Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
22 Сентябрь 2023, 09:30

Маҡтауға лайыҡ юбиляр

Мәсетле районында маҡтауға лайыҡ гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарҙың күп булыуы бер кемгә лә сер түгел. Улар тураһында тотош романдар, поэмалар ижад итергә булыр ине. Бөгөн ошондай гүзәл заттарыбыҙҙың береһе хаҡында һүҙ барасаҡ.

Маҡтауға лайыҡ юбиляр
Маҡтауға лайыҡ юбиляр

Урман-ҡырҙарыбыҙ алтынға мансылып, ҡояш әле сағыу нурҙарын ергә йәлләмәй өләшкән күркәм миҙгелдә Дыуан-Мәсетле ауылында йәшәгән ҡәҙерле һеңлебеҙ, апайыбыҙ Мәүжиҙә Хәйретдин ҡыҙы Аллаярова 65 йәшлек матур юбилейын ҡаршылай.
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ 22 сентябрҙә Мәсетле районының Ҡаранай ауылында тыл һәм һуғыш ветерандары Вазифа менән Хәйретдин Мөхәмәтйәновтарҙың ишле ғаиләһендә етенсе бала булып донъяға килә. Уның бала сағы, йәшлек йылдары бөтәбеҙҙең күҙ алдында үтте. Дыуан-Мәсетле урта мәктәбен тамамлағас, Өфө полиграфия училищеһына уҡырға инде, һуңынан ситтән тороп Өфө китапхана техникумын тамамланы. Хеҙмәт юлын Мәсәғүт типографияһында баҫыусы машина операторы булып башланы.
Тыуған ауылын өҙөлөп яратҡан ҡыҙҙы яҙмышы Дыуан-Мәсетле ауылына алып ҡайтты һәм ҡәҙерлебеҙ урындағы мәҙәниәт йортонда директор булып хеҙмәт юлын дауам итте. Бында ул тормош иптәше Динар Сәбиғийәр улы Аллаяровты осратып, матур итеп ғаилә ҡороп ебәрҙеләр. Туғаныбыҙ тормош иптәше менән өс улға ғүмер биреп, уҡытып, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар.
Ун йыл мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәндән һуң хеҙмәт юлын Дыуан-Мәсетле урта мәктәбендә китапханасы булып дауам итте, “Хеҙмәт ветераны” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Бөгөн ул, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ауыл, район, республика күләмендә үткән бер саранан, байрамдан ситтә ҡалмай әүҙем ҡатнаша. Дыуан-Мәсетле ауылындағы “Ағинәйҙәр” ҡоро, “Зөбәржәт” ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле һәм “Байрам” ҡумыҙсылар ансамбленең иң әүҙем ағзаһы. Баҡсаһында төрлө матур сәскәләр, емеш-еләк үҫтерә, ә өй эсендә ниндәй генә гөлдәр юҡ?! Торғаны бер “ботаника” баҡсаһы.
Ҡәҙерлебеҙҙе күркәм юбилейы менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, Динар кейәүебеҙ, еҙнәбеҙ менән артабан да тиң-тигеҙ ғүмер кисереүен теләйбеҙ. Улдарығыҙға, килендәрегеҙгә киләсәктә һөйкөмлө әсәй, ҡәйнә-ҡайны, бәхетле ҡартәсәй-ҡартатай булып, ете ейән-ейәнсәрегеҙгә һөйөнөп йәшәргә насип итһен.
Ҡәҙерлебеҙ, нур бөркөп торған донъяғыҙҙың рәхәтен күреп оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ. Килер көндәрегеҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар менән тулы булһын, барыр юлдарығыҙҙы яҡтыртһын, күңелдәрегеҙгә йылылыҡ һәм йәшәү дәрте өҫтәһен!
Ҡотлау менән барлыҡ туғандар исеменән ағайың Ратмир һәм еңгәң Сәлисә, энекәшең Рафиҡ менән
киленең Көнһылыу, һеңлең Миләүшә менән кейәүең Рауфан.

Автор: