Мәсетле тормошо
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
17 Октябрь 2023, 09:25

Оло рәхмәт һүҙе менән

Аҙанғол ауылында тыуып үҫкән һәм бөгөн дә ошонда ғүмер итеүсе ҡәҙерле кешебеҙ Фәймә Әхмәтйән ҡыҙы Хәкимова 10 октябрҙә 85 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне.

Оло рәхмәт һүҙе менән
Оло рәхмәт һүҙе менән

Был юлдарҙы әсәйебеҙгә оло һөйөү һәм хөрмәтебеҙҙе еткереп яҙабыҙ.
Әсәйебеҙҙең тормош юлы, ул ваҡытта йәшәгән кешеләрҙеке кеүек, ябай булмаған көндәлек хеҙмәт һәм хәстәрлектә уҙа. Атайыбыҙ Энгельс Сәлим улы менән сәстәрен-сәскә бәйләп, алты балаға ғүмер бүләк иттеләр. Ҡыҙғанысҡа күрә, атайыбыҙ беҙҙең аранан бик иртә китте. Әсәйебеҙгә беҙҙе бер үҙенә аяҡҡа баҫтырырға еңелдән булмағандыр. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, ул бирешмәй, матур донъя көтә: емеш-еләк үҫтерә, мал тота. Ул үҫтергән сәскәләр тирә-яҡҡа нур бөркөп, йәм биреп ултыра. Әсәйебеҙ хаҡлы ялға сыҡҡансы һәм сыҡҡас та Фрунзе исемендәге колхозда һауынсы булып эшләне. Йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалманы, бер нисә ҡабат ауыл Советы депутаты итеп һайланды.
Әсәйебеҙ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, почет грамоталары менән бүләкләнгән. II дәрәжә әсәлек миҙалына лайыҡ.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан ул әле лә ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша. Йәштәр менән аралаша, улар- ға кәңәштәрен бирә.
Беҙ, уның балалары, әсәйебеҙгә хеҙмәтсән, етешлектә йәшәгән яҡшы ғаиләлә үҫтергәне, лайыҡлы белем биреп, оло юлға аяҡ баҫырға ярҙам иткәне өсөн бик ныҡ рәхмәтлебеҙ.
Ваҡыт һиҙҙермәй уҙа. Балалары үҫеп еткән, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре үҫеп килә. Әсәйебеҙ ҙур, татыу ғаиләһе менән ғорурлана ала. Беҙҙең иғтибарҙы һәм хәстәрлегебеҙҙе тойоп йәшәгән әсәйебеҙҙе барыбыҙ ҙа яратабыҙ.
Һәр саҡ алсаҡ, изге күңелле әсәйебеҙ балаларында ла шундай сифаттар тәрбиәләгән. Үҙенең наҙын, күңел йылыһын өләшеп, беҙҙең ихтирамда йәшәй.

* * *

Һөйөклө әсәй-өләсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, туғаныбыҙ ФӘЙМӘ ӘХМӘТЙӘН ҡыҙы ХӘКИМОВАны 85 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Ҡәҙерлебеҙгә ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, йән тыныслығы, бәрәкәтле тормош теләйбеҙ. Ҡартайыуҙы һиҙмәйсә, йәшәү дәртен һүндермәйсә, оҙон ғүмер кисерергә яҙһын. Ғүмер буйы балаларың тип йәшәнең, бик ҙур рәхмәт һиңә, әсәй.
Юбилейың, әсәй, ҡотло булһын,
Теләйбеҙ бәхет кенә.
Һөйөндөрһөн һәр бер көнөң,
Шатлыҡтар килеп кенә.
Оҙон ғүмер бирһен, Хоҙай,
Ҡояш һиңә бирһен яҡтылыҡ.
Барлыҡ балаларың, ейәндәрең
Килтерһендәр бары тик шатлыҡ!
Ҡотлау менән ҡыҙҙары Клара, Гөлбикә, Гөлсәриә, кейәүҙәре Ғаян, Эдуард, улдары Фәнис,
Илфат, килене Минзилә, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре һәм туғандары.

Автор: