Мәсетле тормошо
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
22 Сентябрь 2023, 16:30

Заман менән бергә атлай

Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ ауылы филиалынан һөнәр алған һәләтле балалар сыға оло тормошҡа. Улар үҙҙәрен һайлаған һөнәрендә таба һәм педагогтарын рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә ала. Һөнәри дисциплиналар уҡытыусыһы Вәсилә Вәрис ҡыҙы Сәфиуллина үҙенең уҡыусыларын йыш ҡына осрата һәм уларҙың ҡаҙаныштары менән ғорурлана. Ул уҡыусыларҙа белемгә һәм камиллашыуға ынтылыуҙы нисек үҫтерә?

Заман менән бергә атлай
Заман менән бергә атлай

“Үҙ ғүмеремдә берәй ҡасан уҡытыусы булырға тура киләсәген уйламай инем”, – ти Вәсилә Вәрис ҡыҙы.
1980 йылда мәктәпте тамамлағас, Силәбе өлкәһе Коркин ҡалаһындағы аҙыҡ-түлек сәнәғәте техникумына уҡырға инә. Технолог дипломын алғас, ул күп йылдар һөнәре буйынса эшләй, кәрәкле етештереү тәжрибәһен туплай. Ул тәүге уҡыу көндәренән алып студенттарҙа һайлаған һөнәренә һөйөү тәрбиәләй, эш серҙәренә өйрәтә.
Педагогик эшмәкәрлек процесында Вәсилә Вәрис ҡыҙы үҙ бурысын уҡыусыларға һөнәри белем биреүҙә генә түгел, ә уларҙы төп эш алымдарына һәм алгоритмдарына, заманса һәм көнүҙәк һорауҙар ҡуя белеүгә, ҡатмарлы мәғлүмәт ағымдарында дөрөҫ йүнәлеш алырға һәм уларға үҙ аллы нигеҙле яуап эҙләргә өйрәтеүҙә күрә. Дәрескә әҙерлек этабында һәм уның барышында Вәсилә Вәрис ҡыҙы заманса мәғлүмәт-компьютер технологияларының бай мөмкинлектәрен файҙалана. Улар, ғәҙәти уҡытыу сараларынан айырмалы рәүештә, күп һанлы әҙер, етди һайлап алынған, тейешле рәүештә ойошҡан белемде биреп кенә ҡалмай, ә уҡыу-сыларҙың интеллектуаль, ижади һәләттәрен үҫтерергә мөмкинлек бирә, шулай уҡ мәғлүмәти белемде киңәйтеүгә лә булышлыҡ итә. Педагог компьютерҙы яҡшы үҙләштергән һәм еңел булмаған эштә хеҙмәттәштәренә шәхси өлгө күрһәтә, кәңәше менән ярҙам итә.
Эш барышынды компьютер һәм мультимедия проекторын ҡулланып, Вәсилә Вәрис ҡыҙы дәрестәрен аңлайышлы, яҡшы күргәҙмә менән алып бара. Рәсәйҙә ғилми педагогикаға нигеҙ һалыусы Константин Дмитриевич Ушинский ҙа: “Балалар тәбиғәте күргәҙмәне талап итә”, – тип билдәләгән. Күргәҙмә материал теманы үҙләштереүҙе еңеләйтә, сөнки уҡыусыларҙың бөтә ҡабул итеү – күреү, ишетеү, механик һәм эмоция – каналдары йәлеп ителә, уҡыу материалын сағыу терәк образдар системаһы итеп күрһәтергә, өйрәнелгән материалды яҡшы иҫтә ҡалдырырға, үҙләштереүҙе еңеләйтергә мөмкинлек бирә. Уҡыусыларҙы бындай дәрестәр үткәреү яңылығы йәлеп итә, һөнәри цикл предметтары менән ҡыҙыҡһындыра. Уның уҡыусылары профессиональ оҫталыҡ конкурстарында, төбәк һәм Бөтә Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша.
Вәсилә Сәфиуллина ябай уҡытыусы ғына түгел, профессиональ дисциплиналар методисы булып та тора. Ул белеме менән коллегалары араһында бик теләп уртаҡлаша, семинар, методик берекмәләрҙә сығыш яһай. Үҙ белемен тулыландырыу тураһында ла онотмай: аттестация йомғаҡтары буйынса уға юғары квалификация категорияһы бирелде.
Ул – мауығыусан кеше, буш ваҡытта умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Вәсилә Вәрис ҡыҙы – яратҡан әсә, дүрт ейән-ейәнсәргә хәстәрлекле өләсәй.
Быйылғы уҡыу йылы Вәсилә Сәфиуллина өсөн юбилей датаһынан башлана: уға 60 йәш тула. Ул элеккесә ижади эҙләнеүҙәр, идеялар һәм уй-фекерҙәр менән тулы.


Хөрмәтле Вәсилә Вәрис ҡыҙы!
Һеҙҙе ысын күңелдән юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, бәхетле оҙон ғүмер, уңыштар, тормош юлығыҙ тик аяҙ көндәрҙән тороуын, эшегеҙ ҡыуаныс һәм ҡәнәғәтлек алып килеүен теләйбеҙ. Уҡыусыларығыҙ һәм хеҙмәттәштәрегеҙ тарафынан тик рәхмәт һүҙҙәре яңғыраһын. Тыуған көнөгөҙ – күркәм юбилейығыҙ менән!
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен Һеҙгә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!
Ихлас ҡотлау теләктәре менән Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ
ауылы филиалынан коллегалары.

Автор: