Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
30 Октябрь 2023, 10:50

Ғаиләнең ныҡлы терәге һәм йәме

Ағастарҙың һары тәңкәләре ергә түшәлеп, миләш менән балан сағыу ҡыҙыл муйынсаҡтар кейгән ошондай матур көҙгө көндәрҙә донъяға һылыу, изгелекле, алсаҡ ҡыҙ бала тыуған. Яҡындары һәм туғандары өсөн ул йылылыҡ бөркөүсе, хәстәрлеге менән солғап алып, наҙ өләшеүсе.

Ғаиләнең ныҡлы терәге һәм йәме
Ғаиләнең ныҡлы терәге һәм йәме

Альвера Хәмит ҡыҙы Әләгәҙ ауылында донъяға килгән. Урындағы мәктәпте тамамлағандан һуң, Бөрө медицина училищеһына фельдшерҙар әҙерләү бүлегенә уҡырға инә. Диплом алғас, йүнәлтмә буйынса тыуған яҡтарына ҡайта һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген Ҡорғат фельдшерлыҡ пункты мөдире булып башлай. Бер йылдан Рәлиф Шәрәфетдин улы менән яҙмышын бәйләй һәм ғаилә тыуған ауылына ҡайта. Ғаилә башлығы совхозда баш инженер булып эшләһә, ул Әләгәҙ дауаханаһына урынлаша: шәфҡәт туташы һәм фельдшер булып эшләй. 35 йылдан һуң хаҡлы ялға сыға. Хәҙер ир менән ҡатын икеһе лә – хеҙмәт ветерандары.
Күп йыллыҡ хеҙмәте осоронда Альвера Мөхәмәҙуллина рәхмәт һүҙҙәрен күп ишетә. Үҙенең уңғанлығы, ихласлығы, алсаҡлығы, ябайлығы менән ул ауылдаштары араһында ихтирам һәм танылыу яулай.
Уның тырыш хеҙмәте иғтибарһыҙ ҡалмай, күп тапҡыр почет грамоталары менән бүләкләнә, шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһенә лайыҡ була.
Хәҙер Альвера Хәмит ҡыҙы хаҡлы ялда һәм бөтә иғтибарын ғаиләһенә бүлә. Тормош иптәше менән татыу ғүмер кисереүҙәренә 48 йыл булып та киткән, әммә улар бөгөн дә, яңы ғашиҡ булған йәш парҙай, бер-береһенең күҙҙәренә һөйөү тулы наҙлы ҡараш менән баға. Йылдар буйына ҡәҙерләп һаҡлап килгән һөйөүҙәре уларҙың ғаилә усағын дөрләтә.
Мөхәмәҙуллиндарҙың ныҡлы, дуҫ ғаиләһендә ике бала үҫә. Ата-әсә балаларына яҡшы белем алырға ярҙам итә. Ҡыҙҙары Эльвина – банк хеҙмәткәре, улдары Ренат – инженер-төҙөүсе. Уларҙың һәр береһе ғаиләләре менән Өфөлә йәшәй.
Хәҙер Мөхәмәҙуллиндар – бәхетле өләсәй менән олатай, уларҙың өс ейәне, ике ейәнсәре, бүләһе бар. Байрам һайын улар ҡунаҡҡа ҡайтып төшә. Альвера Мөхәмәҙуллина ҡәҙерлеләрен тәмле, хуш еҫле өй ризыҡтары менән һыйлай.
Хаҡлы ялдағы ир менән ҡатын эшһеҙ ултырыуҙы хуп күрмәй, уларҙың ҙур ярҙамсы хужалыҡтары бар, ғаилә кәзә, күркә, тауыҡ аҫрай, умарта тота. Альвера Хәмит ҡыҙы ҙур баҡсаһында йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә, ҡышҡылыҡҡа төрлө ҡайнатмалар әҙерләй. Юбиляр сәскәләр ҙә ярата, шуға күрә уның өй алды төрлө төҫтәге хуш еҫле сәскәләргә күмелеп, әкиәт батшалығын хәтерләтә.

Әләгәҙ ауылынан һөйөклө ҡатыным, яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ АЛЬВЕРА ХӘМИТ ҡыҙы МӨХӘМӘҘУЛЛИНАны ысын күңелдән 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һин – аҡыллы ҡатын һәм әсәй-өләсәй, һин – беҙҙең ғаиләнең иң ҡиммәтле байлығы. Ғүмереңдәге ошо әһәмиәтле көндә оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ, бәхет менән тулы аяҙ көндәр, яҡшы хәл-ваҡиғалар ғына теләйбеҙ. Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәше, балалары, ейәндәре, бүләһе.

Автор: