Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
6 Сентябрь 2023, 12:00

Алтындан ҡойолған мөхәббәт

Оҙаҡ йылдар бергә йәшәү – ҙур бәхет. Тиҫтәләгән йылдар бергә матур йәшәгән парҙар ғаилә мөнәсәбәттәренең ныҡлығын үҙ өлгөләрендә дәлилләй. Уларҙың татыулығы, бер-береһе хаҡында хәстәрлек күреүе, ихтирам итеп йәшәүе йәштәр өсөн өлгө булып тора.

Алтындан ҡойолған мөхәббәт
Алтындан ҡойолған мөхәббәт

Илле йыл дауамында тормошта иңгә-иң терәп атлау һәм һәр бәхетле көнгә бергәләп ҡыуанып йәшәү күптәрҙең хыялы.
Иҫке Мишәр ауылынан Зәйтүнә һәм Миндеғәле Хизбуллиндар сентябрь айында ошондай иҫтәлекле ваҡиғаларын ҡаршылай. Ярты быуат бергә ғүмер иткән маҡтауға лайыҡ был пар бер-береһенә һөйөүен һәм ихтирамын, тоғролоғон йылдар дауамында һаҡлап ғаилә ҡороуҙарының алтын туйҙарын билдәләй. 50 йыл – аҙ ваҡыт түгел, әммә ул һиҙелмәй тиҙ үтә. Улар өсөн иң ҡиммәтле бүләк – ғаилә бәхете, бер-береһенә таяныс булып, тормошҡа шатланып ғүмер итә беләләр. Ошо йылдар эсендә намыҫлы хеҙмәт юлы үттеләр.
Тыуған йортта беҙ ҡәҙерле балалар булдыҡ. Ике ул менән ике ҡыҙға ғүмер бүләк иттеләр һәм тәрбиәгә алып бер ҡыҙҙы үҫтерҙеләр. Ҡәҙерләп, йөрәк йылығыҙҙы бүләк итеп, беҙҙе хәстәрләп үҫтергәнегеҙ, аҡыллы кәңәштәрегеҙ, йылы һүҙҙәрегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә! Хәҙер биш ейәне, өс ейәнсәрҙәре уларҙың тормошон йәмләй, ҡәҙерлеләребеҙ уларға ҡыуанып, һөйөнөп йәшәйҙәр.
Беҙ атай-әсәйебеҙ менән ғорурланабыҙ. Улар үҙҙәрен бәхетле кеше тип һанайҙар. Тынғыһыҙ хеҙмәттә хөрмәт ҡаҙанған һоҡланғыс пар бөгөн дә эшһеҙ ултырмай. Ҙур булмаған хужалыҡ алып баралар, йәйгеһен йәшелсә-емеш үҫтерәләр, баҡсала сәскәләр күҙҙең яуын ала. Бөгөнгө көндә улар икеһе лә дин юлындалар. Балалары, ауылдаштарының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, бәхетле ғүмер кисерәләр. Ошо 50 йыл эсендә уларҙың тойғолары ваҡыт үткән һайын бары нығына ғына барып, алтындан да ҡиммәтлерәк байлыҡҡа әйләнгән.
Ҡәҙерлеләребеҙгә оҙон-оҙаҡ йылдар ҡулға-ҡул тотоношоп, ғаилә усағын һүндермәй, ғүмер юлын тигеҙ үтеүҙәрен теләйбеҙ. Һеҙ ҡорған ғаилә усағы балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ өсөн өлгө булһын. Әмин!
Алтын көҙ айында урам буйлап,
Икәү атлай нурға ҡойоноп.
Ғүмер юлынан бара улар
Бер-береһенә һыйынып.
Йәшлектәге биргән вәғәҙәгә
Икеһе лә тоғро ҡалдылар.
Һөйөү тигән Раббым ҡөҙрәтенән
Бөтмәҫ илаһи көс алдылар.
Ике ғүмер юлын берәү итеп
Йәнәш кенә атлап баралар.
Ә беҙ һеҙгә ҡарап һоҡланабыҙ,
Ихтирамлы һеҙгә ҡарата.
Лайыҡ парҙарҙың һеҙ – иң гүзәле,
Һеҙҙе күңел шуға ярата.
Ниндәй бәхет – бөгөн дә беҙ,
“Атай, әсәй!”, – тип өндәшәбеҙ.
Ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуандыра,
Үҙ донъяһын көтә балалар.
Оҙон булһын һеҙҙең ғүмер юлығыҙ,
Тигеҙ парлы булһын ҡартлығығыҙ,
Күктән яуған алтын япраҡтар кеүек,
Һөйөндөрөп торһон шатлығығыҙ.
Беҙгә терәк, ейәндәргә кәрәк булып
Оҙон-оҙаҡ бергә йәшәгеҙ!
Изге теләктәр менән ҡыҙҙары
Гөлнәзирә, Ләйлә, Эвелина, улдары
Нурғәле, Ридан, кейәүҙәре Рөстәм,
килендәре Гөлназ, ейәндәре Марат,
Илдан, Алмас, Нурислам, Динар, ейән-сәрҙәре Дарина, Камилла һәм дә Рияна.

Автор: