Мәсетле тормошо
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
8 Декабрь 2023, 12:15

Педагогик хеҙмәт ветеранына – 90 йәш

Педагогик хеҙмәт ветераны, оло ихтирамға лайыҡ уҡытыусы Зоя Никифоровна Цапалова бөгөн 90 йәшлек олпат юбилейын билдәләй.

Педагогик хеҙмәт ветеранына – 90 йәш
Педагогик хеҙмәт ветеранына – 90 йәш

Ул 50 йыл ғүмерен уҡытыусылыҡ эшенә бағышланы. Педагогик эшмәкәрлегенең бөтә йылдарында ла үҫеп килгән быуынға йылылыҡ һәм яҡтылыҡ бүләк итте. Уҡыусыларына ҡабатланмаҫ физика донъяһын асты, еребеҙҙәге ғәжәп күренештәр, уның серҙәре менән таныштырҙы, уларҙы һөйөү һәм изгелек һуҡмағынан оҫта алып барҙы, белемгә ынтылған йәш йөрәктәрҙә ҡыҙыҡһыныу уты ҡабыҙҙы.
Зоя Никифоровнаның дәрестәре һәр ваҡыт көсөргәнешле уҡыу хеҙмәте менән генә түгел, ә танып белеү шатлығы менән дә тулы булды. Ул бер ҡасан да өлгәшелгәндәр менән генә сикләнеп ҡалманы, үҙенең белемен даими камиллаштырҙы, һәр ваҡыт балаларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләүҙең яңы юлдарын, алымдарын эҙләне. Ул уҡыусыларына күпме рухи көс һәм энергия бирҙе! Тәрбиәләнеүселәрен физика закондарын ғына түгел, ә тормош ҡанундарын да дөрөҫ һәм ябай аңларға өйрәтте.
Зоя Никифоровна һәр ваҡыт энергиялы, эшлекле, үҙенә һәм тирә-яҡтағыларға талапсан булыуы, үҙ предметын яҡшы белеүе, методик оҫталығы, юғары эрудиция менән айырылып торҙо.
“1933 йылдың 8 декабрендә Оло Ыҡтамаҡ ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуғанмын. Атайым менән әсәйем колхозда эшләне. 1941 йылдың июлендә атайымды фронтҡа алдылар, әсәйем ҡулында биш бала ҡалды. Бик ауыр, ярлы йәшәнек. 1942 йылдың февралендә атайымдың үлеүе хаҡында хат алдыҡ, ә сентябрҙә өлкән апайым вафат булды, тормош хәле тағы ла насарая төштө. 1942 йылда мин мәктәпкә барҙым. 1954 йылда Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбенең 10-сы класын тамамланым һәм БДПИ-ның физика-математика факультетына уҡырға индем. 1957 йылда БДПИ-ны БДУ тип үҙгәрттеләр. 1959 йылда, университетты тамамлағас, Башҡорт ауыл хужалығы институты студенты Борис Цапаловҡа кейәүгә сыҡтым һәм Оло Ыҡтамаҡ ауылына йәшәргә ҡайтып, мәктәптә эшләй башланым, уҡытыусылар мине эшкә өйрәтте. Эшләгәндә коллегаларым Н. Д. Филиппова, С. Г. Хафизова, А. И. Глухов һәм башҡалар тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Физика һәм математиканан уҡыттым. Мәктәп дүрт бинала урынлашҡан ине. Тәжрибә өсөн приборҙарҙы бер бинанан икенсеһенә, бер кабинеттан икенсеһенә күсерергә тура килде, был бик уңайһыҙ булды. Әммә шулай эшләргә тура килде, балалар был хәлгә аңлап ҡараны. Йыл һайын класс етәксеһе булдым. Уҡыусылар менән походтарға йөрөнөк, Мәскәүгә, Ленинградҡа, Горькийға һәм башҡа ҡалаларға туристик путевкалар буйынса барҙыҡ. Балаларға бик оҡшай торғайны.
Кластар шулай уҡ “Әйҙәгеҙ әле, егеттәр!”, “Әйҙәгеҙ әле, ҡыҙҙар!” кеүек төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашты һәм йыш ҡына беренсе урындар биләне. Күп кенә уҡыусыларым физика буйынса район һәм республика олимпиадаларында әүҙем сығыш яһаны, призлы урындар яуланы, ә юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә ҙур конкурсты еңел уҙҙы. Шулай уҡ йәмәғәт эшен алып барҙым: ауыл Советы депутаты, урындағы комитет ағзаһы, мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюздарының уҡыу комиссияһы рәйесе, физика уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе”, – тип хәтерләй Зоя Никифоровна.
Зоя Никифоровна төрлө грамоталар менән бүләкләнгән: мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзы, БАССР Мәғариф министрлығы. Ул – социалистик ярышта еңеүсе, һөнәре буйынса иң яҡшыһы, педагогик хеҙмәт ветераны.
Ире менән ике бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Улы менән ҡыҙы Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған, һөнәрҙәре буйынса эшләйҙәр. Зоя Никифоровна 1998 йылда хаҡлы ялға сыға.
Уҡыусылары уның тураһында йылылыҡ, һөйөү менән иҫкә ала һәм ҡотлауҙарға ҡушыла:
Зоя Никифоровна етәкселегендә мәктәпте тамамлауға 45 йылдан ашыу ваҡыт үтте. Беҙҙең синыфҡа бәхет йылмайҙы. Зоя Никифоровна ябай уҡытыусы ғына түгел, ә үҙ эшенең профессионалы ла. Беҙҙең өсөн ул иң яҡын кеше һәм ышаныслы дуҫ, остаз һәм психолог булды. Зоя Никифоровна әле лә беҙҙе тормош юлынан төплө кәңәштәре, ауыр минуттарҙа ярҙамы менән алып бара. Уның өй ишеге беҙҙең өсөн һәр ваҡыт асыҡ.
Беҙ инде үҙебеҙ ҙә хәҙер оло кешеләр, әммә әле лә уға тиңләшәбеҙ. Зоя Никифоровна, һеҙҙең юбилейығыҙҙа беҙ һеҙгә бөтә эшләгән яҡшылығығыҙ, ҡылған изгелегегеҙ, күңел йылыһы, иғтибарығыҙ өсөн сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һаулыҡ һәм бәхет һеҙгә! Беҙ һеҙҙе яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ!
10 “А” класс, 1977 йылғы сығарылыш.
* * *
Тыуған көнөгөҙ менән, беҙҙең иң яҡшы һәм изге күңелле класс етәксеһе Зоя Никифоровна! Эйе, ул беҙҙең иң шәп уҡытыусыбыҙ! Мин Оло Ыҡтамаҡ ауылынан китһәм дә, һеҙ һәм беҙҙең класс минең өсөн иң яҡшыһы булды һәм булып ҡала. Һеҙҙе һәм синыфташтарымды һәр ваҡыт йылылыҡ менән иҫкә алам. Беҙҙе дуҫ, берҙәм, яуаплы булырға өндәнегеҙ, сабыр һәм ихтирамлы булырға өйрәттегеҙ, быларҙың барыһы ла баһалап бөткөһөҙ. Аҡыллы һәм ғәҙел, йомарт булдығыҙ, һәр ваҡыт һәр уҡыусыға йылы һүҙ таба белдегеҙ. Һеҙ – оло хөрмәткә лайыҡ ысын уҡытыусы эталоны. Һеҙҙе юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлайым! Алдағы тормошоғоҙ яҡты һәм матур мәлдәр менән тулы булыуын, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, изгелек һәм бәхет теләйем. Тыуған көнөгөҙ менән, яратҡан уҡытыусыбыҙ!
Хөрмәт итеп Сания Солтанова, 10 “А”, 1981 йылғы сығарылыш.
* * *
Үҙебеҙ, балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ уҡығанда ла лицей үҙенең уҡытыусылары менән дан тота. Әммә мин яратҡан уҡытыусыбыҙ, матур, аҡыллы, интеллигент, йомшаҡ, изге күңелле, толерантлы, балаларҙы һәм үҙ һөнәрен яратҡан яҡшы педагог, класс етәксеһе һәм физика уҡытыусыһы Зоя Никифоровна Цапалова тураһында һөйләргә теләйем. Уның эше мәктәптә дәрестәр тамамланһа ла дауам итте. Беҙ мәктәп йылдарында ниндәй генә хәлдәргә тарыһаҡ та, Зоя Никифоровна беҙгә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙҙы, ғәҙеллеккә ышанырға өйрәтте, беҙҙең өсөн яҡшыраҡ булһын тип тырышты. Юғары синыфҡа етәрәк беҙ берҙәм ғаилә булып киттек, ул беҙҙең таянысыбыҙ булды һәм хәҙер, күп йылдар үткәс, синыф менән осрашып, беҙ уны онотмайбыҙ. Мәктәп дуҫлығын йылдар үткәс тә өҙмәй, ҡәҙерле уҡытыусыбыҙ күтәргән юғары баһаны төшөрмәҫкә тырышып дауам итәбеҙ. Һаулыҡ һәм именлек һеҙгә, хөрмәтле уҡытыусыбыҙ!
Гүзәл Саҙиҡова, 10 “А”, 1981 йылғы сығарылыш.
* * *
Уҡытыусы өсөн иң мөһиме – уҡыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең яҡшы мөнәсәбәте. Был уҡытыусы өсөн иң оло бәхет.
Һеҙгә, Зоя Никифоровна, ныҡлы һаулыҡ, именлек, дәрт һәм көс теләйбеҙ!
Ихтирам менән лицей етәкселеге, уҡытыусылар коллективы һәм
педагогик хеҙмәт ветерандары.

Автор: