Мәсетле тормошо
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
19 Декабрь 2023, 12:00

Тәмле бешереү – ысын сәнғәт

Көн һайын йөҙҙән ашыу балаға тәмле һәм туҡлыҡлы ризыҡ әҙерләү – ысын сәнғәт ул. Бөгөн беҙ һеҙгә 31 йыл Оло Ыҡтамаҡ лицейында эшләгән Гүзәл Ғәлләмова тураһында һөйләйәсәкбеҙ.

Тәмле бешереү – ысын сәнғәт
Тәмле бешереү – ысын сәнғәт

Ошо йылдар эсендә күпме бала уның аштарын ашап үҫкән! Уҡыу йылы дауамында ғына түгел, йәйге каникулдарҙа ла ул ябай ғына, әммә бик тәмле аш-һыу бешереүҙән туҡтамай.
– Гүзәл Рәзи ҡыҙы – оҫта ашнаҡсы, уның бешергән аштары телеңде йоторлоҡ, ризыҡтарын күңел йылыһын ҡушып әҙерләй, – тиҙәр мәктәптә был ихлас, изге күңелле ҡатын тураһында. Ул балалар өсөн аш әҙерләгәндә эш урынында көн һайын яҡшы кәйефтә йөрөй.
Биш-алты кешегә аш бешереү һәр хужабикәнең хәленән килә. Ә бына бер юлы йөҙәр балаға тәмле итеп әҙерләү һәр кемдең хәленән килмәй.
Гүзәл Ғәлләмова Хәйбулла районының Сиҙәм ҡасабаһында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Ике һылыу ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән, икеһендә лә – юғары педагогик белем.
Гүзәл Рәзи ҡыҙы әйтеүенсә, эшләргә килгәндә коллективтың ярҙамын тоймаһа, ул бындай оҫталыҡҡа ирешә алмаҫ ине. Уны мәктәптә тәжрибәле ашнаҡсылар Сәлимә Миңлебаева менән Фая Кулиева күп нәмәгә өйрәтә.
– Бала – ашнаҡсы өсөн айырым клиент. Уның үҙ талабы, шуға ла аш-һыу баланың теләгенә тура килергә тейеш, – тип һөйләй Гүзәл Ғәлләмова. – Ғөмүмән, беҙҙең мәктәптә уҡыусыларға мәктәп ашханаһында ашау оҡшай, айырыуса улар котлет ярата. Һәр ризыҡ тәмле булһын өсөн тырышабыҙ. Ә минең серем ябай – һәр саҡ яҡшы кәйефтә әҙерләргә кәрәк, сөнки ашнаҡсының энергетикаһы ризыҡтың тәменә йоғонто яһай. Мәктәп – ул шундай урын, унда ингәс тә, бинаға таралған аш-һыу еҫенә иғтибар итәһең.
Эш минең өсөн ижад кеүек – әҙерләргә, иң яҡшы команда составында профессиональ конкурстарҙа ҡатнашырға яратам, йыш ҡына ризыҡты үҙенсәлекле итеп биҙәп, еңеү яулайым, – ти ул.
Күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн Гүзәл Рәзи ҡыҙы БР Мәғариф министрлығының, Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының почет грамоталары менән наградланған.
Ғүмерегеҙҙең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршылағыҙ.
Юлдарығыҙҙа булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршығыҙҙа.
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәрегеҙҙе шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – ярты бәхет, тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Оло Ыҡтамаҡ лицейы ашханаһы коллективы.

Автор: