Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
19 Декабрь 2023, 11:00

Яҙмышына рәхмәтле

Була бит шундай кешеләр: бар яҡлап та килгән, уңған, белемле, иманлы, эшенә күңел йылыһын һалып эшләй, йәшәй. Әлеге сифаттарға тулыһынса эйә булған шәхестәрҙең береһе – Әләгәҙ мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыhы Әнүзә Рәмзин ҡыҙы Сираева.

Яҙмышына рәхмәтле
Яҙмышына рәхмәтле

Ул 1963 йылдың 13 декабрендә Баймаҡ районы Йомаш ауылында ишле ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килә. Урта белем алғас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға керә һәм рус-башҡорт бүлеген тамамлай. Мәктәптә уҡығанда уҡ ауыл, район конкурстарында класташтары менән коллектив бейеүҙәрҙә дәртләнеп ҡатнаша. Аҙаҡ БДУ-ла бейеү түңәрәгендә Ф. Ғәскәров ансамбленең бейеүселәре Екатерина Варламова менән Риф Ғәбитов етәкселегендә бейей.
1987 йылдың май-декабрь айҙарында йәш белгес “Пионер” журналында техник редактор булып эшләй. Ә 1988 йылдың 4 ғинуарында Оло Ҡыҙылбай мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып килә. 1993 йылдан – Әләгәҙ мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
“Баймаҡ районының Йомаш ауылы бейек булмаған тауҙар араhында ҡаҙан эсендә урынлашҡан. Тауға күтәрелһәң, урмандар китә. Һаҡмар йылғаһында һыу инеп үҫтек, беҙҙең баҡса артында бәләкәй генә Кеүәшле йылғаһы аға, яҙын ныҡ таша, беҙ бәләкәй саҡтарҙа боҙ китә, ярҙар емерелә торғайны, ҡыҫҡаһы урманлы, таулы, тәмле һыулы шишмәләре менән күптәрҙе һоҡландырған иң гүзәл төбәк. Уңған, сабыр, аҡыллы кешеләре менән билдәле ауылда тыуып-үҫеүем менән үҙемде бик бәхетле һанайым. Тыуған ауыл һәр кемгә ҡәҙерле инде ул, унда – минең тыуған йортом, атай-әсәй йорто, туғандарым, дуҫтарым, класташтарым. Тыуған йорт, тыуған ауыл һағындыра, йыл һайын бер, йә ҡайһы саҡ ике тапҡыр ҡайтып киләм. Шулай ҙа мин Әләгәҙ ауылына ныҡ өйрәнгәнмен, ҡайҙа ғына барһам да, тиҙерәк кире ҡайтырға ашығам.
Бала саҡта гел уҡытыусы булып уйнай торғайным. Һөнәр һайлауҙа яҡындарымдың да йоғонтоһо булғандыр. Ғүмер буйы ауыр эштә булдылар ҡәҙерлеләрем. Атайым – колхозда тракторсы, әсәйем төрлө эштәр башҡарҙы, фермала һыйыр һауҙы, аҙаҡ мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләне, күрше-күләнгә күлдәк, ҡорама текте, беҙҙе лә тегеп кейендерҙе. Шуға күрә беҙҙе уҡытырға тырышҡандар, тип уйлайым.
Бала килеш кенә күңелемдә уҡытыусы булам, тигән уй яралғанда, талпыныу менән был хыялыма ашҡынғанда, уҡытыусы һөнәренең ҙур яуап-лылыҡ һәм оло сабырлыҡ талап иткәнен аңлап та етмәй инем әле. Уҡытыусы һөнәре иңдәремә ятҡас ҡына минең яҙмышым илем, телем, халҡым яҙмышы менән бер тамырға барып тоташҡан икәнен, үҙ көнөм өсөн генә түгел, ә халҡым киләсәгенә лә яуаплы икәнлегемде аңланым. Ни тиклем етди һәм яуаплы һөнәр һайлағанымды йылдан-йыл нығыраҡ тоям. Үҙемдә уҡытыусыларымдың күркәм сифаттарын күреп ғорурланам.
Утыҙ биш йыл буйы уҙғар-ған дәрес миҙгелдәре, уҡыу-сылар менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәр, уҡытыусы эшендәге мең төрлө мәшәҡәттәр – барыһы ла хәтер һандығында һаҡлана. Дөрөҫөн әйткәндә, мин әле хәҙер ҙә класҡа, тәүге дәрескә барғандай, тулҡынланып керәм. Уҡытҡан фәнемде биш бармаҡ кеүек белһәм дә, нисек башлап ебәрермен, балалар нисек ҡаршы алыр, тейешле белем һәм тәрбиә бирә, балалар күңеленә асҡыс таба алырмынмы, тигән уйҙар бөтөрөлә башымда. Ә класта ултырған балаларҙың миңә ышанып, үҙ итеп төбәлгән күҙҙәрен күрәм дә, шик-шөбһәләр юҡҡа сыға. Айырыуса, әҙәбиәт дәрестәрен яратып көтөп алам. Һәр дәрескә яңылыҡ алып килергә тырышам. Һөйләргә өйрәтеү, телмәр үҫтереү – минең төп маҡсатым.
Туған телгә һөйөү ғаиләмдән килә, тип уйлайым. Әсәйемдең төнгә ҡәҙәр китап уҡып ултырғанын әле хәҙер ҙә хәтерләйем. Унан күреп, мин дә уҡырға әүәҫләндем. Өфөгә барһа, унан төрлө китаптар алып ҡайтты, гәзит-журналдарға ла күп яҙыла инек. Нәфис әҙәбиәткә һөйөү, ғөмүмән, нәҫелдән килә тип әйтә алам. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыусы Яналина Роза Булат ҡыҙы, шағир Исҡужин Буранбай ағайҙың йоғонтоһо, бәлки, булғандыр... Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен ярата торғайным. Былар барыһы әсә теле уҡытыусыһы булырға этәргес биргән, күрәһең.
Уҡытыусы булыу – ҙур яуаплылыҡ, батырлыҡ. Ни өсөн тигәндә, был хеҙмәт көслө рух, сабырлыҡ, эшкә күңел биреү, тейешле дәрәжәлә уҡытыу һәләтенә эйә булыуҙы талап итә. Ә әсә теле һәм әҙә-биәт уҡытыусыһы булыу икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй, сөнки тел – кешенең рухи тамыры. Бөгөнгө көндә туған телебеҙҙе һәм әҙәбиәтебеҙҙе өйрәнеү, һаҡлау, үҫтереү, уның матурлығын балаларға еткереү – әсә теле уҡытыусыһының бурысы. Дәрестәрҙә һәр баланың күңеленә үтеп кереп, уның йөрәгенә милләте менән ғорурланыу, туған телгә ҡарата мөхәббәт орлоҡтарын һалырға кәрәк.
Мин һөнәр һайлағанда яңылышмағанлығымды йылдар уҙған һайын нығыраҡ аңлайым. Уҡытыусы булыу – ул минең булмышым, яҙмышым. Күҙ алдына килтерегеҙ, һеҙ бәләкәй генә ағас үҫентеһен ултыртаһығыҙ. Бер нисә тиҫтә йылдан ошо урында мәғрүр, киң тармаҡлы ағас үҫеп сығасаҡ. Барыһы ла уға ҡарап һоҡланасаҡ һәм һәр береһе ирек-һеҙҙән ағасты ултыртыусыны хөрмәт менән иҫкә аласаҡ. Был изге эш кешелек донъяһының булмышына хас булһа, уҡытыусы исемен йөрөтөүсе бөйөк һөнәр эйәһе иңенә икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй. Ана шул мәғрүр ағастарҙың шаулап үҫеүе беҙҙән тора ла инде.
Мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу еңел түгел, ә яуаплы ҙур эш булыуын тәүге көндәрҙән үк аңланым. Хәҙер инде минең төп бурысым – үҙ туған телен аңламаған, йә бөтөнләй телде белмәгән балаларҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтеү, ошо телгә һөйөү тәрбиәләү юлдарын эҙләү. Был проблемаларҙы сисеү өсөн төрлө формалар, методтар ҡулланам.
Минең уйлауымса, башҡорт теле уҡытыусыһы булыу икеләтә ауырыраҡ: беренсенән, башҡорт теле уҡытыуҙы күп кенә ата-әсәләр, балалар аңламай; икенсенән, балаларҙың уҡытыусыға ҡарата ҡараштары үҙгәргән.
Мин, уҡытыусы булараҡ, бөтә көсөмдө биреп, бөтә яҡшылыҡты уҡыусыларымдың күңеленә һеңдерергә тырышам, ерҙе, тормошто аңларға, уны яратырға өйрәтәм. Уның ижад емеше лә йылдар аша билдәләнә. Ваҡыт үтеү менән шуныһы ҡыуандыра: минең күп уҡыусыларым башҡорт телендә аралаша, төрлө мәктәп һәм ҡала күләмендә үткәрелгән конкурстарҙа, сараларҙа ҡатнашалар.
Һәр уҡыусым яҡшы билдәләргә генә өлгәшергә тырыша, сөнки башҡорт телен икенсе предметтар менән бер итеп ҡуя һәм яуаплы ҡарай. Кем белә, бәлки, киләсәктә туған башҡорт телен ихтирам иткән, яратҡан кешеләр күберәк булыр. Уҡытыусының абруйы күтәрелер, уға ҡарата ихтирам артыр.
Йомғаҡлап шуны әйткем килә: мин бәхетле! Минең яратҡан һөнәрем, янымда һорау тулы күҙҙәре менән ҡарап торған уҡыусыларым бар. Уҡытыусы өсөн ошо иң ҙур бәхет түгелме ни?!” – ти ҙур ҡыуаныс менән остаз.
Әнүзә Рәмзин ҡыҙы “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһенең район этабында еңеү яулағандан һуң, республика күләмендә сығыш яһай һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2007” төбәк-ара конкурсында “Ижади илһам” номинацияһында еңеүсе тип билдәләнә. 2006 йылда грантҡа эйә була, БР Мәғариф министрлығы Почет грамотаһы менән бүләкләнә, “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары” конкурсы еңеүсеһе, Рәсәй Федерацияһының почетлы тәрбиә һәм белем биреү хеҙмәткәре.
“Мәктәпте тамамлап сыҡҡан уҡыусылар менән осрашып, хәтер яңыртабыҙ. Иҫтәлекле урындарҙа булыу, походтарға сығыу, тәбиғәт ҡосағында ял итеү кеүек мәктәп йылдарының күңелле хәтирәләрен иҫкә төшөрөп ултырабыҙ. Йылдар уҙһа ла, элекке уҡыусыларымдан: “Һеҙ уҙғарған мәктәп кисәләрен һағынабыҙ”, – тип әйтеүҙәре, байрамдарҙа ҡотлауҙары, хәл белешеп китеүҙәре, уларҙан ишеткән рәхмәт һүҙҙәре – барыһы ла иңгә ҡанаттар ҡуя, көс-дәрт өҫтәй. Күптән мәктәпте тамамлап киткән бер уҡыусымдың: “Һеҙ донъялағы иң яҡшы уҡытыусы!” – тигән һүҙҙәрен ишетеү хеҙмәтемә баһа тип уйлайым.
Ғөмүмән, мин барыһы өсөн дә яҙмышыма рәхмәтле: ғүмер бүләк иткән атай-әсәйемә, тормош иптәшем Мәжит Сәхиән улына. Ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек. Улар үҙ аллы донъя көтәләр. Юғары белемлеләр. Оло ҡыҙыбыҙ Луиза Сорғот ҡалаһында йәшәй, бер ҡыҙ, бер ул үҫтерә. Гөлназ – Мәскәүҙә, үҙ эштәре менән шөғөлләнәләр, бер ул үҫтерәләр. Ҡәҙерле ҡыҙҙарым, татыу туғандарым, йәшәгән тыуған ерем, хеҙмәттәштәрем, уҡыусыларым өсөн шөкөр итәм”, – ти хеҙмәтенән йәм табып йәшәгән хөрмәткә лайыҡ педагог.
* * *
Әләгәҙ мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ӘНҮЗӘ РӘМЗИН ҡыҙы СИРАЕВАны оло байрамы – 60 йәшлек юбилейы менән тәбрикләйбеҙ. Һеҙ ҡояш нурҙары аҡ ҡарҙарҙы, пак йәндәрҙе йылытҡан көндә яҡты донъяға килгәнһегеҙ. Һеҙгә оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек, рухи байлыҡ, күңел тыныслығы, бәхет теләйбеҙ. Көндәрегеҙ – ҡояшлы, төндәрегеҙ – айлы, хыялдарығыҙ яҡты, тормош күге гел аяҙ, күңелегеҙҙә гел яҙ булһын. Тырышлығығыҙ, һәләтегеҙ, йоҡоһоҙ үткәргән төндәрегеҙ шатлыҡ булып ҡайтһын!
Иң изге теләктәр менән
Әләгәҙ мәктәбе коллективы.

Автор: