Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
30 Март 2023, 10:05

Хеҙмәте менән хөрмәтле

Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре Сәлимйән Ҡәҙербирҙин ошо көндәрҙә 70 йәшлек юбилейын билдәләй.

Хеҙмәте менән хөрмәтле
Хеҙмәте менән хөрмәтле

Сәлимйән Рәхимйән улы 1953 йылдың 30 мартында Мәсетле районының Тайыш ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң Йонос, Тайыш, Яңы Мишәр мәктәптәрендә математика уҡытыусыһы булып эшләй. Бөрө дәүләт педагогия институтында физика-математика факультетында белем ала һәм уны 1980 йылда уңышлы тамамлай.
2006 – 2016 йылдарҙа Салауат районы Малаяҙ ауылының Башҡорт гимназия-интернатында директор, математика уҡытыусыһы булды. Уның хеҙмәте был йылдарҙа ҙур уңыштар менән билдәләнә: мәғариф учреждениеһы “Йыл мәктәбе-2006” дөйөм Рәсәй конкурсында еңеүсе булды һәм миллионлыҡ грант алды. Ошо грант ярҙамында гимназияла нигеҙ тулыһынса нығытыла, бүлмәләрҙә йыһаздар яңыртыла, ике компьютер һәм дүрт интерактив кластар барлыҡҡа килә, типовой йәшелсә һаҡлағыс төҙөлә, мәктәпкә яңы автобус һатып алына. Гимназия “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе” иҫәбенә инә, ә Сәлимйән Ҡәҙербирҙин “Рәсәйҙең иң яҡшы директоры-2015” исеменә лайыҡ була. Уҡыусылар уны намыҫлы, аңлаусан, үҙ фәнен яҡшы белгән уҡытыусы булараҡ белә.
1999 – 2006 йылдарҙа Сәлимйән Рәхимйән улы Мәсетле районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы. Ул етәкселек иткән осорҙа Оло Ыҡтамаҡ ауылында яңы дауахана, социаль үҙәк, Яңы Мишәр урта мәктәбе, Һөләймән ауылында мәктәп һәм ҡарттар йорто төҙөлдө.
Сәлимйән Ҡәҙербирҙин – Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ул әүҙем һәм тормош һөйөүсән кеше булып ҡала. Оло Ыҡтамаҡ ауылында ҡатыны Рита Артур ҡыҙы менән бергә йорт хужалығы алып бара, баҡса үҫтерә, бал ҡорттары ҡарай. Ул бөгөн яҡындарының – ҡатынының, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең – һөйөүен тойоп йәшәй.

* * *

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле атай-олатайыбыҙ, ирем СӘЛИМЙӘН РӘХИМЙӘН улы ҠӘҘЕРБИРҘИНды ысын күңелдән 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Юбилейлы тыуған көнөң һиңә шатлыҡ, муллыҡ, именлек алып килһен. Һин – яҡшы атай, балаларың өсөн өлгө. Беҙгә, балаларыңа, лайыҡлы белем биргәнең өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы көндәр, туғандарың һәм яҡын кешеләрең яныңда булыуын теләйбеҙ. Тормошҡа һөйөүҙе, әүҙемлегеңде, көс-дәртеңде һүндермәй, беҙгә ышаныслы терәк-таяныс булып оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, һоҡланабыҙ.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең!
Ҡотлау менән ҡыҙҙары Гөлназ, Гүзәлиә, улдары Илнур, Илназ,
килене Әлиә, кейәүҙәре Марс, Фларит, ейәндәре Илмир, Асҡар, Әмир, Искәндәр, ейәнсәрҙәре Самира, Камила, Амелия, ҡатыны Рита.
* * *
Хөрмәтле хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙан-ған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы СӘЛИМЙӘН РӘХИМЙӘН улы ҠӘҘЕРБИРҘИНды 70 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Кешене йәшәлгән йылдары ғына түгел, уның эше, ҡылған ғәмәлдәре бәхетле, бай итә, ә Һеҙҙең изге һүҙегеҙ, иғтибарығыҙ һәм ярҙамығыҙҙы тойған мәсетлеләр һаны байтаҡ. Мәктәп директоры, район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаларында уңышлы эшләгән осорҙа хеҙмәттәштәрҙең, таныштарҙың, халыҡтың абруйы һәм ихтирамына лайыҡ булдығыҙ.
Мәсетле районы үҫешенә ҙур өлөш индергәнегеҙ өсөн Һеҙгә рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙҙең хеҙмәт юлығыҙ – ул үҙ халҡыңа намыҫ менән хеҙмәт итеү, район мәнфәғәте өсөн изге эштәр ҡылырға ынтылыу. Йәш быуын Һеҙҙең өлгөлә йәмғиәт мәнфәғәте өсөн бар көсөн һалып, эшкә тоғро ҡалырға өйрәнә.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон һәм бәхетле ғүмер, именлек, тыныслыҡ, изгелек, рух күтәренкелеге, бөтмәҫ көс, яҡындарығыҙ һөйөүен һәм ярҙамын теләйбеҙ! Өйөгөҙҙә һәр саҡ йылы һәм йәмле булһын!
Мәсетле районы Советы һәм хакимиәте.

Хеҙмәте менән хөрмәтле
Хеҙмәте менән хөрмәтле
Автор: