Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
12 Февраль , 14:45

Һоҡланабыҙ һеҙгә ҡарап

Ғаилә – ул күңелдәрҙе йылытыусы усаҡ. Ғаилә – ул ҡыуаныстарҙы уртаҡлашып, көйөнөстәрҙе бергә күтәргән, бер-береһенә терәк булып, аңлашып, ғүмер юлынан етәкләшеп атлаусы пар-ҙар. Яҙмыш елдәренә бирешмәй, ҡулға-ҡул тотоношоп, оло тормош юлын үтеү – үҙе бәхет һәм батырлыҡ.

Һоҡланабыҙ һеҙгә ҡарап
Һоҡланабыҙ һеҙгә ҡарап

Бәхетле ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, шул уҡ ваҡытта намыҫлы хеҙмәт итеп, бәрәкәт туйға етеү өсөн күпме түҙемлек, мөхәббәт һәм йылылыҡ кәрәк! Һөләймән ауылында 70 йыл бергә татыу ғүмер кисергән Мөршиҙә Ғариф ҡыҙы һәм Мазһар Хаммат улы Шакировтар 2024 йылда бәрәкәт туйҙарын билдәләй.
“Әсәйем Аҡҡын ауылында (хәҙер ул ауыл юҡ) бик уҫал, ғәҙел Ғариф ҡарт ғаиләһендә тыуа. Атаһы 1918 – 1923 йылдарҙағы Граждандар һуғышында, 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, тыуған яҡтарына иҫән ҡайта. Бик уңған, аҡыллы өс ҡыҙ үҫтерә. Ә атайым 1931 йылда Һөләймән ауылында тыуа. Үгәй әсә ҡулында үҫеп, бала сағы ауыр йылдарға тура килеүенә ҡарамаҫтан, бирешмәгән, атаһына ныҡ ярҙамсыл булған. 1954 йылда әсәйебеҙ менән атайыбыҙҙы яҙмыш осраштыра. Ғаилә ҡороп, ун балаға ғүмер бирәләр, барыбыҙҙы ла матур итеп тәрбиәләп үҫтерҙеләр.
Атайымдар ун йыл ата-әсәһен ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп ҡарайҙар, ә инде һеңлеһе вафат булғас, уларҙың балаларын да үҙҙәре янына алалар.
Атайыбыҙ ҙа, әсәйебеҙ ҙә бик шәп, уңған ине. Элек колхоз эше күп булды. Ҡайҙа ҡушһалар, шунда көс түктеләр: клубта ла, сөгөлдөр баҫыуында ла, икмәген дә һалдылар. Төнөн ҡарауылда торһалар, таң менән һарыҡ фермаһына йүгерә торған инеләр. Әтейем буш ваҡытында мейес һалырға ла өлгөрҙө. Ул мейестәр әле лә хеҙмәт итә ауылдаштарға.
Беҙҙе, балаларын, эшһеҙ ултыртманылар, дөрөҫ тәрбиә биреп, эшһөйәр итеп үҫтерҙеләр,” – тип үҙенең иҫтәлектәре менән уртаҡлашты Шакировтарҙың ҡыҙы Рәшиҙә Ғарипова.
Эйе, ғүмер һуҡмағының йомғаҡтарын һүтә башлаһаң, етмеш йыл үтеп тә киткән. Ошо арала күпме һыуҙар аҡҡан, күпме шатлыҡ-ҡыуаныстар, күпме хәсрәт, мәшәҡәттәр осраған. Ошо осорға гөрләтеп донъя көтөп, балалар үҫтереп, тыуған ауылыбыҙ, районыбыҙ, илебеҙ тип янып йәшәлгән, йәшлек дәрте менән һуғарылған йылдар һыйған!
Һөләймән ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы.

Автор: