Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
16 Октябрь 2023, 11:10

Һөйөү һәм ихтирам – ныҡлы ғаилә нигеҙе

Бергә оҙон ғүмер кисереү – оло бәхет, шул уҡ ваҡытта был ҙур хеҙмәт тә. Арабыҙҙа башҡаларға хөрмәт менән ҡараған, ғаилә традицияларын ҡәҙерләп һаҡлаған, балалар тәрбиәләүҙә һаҡсыл һәм талапсан булған матур парҙар күп. Ошондай ғаиләләрҙең береһе хаҡында барасаҡ бөгөн һүҙ.

Һөйөү һәм ихтирам – ныҡлы ғаилә нигеҙе
Һөйөү һәм ихтирам – ныҡлы ғаилә нигеҙе

Бибиәсмә һәм Рәйес Аҡтимеровтар 56 йыл татыу ғүмер кисерә. Улар икеһе лә – Оло Аҡа ауылынан, ошонда үҫкәндәр, мәктәпте тамамлағандар.
Рәйес Ҡотдос улы 1941 йылда тыуған. Бала сағынан механизатор булырға хыяллана, шуға күрә мәктәптән һуң Ярославка училищеһына уҡырға инә, унда тракторсы-машинист һөнәре буйынса белем ала. Һуңыраҡ тыуған ауылына ҡайта һәм “Мәсәғүт” совхозына комбайнсы булып эшкә урынлаша, унда бер нисә йыл эшләй, ә һуңынан өс йыл тыуған иленә хеҙмәт итә, авиация ғәскәрҙәрендә механик-водитель булып эшләй.
Демобилизациянан һуң Мәсетле районына ҡайта. Хеҙмәт эшмәкәрлеген “Әй” совхозында дауам итә. Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем шофер булып эшләй. Намыҫлы хеҙмәте һәм юғары хеҙмәт күр-һәткестәре өсөн бер нисә тапҡыр юғары наградаларға, миҙалдарға лайыҡ була: III дәрәжә Хеҙмәт даны ордены менән наградлана, шулай уҡ уның “Һуғыш балалары” миҙалы бар.
Ҡатыны Бибиәсмә Носрат ҡыҙы мәктәпте тамамлағандан һуң Оло Аҡа мәктәбенә секретарь булып эшкә урынлаша һәм 30 йыл ошо эште башҡара. 1996 йылдан Оло Аҡа ауыл советында эшләй, унан хаҡлы ялға сыға.
Аҡтимеровтар 1967 йылдың апрелендә өйләнешә. Улдары Фидаил менән ҡыҙҙары Флидаға ғүмер бүләк итеп, уларҙы тәрбиәләп үҫтерәләр. Хәҙер балалары үҙ аллы йәшәй, һәр кемдең үҙ ғаиләһе бар. Ҡыҙҙары Флида Башҡорт медицина университетын тамамлаған, “Башҡортостандың атҡаҙанған табибы” исеменә эйә. Ире менән Мәсәғүт ауылында йәшәйҙәр, урындағы дауаханала табип булып эшләйҙәр. Өс улдары бар. Улдары Фидаил тыуған ауылында йәшәй, ҡатыны Раушания менән ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Ғаилә күпләп мал ҡарай. Аҡтимеровтарҙың балалары бөгөнгө көнгә тиклем ата-әсәләренә ярҙам итә: улдары малдарын ҡараша, ҡыҙҙары ата-әсә йортона йыш ҡайта һәм өй мәшәҡәттәренең бер өлөшөн үҙ өҫтөнә ала.
2017 йылда Аҡтимеровтар “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” наградаһына лайыҡ була. Оло йәштәге пар бөгөн дә ҙур хужалыҡ алып бара: күркәм йорт янында һәр ваҡыт таҙалыҡ һәм тәртип, гөрләп үҫеп ултырған баҡса, аллы-гөллө сәскәләр. Шулай уҡ ир менән ҡатын – һәүәҫкәр умартасылар. Бынан тыш мал һәм күп итеп йорт ҡоштары аҫрайҙар.
Йәш, әлбиттә, үҙен һиҙҙерә, әммә улар – хеҙмәттә сыныҡҡан кешеләр, бөтә ауырлыҡтарҙы бергә еңеп сығалар. Бәхетле һәм ныҡлы ғаилә союзының серен ир менән ҡатын йылдар үткән һайын нығына ғына барған бер-береһенә ҡарата хистәрҙә генә түгел, ә ихтирамлы мөнәсәбәттә лә күрә.
Ауылда Аҡтимеровтар – хөрмәтле пар. Рәйес ағай менән Бибиәсмә апай, үҫеп килгән быуын өсөн өлгө булып, тормош юлынан ныҡлы атлай.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Автор: