙӘН ҡыҙы ӘМИРОВАны 50 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Ныҡлы һаулыҡ, бәхет-шатлыҡ, уңыш, именлек, муллыҡ теләйбеҙ. Күңелегеҙ моң менән мөлдөрәмә тулы булһын, күҙҙәрегеҙ шатлыҡтан балҡыһын, янығыҙҙа Һеҙҙе яратҡан ғаиләгеҙ булһын. Тормошоғоҙҙа күңел күтәренкелеге, оптимизм, рух ныҡлығы Һеҙҙе юлдаш итһен. Наҙ, изгелек, ҡояшлы аяҙ көндәр теләйбеҙ!
Ҡотлау менән “Светлячок” балалар баҡсаһы коллективы.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан беҙҙең ҡәҙерле, яратҡан киленебеҙ ЗИМФИРА СӘҒИТЙӘН ҡыҙы ӘМИРОВАны ысын күңелдән күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, барлыҡ эштәрендә уңыштар, матур тормош, бәхет-шатлыҡтар, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Артабан да хәстәрлекле, һылыу, һөйкөмлө, изге күңелле, иң яратҡан һәм иң яҡшыһы булып ҡал. Алда һине тик күңелле хәл-ваҡиғалар, яҡшы хәбәрҙәр генә көтһөн.
Ғүмереңдең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла.
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда!
Ҡотлау менән күп һанлы туғандары исеменән Оло Аҡа ауылы һәм Өфө ҡалаһынан Сәғҙәтовтар, Сорғот һәм Нефтеюганск ҡалаларынан Әмировтар.

Автор: