Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
21 Декабрь 2023, 16:15

Һөйкөмлө һәм алсаҡ

Бөгөн Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылынан яратҡан һеңлебеҙ Лира Мәүлихан ҡыҙы Әсәҙуллина күркәм юбилейын билдәләй.

Һөйкөмлө һәм алсаҡ
Һөйкөмлө һәм алсаҡ

Беҙҙең Лирабыҙ – изге күңелле кеше, өлгөлө ҡатын, яратҡан әсәй һәм өләсәй. Үҙенең 55 йәшлек күркәм ғүмер байрамын яҡындары янында ҡаршылай.
Лира Мәүлихан ҡыҙы 1968 йылдың 21 декабрендә Мәсетле районы Әжекәй ауылында тыуған. 1988 йылда Свердловск өлкәһенең Красноуфимск ҡалаһындағы педагогия училищеһын уңышлы тамамлап, бар ғүмерен балалар уҡытыуға бағышланы. Хәҙер ул – Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһында башланғыс кластар уҡытыусыһы, директорҙың башланғыс кластарҙа уҡытыу буйынса урынбаҫары.
Намыҫлы күп йыллыҡ хеҙмәте һәм һөнәри оҫталығы өсөн Лира Мәүлихан ҡыҙы Башҡорт-остан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһы мәғариф министрлыҡтарының почет грамоталары менән наградланған.
Әнис Ҡасим улы менән бәхетле ғүмер кисерәләр, ҙур, иркен йорт һалып сыҡтылар. Күркәм өйҙәрендә һәр ваҡыт туғандарын һәм яҡындарын оло ҡунаҡ итеп ихлас ҡаршы алалар.
Әсәҙуллиндар өс бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Өс терәге, өс ғорурлығы улар ата менән әсә өсөн. Оло ҡыҙҙары Вероника кейәүҙәре Илсур менән өс бала тәрбиәләйҙәр, Ханты-Манси автономиялы округының Нягань ҡалаһында йәшәйҙәр. Икенсе ҡыҙҙары Лилиана кейәүҙәре Айгиз менән Өфө ҡалаһында төпләнде. Кесе улдары Артур – Өфө дәүләт нефть университеты студенты.

* * *

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле, яратҡан туғаныбыҙ ЛИРА МӘҮЛИХАН ҡыҙы ӘСӘҘУЛЛИНАны ысын күңелдән юбилейлы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ һәм тик изге, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, именлек, уңыштар насип булһын үҙеңә, һәр саҡ шулай тормошто яратыусан, бәхетле һәм һөйөклө ҡатын, әсәй һәм өләсәй булып ҡал. Алдағы ғүмер юлың тик шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан торһон, ҡорған донъяғыҙ йәм биреп, нурға сумһын, илһам шишмәләре тулы булһын.
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Матур булып атһын таңдарың.
Рәхәт йәшә, изгелеге ҡайтһын
Һин үҫтергән һәр бер балаңдың.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә!
Изге теләктәр менән Гөлназ Пастухова һәм
Рәфил Латипов, Лилиә һәм Рәзиф Исламовтар, уларҙың балалары Радис, Рәмис, Юлиә,
килендәре Лена, ейәнсәрҙәре Сафина һәм барлыҡ туғандары.

* * *

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан һөйөклө ҡатыным, яратҡан әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ ЛИРА МӘҮЛИХАН ҡыҙы ӘСӘҘУЛЛИНАны күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, бөгөн һинең матур тормош байрамың – тыуған көнөң. Ошо күркәм көн уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм донъяла булған барлыҡ изге теләктәрҙе генә юллайбыҙ. Беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлек, сикһеҙ бәхет теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Бөгөнгө шат, яғымлы йылмайыуың йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Һәр көн изге хәбәрҙәр, шатлыҡлы яңылыҡтар ғына алып килһен. Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ.
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен
Тыуыр таңдарыңдың балҡышы.
Томбойоҡло күңел күлдәреңдең
Йәшә булып гүзәл аҡҡошо!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәше, балалары, ейәнсәрҙәре һәм ейәне.

* * *

Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған туғаныбыҙ, апайыбыҙ ЛИРА МӘҮЛИХАН ҡыҙы ӘСӘҘУЛЛИНАны юбилейлы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.
Беҙ һиңә ҡыуаныстарға тулы бәхетле ғүмер, ҡаҡшамаҫ ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ. Алдағы көндәреңдә балалар, ейәндәр, туғандар ҡыуанысын күреп, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, ихтирамда, иғтибарҙа, татыулыҡта оҙон-оҙон ғүмер итергә насип булһын!
Изге теләктәр менән еҙнәң Салауат,
апайың Әлфиә, Кайбышевтар, Ғәлимовтар ғаиләләре.

Автор: