Мәсетле тормошо
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
25 Декабрь 2023, 10:50

Ысын профессионал, талантлы педагог

Ошо ҡышҡы Яңы йыл алды көндәрендә изге күңелле, алсаҡ, дәртле гүзәл ханым үҙенең күркәм юбилейын билдәләй.

Ысын профессионал,  талантлы педагог
Ысын профессионал, талантлы педагог

Рита Әмит ҡыҙы Мәғәсүмова – Оло Ыҡтамаҡ лицейының тәжрибәле педагогтарының береһе. Талапсан, әммә шул уҡ ваҡытта эскерһеҙ һәм ихлас остаз һәр уҡыусының күңеленә асҡыс таба белә. Тәжрибәле, ысын профессионал, аҡыллы, талантлы педагог, хөрмәткә лайыҡ уҡытыусы, үҙ эшенә тоғро кеше.
Рита Әмит ҡыҙы Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбен тамамлағас, Красноуфимск педагогия училищеһына уҡырға инә. Ҡулына диплом алған йәш белгес туған мәктәбенә ҡайта һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. Тәүге көндәренән үк Рита Әмит ҡыҙының уҡыусылары төплө белем ала. Ул балаларҙың йөрәгендә белемгә ынтылыш, уҡыу теләге уята. Балаларҙың күҙҙәрендә танып белеү һәм изгелек осҡонон ҡабыҙа.
Үҙенең эшләү дәүерендә ул бай тәжрибә тупланы, белемен район, мәктәп уҡытыусылары менән ихлас уртаҡлаша, йәш уҡытыусыларға тапшыра. Ул йөҙләгән балаға тәүге башланғыс белем бирҙе. Мәктәпте тамамлаусылар үҙҙәренең беренсе уҡытыусыһын рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә ала, йыш ҡына мәктәпкә килеп хәлен белеп, үҙҙәренең уңыштары менән уртаҡлаша.
Рита Әмит ҡыҙының уҡыусылары муниципаль һәм республика кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, сараларҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.
Шулай уҡ ул ата-әсәләр менән ҙур эш алып бара, уларҙы класс һәм мәктәп тормошона оҫта йәлеп итә.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн коллегабыҙ “БР Мәғариф отличнигы” билдәһе, төрлө кимәлдәге грамоталар менән наградланған. Уның данлы эштәре мәктәп тарихына ҙур өлөш индерә.
Рита Әмит ҡыҙы – һоҡланғыс ҡатын, әсәй, өләсәй. Ғаиләһе үҙ-ара аңлашып, татыу йәшәй.
Хөрмәтле Рита Әмит ҡыҙы! Һеҙҙе күркәм юбилейығыҙ менән ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ. Һеҙҙең аҡыл һәм күңел йылыһы эргәгеҙҙәге кешеләрҙе оҙаҡ йылдар дауамында ҡыуандырһын!
Оло Ыҡтамаҡ лицейының башланғыс кластар
уҡытыусылары методик берләшмәһе.

Автор: