Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
16 Октябрь 2023, 15:30

Изге күңелле, алсаҡ, һөйкөмлө...

Һәр кешенең тормошонда уның характеры һәм донъяға ҡарашын формалаштырыуға һиҙелерлек йоғонто яһаған кешеләр бар.

Изге күңелле, алсаҡ, һөйкөмлө...
Изге күңелле, алсаҡ, һөйкөмлө...

Бөгөн мәктәптә эшләгән һәр кем киләсәккә юл һала һәм уның өсөн яуаплы. Тормош юлында мауығыу уятҡан, һөйөү тәрбиәләгән һәм, әлбиттә, төплө белем биргән уҡытыусыға тап булған һәр кеше бәхетле. Зөлфиә Хәйруллинаға ысын педагог сифаттары хас: һәләт, күңел йылыһы, аҡыл, һиҙгерлек, сабырлыҡ, бөтмәҫ энергия, үҙ фәнеңде яҡшы белеү һәм методик оҫталыҡ. Изге күңелле, алсаҡ, һөйкөмлө – 15 октябрҙә 55 йәшлек юбилейын билдәләгән Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙы был һәм башҡа бик күп яҡшы һүҙҙәргә лайыҡ.
Ул Оло Аҡа ауылында тыуған. Мәктәпте “бишле”гә тамамлай һәм Башҡорт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. Ул йылдарҙа “Информатика” һөнәре буйынса тәүге төркөм йыйыла һәм Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙы бер юлы ике йүнәлеш буйынса белгес булып сыға. Студент йылдарында институттың бөтә йәмәғәт сараларында әүҙем ҡатнаша.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Иглин районының Таутөмән урта мәктәбендә башлай, унда информатика предметы буйынса беренсе дипломлы белгес була, компьютер класын асыуға үҙ өлөшөн индерә.
1996 йылдан Зөлфиә Хәйруллина Оло Ыҡтамаҡ лицейында математика һәм информатика уҡытыусыһы булып эшләй. Әйтергә кәрәк, ул информатика буйынса белем биреү программаһын төҙөй һәм уның буйынса дәрестәр алып бара.
Уның дәрестәрендә һәр ваҡыт тыныс мөхит хөкөм һөрә, ул һәр уҡыусының һәләтен асырға, үҫтерергә булышлыҡ итә. Тәрбиәләнеүселәре проект, тикшеренеү эшмәкәрлегенә йәлеп ителгән, олимпиадаларҙа, акцияларҙа, конкурстарҙа призлы урындар биләй. Уҡытыусының тыныс, баҫалҡы булыуы, интеллигентлығы коллегалары, уҡыусылар, ата-әсәләр араһында ихтирам һәм рәхмәт тойғоһо уята.
Мәғариф системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Зөлфиә Хәйруллина Мәсетле районы мәғариф бүлеге һәм хакимиәте, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы рәхмәт хаттары, грамоталары менән бүләкләнгән.
Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙы – яҡшы педагог ҡына түгел, һөйкөмлө ҡатын, өс бала әсәһе лә. Оло Ыҡтамаҡ лицейында физика фәнен уҡытҡан тормош юлдашы Динар Нәбиулла улы уның өсөн терәк һәм ышаныс булып тора. Хәйруллиндар-ҙың өлкән балалары Марат менән Зарина мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған, кесе ҡыҙҙары Динара 10-сы класта уңышлы уҡый.
Эштә күп көс һалыуға ҡарамаҫтан, юбиляр күңеленә ятҡан шөғөлдәр өсөн дә ваҡыт таба. Ул баҡса үҫтерә, иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем йорт биләмәһен матур сәскәләр, үҫемлектәр биҙәй.

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан һөйөклө ҡыҙыбыҙ, ҡатыным, әсәйебеҙ ЗӨЛФИӘ МИҘХӘТ ҡыҙы ХӘЙРУЛЛИНАны ысын күңелдән күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ике бишле һинең матурлығың, һөйкөмлөлөгөң, тәрән тормош аҡылың, күркәм йәшеңдең лайыҡлы баһаһы булһын. Күңел йәшлеген һаҡлап ҡалып, тирә-яҡтағыларҙы үҙеңдең булмышың менән ҡыуандырып тор, ғүмер һуҡмағынан артабан да ныҡлы баҫып атла. Һәр тыуар көндө шатлыҡ-ҡыуаныстар, матур уйҙар, яҡшы ниәттәр менән ҡаршыла. 55-тә яңы тормош башлана, шуға ла һиңә сағыу ваҡиғалар, ҡыйыу аҙымдар, бар нәмәгә тыныс ҡарауыңды теләйбеҙ. Һин беҙҙең өсөн иң матур, наҙлы, һоҡланғыс яҡыныбыҙ, артабан да ошо күркәмлекте юғалтмай йәшә.
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен
Тыуыр таңдарыңдың балҡышы.
Томбойоҡло күңел күлдәреңдең
Йәшә булып гүзәл аҡҡошо!
Иң изге теләктәр менән атаһы Миҙхәт, әсәһе Зилара,
тормош иптәше Динар, балалары Марат һәм Лилиә, Зарина һәм Игорь, Динара.
* * *
Хөрмәтле коллегабыҙ ЗӨЛФИӘ МИҘХӘТ ҡыҙы ХӘЙРУЛЛИНАны ысын күңелдән матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һеҙ 55 йыл донъяны йәмләп, матурлап, Һеҙҙе уратып алған кешеләргә изгелек өләшеп, нур һибеп йәшәйһегеҙ. Артабан да күңелегеҙ менән матур, һөйкөмлө, аҡыллы, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булған ышаныслы хеҙмәттәш булып ҡалығыҙ. Һеҙгә тик шатлыҡлы матур көндәр теләйбеҙ. Һеҙ – иң яҡшыһы. Ошо күркәм йәш артабан да тормоштан ләззәт алып, ҡыуаныстарға төрөнөп, һөйөп-һөйөлөп йәшәү, киләсәккә матур маҡсаттар билдәләү мәле. Һеҙгә яҡшы кәйеф, позитив хәл-ваҡиғалар, эшегеҙҙә уңыштар, хөрмәт-данға төрөнөп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Барлыҡ теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын.
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарығыҙ.
Ә ғүмерегеҙҙең әле йәшәп туймаҫ,
Гөрләп торған елле саҡтары.
Тәбрикләйбеҙ юбилейығыҙ менән,
55 йәш – ул сәскә саҡ ҡына.
Донъя имен, йәнегеҙ тыныс булып
Ең һыҙғанып йәшәр мәл генә.
Хоҙай Һеҙгә сәләмәтлек бирһен,
Һеҙ булғанда ҡояш нур сәсә.
Кәңәшсебеҙ булып,
Йәшәгеҙ Һеҙ шулай йөҙгәсә!
Оло Ыҡтамаҡ лицейының тәбиғи-ғилми дисциплиналар уҡытыусылары.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан мөләйем, изге күңелле, һөйкөмлө һәм һөйөклө туғаныбыҙ ЗӨЛФИӘ МИҘХӘТ ҡыҙы ХӘЙРУЛЛИНАны ысын күңелдән 55 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һәр көн бәхетле йылмайыуҙан, татлы илһамланыуҙан башланһын, сағыу бәхетле мәлдәр алып килһен, эштәрең уңышлы барһын, һәр кис йәм һәм күңел тыныслығы алып килһен, тормошоң матур, сағыу булып оҙон-оҙаҡ дауам итһен.
Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға.
Һинән ғәзиз кеше бармы икән,
Беҙ бәхетле тик һин булғанға.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!
Иң изге теләктәр менән Кашаповтар.

Автор: