Мәсетле тормошо
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
19 Февраль , 10:00

Тормошо – тотош ижад

18 февралдә ғәжәйеп оҫта етәксе, аҡыллы остаз, талантлы хореограф, һөйкөмлө ҡатын һәм үҙ һөнәренә ғашиҡ оло шәхес – Рәсимә Әхмәтйәнова – үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләне.

Тормошо – тотош ижад
Тормошо – тотош ижад

Буласаҡ сәнғәт әһеле Иҫке Мишәр ауылында тыуып үҫкән. 1976 йылда республика мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлағандан һуң район Мәҙәниәт һарайында “Әй” бейеү коллективы етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Рәсимә Йыһангир ҡыҙының тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһендә 1978 йылда коллективҡа “халыҡ ансамбле” исеме бирелә һәм коллектив бөгөн дә ошо исемде лайыҡлы йөрөтә.
1988 йылда Рәсимә Әхмәтйәнова Балалар сәнғәт мәктәбенең хореография бүлегендә уҡыта башлай һәм үҙ эшмәкәрлегендә уҡытыу процесын ойоштороуға күп көс һала. Оҫтаның етәкселегендә коллективтың йәш ҡатнашыусылары бейеү сәнғәте оҫталарына әйләнә. Уҡыу йортон тамамлаусылар араһында хореограф һөнәрен һайлағандар ҙа бар.
Бер үк ваҡытта район Мәҙәниәт һарайында, Әй буйы башҡорттарының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен яҡшы белеүселәрҙе йыйып, “Ҡабырсаҡ” фольклор коллективын ойоштора. Ансамбль халыҡтың үткәндәре төпкөлөнән килгән традицияларҙы йәнләндерә, халыҡ мәҙәниәтен, уның йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү һәм популярлаштырыу буйынса мөһим бурыстарының береһен башҡара. Уның һөҙөмтәһендә “Ҡара тауыҡ”, “Алтынҡай”, “Орсоҡ”, “Ҡабырсаҡ”, “Бесәнселәр” кеүек йола бейеүҙәре һаҡланып ҡалған. Коллектив репертуарында “Аҡ тәңкәләр һалып”, “Туй бүләге”, “Ҡумыҙ тураһында риүәйәт” кеүек фольклор йолалар ҙа күп. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бейеүе “Ҡәҙиғәт” Башҡортостан халыҡтарының матди булмаған этномәҙәни ҡаҙаныш объекттарының берҙәм реестрына индерелде.
Һәр сценарий йола йәиһә ғөрөф-ғәҙәтте ентекләп өйрәнгәндән һуң ғына төҙөлә. Һәр бейеүгә костюм әҙерләнә: муйынсалар тегелә, баш кейемен, күлдәк һәм алъяпҡыстар теккәндә урындағы оҫтабикәләр республиканың төньяҡ-көнсығыш башҡорттарына хас тамбурлы сигеүҙе файҙалана. Коллективтың һәр сығышына етәксенең күңел йылыһы, бай тәжрибәһе, тырыш хеҙмәте һалынған. Республикала ғына түгел, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара фестивалдәрҙә яулап өлгөргән күп һанлы наградалар – ошо хеҙмәт һөҙөмтәһе, ә 2000 йылда “Ҡабырсаҡ” фольклор коллективына “Халыҡ ансамбле” исеме бирелә. Ул – Мәсетле районының визит карточкаһы булып тора.
Рәсимә Йыһангир ҡыҙы һәр яҡлап талантлы: шиғырҙар ижад итә, сценарийҙар төҙөй, театрлаштырылған, хореографик күмәк тамашалар сәхнәләштерә һәм уларға музыка яҙа.
Ул – фольклор коллективтарының район смотрҙарында даими жюри рәйесе, шуға күрә уға райондың һәр ауылы йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре таныш.
Рәсимә Йыһангир ҡыҙы Мәсетле районының сигелгән картаһын төҙөүгә ҙур өлөш индерҙе: ауыл биләмәләренең үҙенсәлекле яҡтарын асыҡларға ярҙам итте.
Ул ойоштороу һәләтенә, ҙур эш тәжрибәһенә эйә, райондың мәҙәни тормошонда даими ҡатнаша, күләмле саралар ойоштороуҙа инициатор булып тора.
Үҙешмәкәр халыҡ ижадын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Рәсимә Йыһангир ҡыҙына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы халыҡ коллективы етәксеһе” исемдәре бирелде, ул – Р. Әхтәри исемендәге район премияһы лауреаты, иң яҡшы башҡорт бейеүе балетмейстеры һәм “Байыҡ” рес-
публика конкурсының иң яҡшы башҡорт бейеүен ҡуйыусыһы. Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, телен, традицияларын үҫтереү һәм һаҡлау өсөн шарттар булдырғаны өсөн ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының юғары наградаһына – “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалына – лайыҡ булды.

* * *

Хөрмәтле коллегабыҙ – “Ҡабырсаҡ” халыҡ фольклор коллективы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре РӘСИМӘ ЙЫҺАНГИР ҡыҙы ӘХМӘТЙӘНОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Хөрмәтле Рәсимә Йыһангир ҡыҙы! Яҙмыш Һеҙгә һоҡланырлыҡ хеҙмәт биографияһын бүләк итте, ул коллегаларығыҙ араһында танылыу килтерҙе һәм хөрмәт уятты. Һеҙҙең һөнәри эшмәкәрлегегеҙ – башҡорт халыҡ мәҙәниәтенә күп йылдар намыҫлы хеҙмәт итеүҙең сағыу өлгөһө.
Һеҙҙең оҫталыҡ менән “Ҡабырсаҡ” ансамбле коллективы күп йылдар дауамында башҡорттарҙың үҙенсәлекле традицияларын һаҡлай, ижади палитраһын яңы йөкмәтке, тере хис-тойғолар, бөтмәҫ оҫталыҡ энергияһы менән байыта. Ижадҡа тоғролоҡ, фольклор жанры өлкәһендә ижади эшмәкәрлек, Мәсетле районының ғына түгел, Башҡортостан Республикаһының да мәҙәни тормошонда әүҙем эш өсөн рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ.
Күркәм юбилейығыҙ көнөндә беҙҙән – иң йылы ҡотлауҙар. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, мәҙәниәтте үҫтереү хаҡына ҡатмарлы һәм ҡыҙыҡлы эшегеҙҙә ҙур уңыштар теләйбеҙ. Бай хеҙмәт тәжрибәгеҙ, дәртләндереүсе энергияғыҙ һәм оптимизм Һеҙҙең барлыҡ изге башланғыстарығыҙҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итһен. Өйөгөҙҙә һәр ваҡыт шатлыҡ һәм татыулыҡ булһын. Ысын күңелдән Һеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға бәхет, именлек, илһамланып йәшәүегеҙҙе һәм ижад итеүегеҙҙе, оҫталығығыҙҙы, һәләтегеҙҙе ҡулланып, һәр ваҡыттағыса мауығып эшләүегеҙҙе теләйбеҙ!
Район мәҙәниәт бүлеге һәм Мәҙәниәт һарайы коллективтары.

* * *

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле, яратҡан ҡатыным, әсәй-өләсәйебеҙ РӘСИМӘ ЙЫҺАНГИР ҡыҙы ӘХМӘТЙӘНОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һин һөйкөмлө, изге күңелле, һиҙгер, хәстәрлекле, иң яҡшы һәм иң яратҡан кешебеҙ. Һөйөклө, ғәзиз әсәй-өләсәйебеҙгә оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, рух ныҡлығы, бөтмәҫ илһам теләйбеҙ. Алдағы көндәрең шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай булып, күңелеңдә дәртеңде һүндермәй, сағыу ҡояшлы матур тормошта рәхәтләнеп ғүмер итергә яҙһын!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәше, балалары, ейәндәре, ейәнсәре.
* * *
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡәҙерле туғаныбыҙ РӘСИМӘ ЙЫҺАНГИР ҡыҙы ӘХМӘТЙӘНОВАны 70 йәшлек юбилейы айҡанлы ҡотлайбыҙ.
Алсаҡ, изге күңелле кешеләр генә ап-аҡ ҡарлы ҡышта донъяға киләлер, моғайын. Ҡыштың ынйы ҡарҙары тәбиғәтте үҙенең сафлығы менән нисек балҡытһа, беҙҙең ҡәҙерлебеҙ ҙә үҙенең күңел нуры менән тирә-йүнде матурлай, халҡына, дуҫтарына, туғандарына күңел йылыһын өләшә.
Туғаныбыҙ! Һинең изге күңелең, шат йөҙөң беҙҙең тормошобоҙҙо маяҡ булып яҡтыртып тора. Матур юбилей көнөңдә һиңә ҡоростай сәләмәтлек, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге теләйбеҙ.
70 йәш – ул ҡартлыҡ түгел,
Ғүмерҙең матур сағы.
Гөрләтеп яҡты тормошта
Бик оҙаҡ йәшә тағы!
Иң изге теләктәр менән Хановтар, Хәсәновтар, Хәлиловтар һәм Муллабаевтар.

Автор: