Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
4 Апрель 2023, 14:05

Райондың почетлы гражданына – 90 йәш

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Мәсетле районының почетлы гражданы Абрар Саҙретдинов юбилейын билдәләй.

Райондың почетлы гражданына – 90 йәш
Райондың почетлы гражданына – 90 йәш

Абрар Мәсәлим улы 4 апрелдә БАССР-ҙың Шишмә районы Бишҡаҙы ауылында тыуған. Өс йыл Шишмә МТС-ында участка агрономы булып эшләй, һуңынан Шишмә районында И. Сталин исемендәге колхозда агроном һәм рәйес була. 1959 йылда яуаплы белгесте баш агроном итеп тәғәйенләйҙәр, “Дуҫлыҡ” колхозының партия комитеты секретары итеп һайлайҙар.
1961 йылдан – КПСС-тың Шишмә район комитеты секретары, 1962 йылдан райондың колхоз-совхоз идаралығы партия комитетының ойоштороу эштәре буйынса секретары урынбаҫары була.
1964 йылда Абрар Саҙретдиновты Балаҡатай районына ебәрәләр, унда производство идаралығының партия комитеты секретары итеп тәғәйенләйҙәр, шул уҡ йылда ул Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай.
Бер йылдан КПСС-тың Мәсетле райкомы беренсе секретары була. Ете йыл эсендә ул районыбыҙҙың социаль-иҡтисади үҫешенә үҙ өлөшөн индерә. Ойоштороу һәләте, белгестәрҙе үҙе тирәләй туплай белеүе һөҙөмтәһендә Абрар Мәсәлим улы ауылдарға тиклем ҡаты япмалы автомобиль юлдары, Әй һәм Ыҡ йылғалары аша күперҙәр төҙөүҙе ойоштора алды.
Районда автобус маршруттары асылды, ПМК-249, ПМК-8 төҙөлөш-монтаж ойошмалары барлыҡҡа килде, кирбес заводы, тимер-бетон изделиелар заводы, шулай уҡ республикалағы тәүге “Сосновый бор” (бөгөн – “Ҡарағай”) колхоз-ара шифаханаһы төҙөлдө. Башҡа өлкәләрҙә лә үҙгәрештәр булды.
1972 йылдан Абрар Саҙретдинов БАССР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары, 1982 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының ауыл хужалығы бүлеге мөдире вазифаһын биләй.
Абрар Мәсәлим улы – төрлө яҡлы кеше. Ул БАССР Министрҙар Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡорт дәүләт аграр университетында ситтән тороп уҡыу буйынса проректор булды.
Бынан тыш, ул – БАССР Юғары Советының өс саҡырылыш (1967 – 1971, 1971 – 1975, 1980 – 1985), РСФСР Юғары Советының XI саҡырылыш (1985 – 1990) депутаты, иҡтисад фәндәре кандидаты (1974), РФ Аграр белем биреү академияһы академигы (1998), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993).
Муниципалитеттың социаль-иҡтисади үҫешенә өлөш индергән өсөн Абрар Саҙретдиновҡа 2005 йылда “Мәсетле районының почетлы гражданы” исеме бирелде.

Автор: