Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
12 Февраль , 11:55

Тыуған ерен йәмләр өсөн тыуған

Кесе Ватаны хаҡына йәшәгән һәм эшләгән кешеләр тураһында шулай тиҙәр. Минең мәҡәләмдең геройы ла – тап ошондай шәхестәрҙең береһе.Лидия Голдинаны Әләгәҙ ауылында йәшәүселәрҙең барыһы ла белә. Район халҡына ла яҡшы таныш ул. Алсаҡ йөҙлө, ижади фекерләүсе, дәртле ҡатын күп йылдар урындағы китапханала эшләгән. Ошо ҡышҡы февраль көндәрендә ул үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләй.

Тыуған ерен йәмләр өсөн тыуған
Тыуған ерен йәмләр өсөн тыуған

Лидия Аркадьевнаның бала сағынан алып бөтә ғүмере Әләгәҙ ауылы менән бәйле. Бында ул үҫкән һәм мәктәпте тамамлаған, һуңынан Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға ингән. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Балтас районында физкультура уҡытыусыһы булып башлай. Бер нисә йылдан үҙенең тыуып-үҫкән еренә ҡайтып, урындағы китапханаға эшкә урынлаша.
33 йыл эшләү дәүерендә ул китап фондын ентекле өйрәнә, кәрәкле китапты һайлап алырға ярҙам итә, ҡайһы әҙәбиәтте уҡырға кәңәш бирә. Китап уҡыусыларҙы һәр саҡ йылмайып ҡаршы ала, һәр береһе өсөн кәрәкле һүҙҙәр таба, иғтибарын бүлә. Ул – һәләтле, бик белемле, үҙ эшен яҡшы башҡарған белгес. Эшенә тоғро ҡалыуы, ҡыҙыҡһындыра, йәлеп итә белеүе менән ауылдаштары, коллегалары араһында һәм, әлбиттә, етәкселек алдында абруй ҡаҙана.
Лидия Аркадьевна һәләтле, ижади хеҙмәткәр, ул һәр ваҡыт райондың иң яҡшы китапханасылары иҫәбендә бар-ҙы. Уның тырышлығы менән һәр китап тәртиптә булды, тыуған төйәк тураһындағы һәр мәҡәлә ентекле ҡаралды һәм кәрәкле урынға ҡуйылды. Ул саралар өсөн сценарийҙар әҙерләне. Ауыл китапханаһында балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә күпме байрам үтә – һанап бөткөһөҙ!
Лидия Голдинаның тормош юлында ауырлыҡтар ҙа осрай: ул ҡулында өс бәләкәй бала менән бик иртә тол ҡала. Был ауыр ваҡытта уны эше ҡотҡара, кешеләр менән аралашыу бер аҙ онотолоп торорға мөмкинлек бирә. Аҙнаһына алты көн киске сәғәт 10-ға тиклем эшләһә лә, өй эшен һәм бурысын да оҫта алып бара. Шулай уҡ ул “Әй” фермаһына йәйәү йөрөп, ә был – ете километр, күсмә китапхана ойоштора.
Эш һәм ғаилә мәшәҡәттәренән тыш дәртле ҡатын район гәзитенә ауыл, район, ветерандар һәм эшсәндәр тураһында мәҡәләләр ебәрә. Бөтә мәғлүмәтте бөртөкләп төрлө сығанаҡ- тарҙан ала. Яңыраҡ бер ҡыҙыҡлы осраҡ була: уға Радий Хәбировтың матбуғат хеҙмәтенән шылтыратып, ауылдаштары тураһында мәҡәлә менән бүлешеүен һорайҙар. Илһам килгәндә шиғырҙар ҙа яҙа. Уларҙа үҙенең хис-тойғоларын, фекерҙәрен сағылдыра. Хаҡлы ялға сыҡҡас, хеҙмәт эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе итеп шиғыр ижад итә. Бына унан өҙөк:
“Ой, любимая ты книга,
Вот уж много, много лет,
Ходим мы с тобой на пару,
Освещая людям свет.
Делишь ты судьбу мою,
Счастье мое трудное,
Добрая и мудрая,
Подруга семипудная.
Ты всегда со мною рядом,
Под рукою ты всегда,
Пополам с тобою радость,
Пополам с тобой беда…”.
Лидия Аркадьевнаның хеҙмәте иғтибарһыҙ ҡалмай: “Иң яҡшы китапханасы” тип яҙылған дүрт ҡыҙыл таҫмаһы бар, БАССР Мәҙәниәт министрлығының “Иң яҡшы эшләгән китапхана” дипломы, Мәҙәниәт министрлығының почет грамоталары, шулай уҡ район һәм ауыл биләмәһе хакимиәттәренең бихисап рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән, “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ.
2011 йылдан Лидия Голдина хаҡлы ялда. Балаларын бер үҙе генә күтәрергә тура килһә лә, уларға лайыҡлы тәрбиә, белем бирә алған, үҙ аллы тормош юлына баҫырға ярҙам иткән. Хәҙер ул – бәхетле әсәй һәм өләсәй, өс ейәнсәре үҙҙәренең уңыштары менән ҡыуандыра.
Хәҙер халыҡ күберәк мәғлүмәтте интернеттан ала, ә Лидия Аркадьевна баҫма әҙәбиәткә тоғро ҡала һәм район китапханаһындағы яңы китаптар менән танышып бара.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор: