Ошо көндәрҙә Иҫке Мишәр ауылында йәшәүсе ғәзиз әсәйебеҙ Гөлсибәр Ҡәйүм ҡыҙы Хәлилованың юбилейлы тыуған көнө – уға 85 йәш тула.
Был яҙмабыҙ 1939 йылда тыуып, бала сағы дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы ауыр йылдарға тура килһә лә, ҡыуанып йәшәргә, бәхетле булырына оло өмөт бағлаусы ябай кеше, тоғро ҡатын һәм хәстәрлекле әсәйебеҙ хаҡында.
Ҡәҙерлебеҙ Мәсетле районының Яуыш ауылында йәшәүсе Ҡәйүм һәм Сәмсикамал Әбдрәфиҡовтар ғаиләһендә тәүге бала булып тыуа. Йәш балаға ни бары ике йәш тулғас, атаһы Тыуған илебеҙҙе һаҡларға фронтҡа оҙатыла. Ҡыҙғаныс, 1943 йылда фронттан килгән ҡара ҡағыҙ әсәйебеҙҙе шулай “атай” һүҙен әйтеүҙән мәңгегә мәхрүм итә...
Әсәйебеҙ 1946 йылда Яуыш мәктәбенә уҡырға инә. Тормош ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, белемгә ынтылышы көслө була уның. Яңы Мишәр ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, йәш кенә ҡыҙ тыуған ауылында ойошторолған “Ленин юлы” колхозында төрлө эштәр башҡарыусы булып хеҙмәт юлын башлай. Клуб мөдире, баҫыу эштәрендә хисапсы, ашлыҡ үлсәүсе, Йыланыш ауылындағы МТС ойошмаһында элемтәсе вазифаларын башҡарырға тура килә.
Һуғыштан һуңғы йылдар ауырлығы әсәйебеҙҙе төрлө һынауҙар алдына ҡуя, ләкин ул үҙенә генә хас тәүәккәллек менән бар кәртәләрҙе лә еңеп сыға. Тормош еңелдән бирелмәй, үҫмер ҡыҙға өләсәһе, йәшләй генә тол ҡалған әсәһе хаҡында ла ҡайғыртырға тура килә. Көн дауамында колхоз эштәрендә мәшғүл, ә төндәрен ҡул эштәренә ваҡыт бүлә: ауылдаштарына мамыҡ шәлдәр бәйләй, сигеү сигә, өҫтәл, карауат япмалары әҙерләй. Хатта кәртә-ҡураны төҙәтеү ҙә, өйҙә ир-ат булмағас, йәш ҡыҙ иңенә төшә: бағана ултырта, ситән үрә (ул уны бөгөн дә онотмаған, ейәндәренә күрһәтә) һәм башҡа ирҙәр көсөнән генә килә торған эштәрҙе лә башҡара.
1961 йылда әсәйебеҙ, аҡса эшләү маҡсаты менән, Силәбе өлкәһенең Карталы ҡалаһына юллана. Көньяҡ Урал тимер юлында ике йыл тырышып хеҙмәт иткәндән һуң, тыуған ауылына ялға ҡайта. Шул саҡта беҙҙең атайыбыҙ – Төрөпкилде егете Мөхәмәтнур, сос һәм ҡыйыу егет, һылыу ҡыҙға тәү күреүҙән ғашиҡ була. 1963 йылда улар, сәстәрен-сәскә бәйләп, оло тормошҡа аяҡ баҫа. Уңған килен Фатима һәм Һиҙиәт Хәлиловтарҙың ете балалы ғаиләһендә тиҙ арала үҙ кешегә әйләнә, сөнки бер эштән дә ҡурҡып тормай.
Атайыбыҙ колхозда механизатор, әсәйебеҙ хат ташыусы булып хеҙмәт юлын башлайҙар. Берҙәм, татыу ғаиләлә бер-бер артлы дүрт ҡыҙ, бер ул тыуа.
Ғаилә башлығы алдынғы тракторсы-комбайнсы булып эшләп, күп маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була, намыҫлы хеҙмәте өсөн Мәскәү ҡалаһына Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә юллама менән бүләкләнә. Уның портреты районыбыҙҙың Почет таҡтаһында урын ала, ә исеме Мәсетле районы энциклопедияһына индерелә. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены – атайыбыҙҙың фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн иң лайыҡлы хөкүмәт бүләге.
Әсәйебеҙ Гөлсибәр Ҡәйүм ҡыҙы яратҡан эшендә 23 йыл ал-ял белмәй хеҙмәт итә. Шул уҡ ваҡытта ауыл халҡына ла төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә: документтар хәстәрләй, эш ҡағыҙҙарын тултырырға булышлыҡ итә, оло кешеләрҙең төрлө үтенестәрен тыңлай, йомоштарын йомошлай, урынлы һәм аҡыллы кәңәштәрен бирә. Ул үҙ заманы өсөн ярайһы уҡ грамоталы шәхес була. Участка һайлау комиссияһында ла оҙаҡ ҡына ваҡыт ағза була, йыйылыштарҙа уны йыш ҡына секретарь итеп һайлайҙар. Был вазифаларҙы ул һәр саҡ тейешле кимәлдә башҡара.
Был матур пар, шулай ҡулға-ҡул тотоношоп, беҙҙе, дүрт баланы, үҫтерҙе, уҡытты. Татыу ғаиләлә тәрбиәләнгән ҡыҙҙар мәктәптә тырышып белем алды. Белем усағында үткән сараларҙан Гөлсибәр Ҡәйүм ҡыҙы ла бер ҡасан да ситтә ҡалманы. Ата-әсәләр комитеты рәйесе вазифаһын да башҡарҙы, ҡарарҙар ҡабул иткәндә, уның фекеренә мотлаҡ ҡолаҡ һалалар ине.
Яҙмыш ҡушыуы буйынса, ғаиләбеҙгә ете йыл Златоуст ҡалаһында йәшәргә тура килде. Бында әсәйебеҙ ҡаланың сәғәт заводында эшләп, оло хөрмәт менән хаҡлы ялға сыҡты.
Әсәйебеҙҙе ауылдаштарыбыҙ изге эштәре өсөн бик хөрмәт итә: дини байрамдарҙан, мәжлестәрҙән ҡалдырмай. Үҙе лә дин ҡәрҙәштәрен хөрмәтләп, хәленән килгәнсә, аят аштары менән һыйлап торорға тырыша.
Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте, тигәндәй, әсәйебеҙ тырыш хеҙмәте өсөн бик күп маҡтау ҡағыҙҙарына, рәхмәт хаттарына лайыҡ. Уның күкрәген “Хеҙмәт ветераны”, “Сиҙәм ерҙәрен үҙләштергән өсөн”, “Һуғыш осоро балалары” кеүек миҙалдар биҙәй. 1985 йылда “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә лайыҡ була. “Совет Башҡортостаны” гәзитен халыҡ араһында пропагандалау һәм таратыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн бирелгән маҡтау ҡағыҙы – ҡәҙерле бүләктәрҙең береһе.
Беҙ – балалары, атай-әсәйҙән үрнәк алып, тырышып уҡырға, һайлаған һөнәребеҙгә тоғро ҡалып, ең һыҙғанып эшләргә тырыштыҡ. Бөгөнгө көндә барыбыҙ ҙа үҙ ғаиләләребеҙ менән донъя көтәбеҙ. Бар балаларына ла тейешле белем, яҡшы тәрбиә биреп, тормошҡа аяҡ баҫтырғандары өсөн атай-әсәйебеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Ғаиләлә дүрт ҡыҙ – дүрт һөнәр эйәһе. Гөлсөм апайыбыҙ кондитер-технолог булһа, Ленария һәм Лениза – педагогтар, ә Лилиәбеҙ – тәжрибәле эшҡыуар.
Беҙ үҙебеҙҙе бик бәхетле ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар тип ғорурлыҡ менән әйтә алабыҙ.
Эйе, барыһы ла яҡшы, тип әйт-һәк, яҙыҡ булыр, үкенескә ҡаршы, ҡәҙерле атайыбыҙ, ауыр сирләп, баҡыйлыҡҡа күсте. Кинйә ҡус-тыбыҙ Артурҙы юғалтыу ҙа еңел булманы. Ятҡан урындары йомшаҡ, йәндәре йәнәттә булһын. Әсе ҡайғылар кисергән берҙән-беребеҙ тормош йәмен балаларында, яҡын туғандарында, ейән-ейәнсәр-ҙәрендә, бүлә-бүләсәрҙәрендә таба. Баҡса үҫтереп, мал-тыуар аҫрап, ҡош-ҡорт үрсетеп, ҡайғыһын баҫырға тырыша. Яҙмышында ниндәй генә ҡыйынлыҡтар осраһа ла, ул үҙе булып ҡала белде, сөнки уның шәхси тәбиғәтенә ҡыйыулыҡ, рух ныҡлығы хас, бар ҡылғаны – тик изгелек, ә ялғанлыҡҡа уның йөрәгендә урын булманы. Уның үткәненә ғәмһеҙ булып, тыныс ҡына ҡарап булмай: донъяға ҡарата фәлсәфәүи ҡараш тыуа, уйландыра...
Әсәйебеҙ бөгөнгө көндә ҡыҙҙарының уңыштарына, кейәүҙәренең изгелегенә, ейән-ейәнсәрҙәренең булмышына ҡыуанып йәшәй. Барлыҡ уңайлыҡтары булған төп йортта әсәйебеҙ янында инде үҙе лә хаҡлы ялда булған Гөлсөм апайыбыҙ донъя көтә. Байрамдарға тәмле торттар әҙерләй, баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорт менән мәшғүл. Ленария Мөхәмәтнур ҡыҙы – педагогик хеҙмәт ветераны, ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн БР Мәғариф министрлығы грамотаһына лайыҡ булды. Ул – Мәскәү ҡалаһында үткәрелгән педагогик конкурс еңеүсеһе, “Мәғариф өлкәһендәге хеҙмәт өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Лениза Мөхәмәтнур ҡыҙы – ике тапҡыр “Йыл уҡытыусыһы” номинацияларында еңеүсе. Тормош иптәше Фәүил Фәнис улы менән икеһе лә “БР-ҙың мәғариф алдынғыһы” исеменә лайыҡ булдылар. Уҡытыусы эшенән тыш, Лениза район-ара “Етегән” гәзитенең Баҡалы районы буйынса корреспонденты вазифаһын да уңышлы башҡара. Кескәйебеҙ Лилиә оҙаҡ йылдар эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, үҙ эшенең барлыҡ нескәлектәрен тәрән белә, һайлаған һөнәре лә быға булышлыҡ итә. Күп һанлы даими клиенттары уға сикһеҙ рәхмәтле, сөнки ул тиҙ арала килешле әйбер һайларға ла, кәңәшен бирергә лә өлгөрә.
Артта ҡалған ауыр тормош юлдарын иҫкә алғанда, күҙ йәштәре ағылһа ла, әсәйебеҙ үҙенең йөҙөндә шатлыҡ сатҡыларын һаҡлап алып ҡала белә, сөнки ҡәҙерлебеҙ бөгөнгө тормошо менән тулыһынса ҡәнәғәт. Төрлө почта бүлексәләрендә бергә эшләгән хеҙмәттәштәре – Мәсетленән Мазһар Ғонсаров, Яңы Мишәрҙән Нәжибә Бикмуллина (Муллабаева), Яуыштан Ғәлиә Фәрхетдинова, Фәймә Ғәлимова, Рәлиә Саҙиҡова, Әҙибә Рәхмәтуллина һәм башҡалар менән бергә эшләгән йылдарын һағынып иҫкә ала. Яҡын туғандарҙан, күршеләремдән уңдым, тип ысын күңеленән әйтә. Улар өсөн ишеге асыҡ, йөҙө яҡты, табыны мул әсәйебеҙҙең. Һәр саҡ ярҙам ҡулын һуҙып, бар йомошто хәстәрләүсе Рев еҙнәбеҙ менән Миндиямал апайыма, Вәрис ағайыбыҙ һәм Рәбиға еңгәбеҙгә сикһеҙ рәхмәтлемен, тип кинәнә.
Әсәйебеҙ менән атайыбыҙ үҙҙәре лә ныҡ туған йәнле булдылар. Улар бар туғандарҙы бергә йыйып ҡунаҡ итергә тырышты, туған балаларын таныштырыу һәм аралаштырыуға күп көс һалды. Яҡын кешеләребеҙҙең бер-береһенә булған мөнәсәбәттәре лә күптәр көнләшерлек, үрнәк алырлыҡ ине. Һәр эште лә бергәләп, кәңәшләшеп башҡарҙылар. Беҙ, балалары, уларҙың әрләшеү-талашыу, йәмһеҙ һүҙҙәр әйтешеү түгел, хатта аҙ ғына ла асыуланышҡандарын күрмәнек тә, һиҙмәнек тә.
Ата-бабалар әйтеүенсә, йәннәт – әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында. Бәрәкәтле, имен, тыныс тормошҡа бары тик әсәйҙәрҙең хәйер-доғаһы, фатихаһы аша ғына ирешеп була. Әсәйҙәрҙең изге доғалары ғына ерҙә мөғжизәләр тыуҙыралыр. Әсәйебеҙ күп йылдар элек намаҙға баҫып, үҙенең алдына ҡуйған бурыстарын үтәп килә. Уның намаҙҙары, тәү сиратта, һәр ваҡыт юлда йөрөгән балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә һәм гүр эйәһе бул-ған ата-әсәһенә, ҡайны-ҡәйнәһенә, атайыбыҙға, бала ғына килеш вафат булыусы улына һәм башҡа мәрхүм туғандарыбыҙ рухына бағышлана.
Әсәйебеҙгә ҡарата мөхәббәтебеҙ, мәрхәмәтебеҙ ни саҡлы тәрән булһа, тормошобоҙ ҙа шул ҡәҙәрле шатлыҡлы һәм яҡтыраҡ булырына иманыбыҙ камил.
Иң яҡын кешебеҙ һикәлтәле, әммә ҡыҙыҡлы асыштарға бай һуҡмаҡтар аша үтеп, үҙен көслө ҡатын, изгелекле кеше итеп танытыу бәхетенә иреште.
Һиҙелмәй ҙә 85 яҙ, йәй, көҙ һәм ҡыш миҙгелдәре үтеп бара. Ап-аҡ, саф ҡарҙар менән бергә юбилейлы тыуған көн дә яҡынлаша. Ошо уңайҙан ҡәҙерле инәйебеҙҙе ысын күңелдән тәбрик итәбеҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, һүрелмәҫ дәрт, бөтмәҫ илһам, талмаҫ йөрәк көсө, көндәлек шатлыҡтар теләйбеҙ. Атайыбыҙға әйтеп өлгөрмәгән, әммә әле лә күңел түрендә йөрөткән рәхмәттәребеҙҙе, йылы һүҙҙәребеҙҙе һиңә әйтәбеҙ, Инәй! Донъя йәмен күреп, беҙҙе шатландырып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ, беҙгә һин һаман кәрәк, Инәй!
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, сәләмәтлек менән
Гөрләп йәшә, ап-аҡ ҡыш һымаҡ.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнле лә һин,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле, тик һин булғанда!
Иң изге теләктәребеҙҙең
ҡабул булыуын теләп, ҡыҙҙары, кейәүҙәре, алты ейән-ейәнсәре, һигеҙ бүлә-бүләсәре.