Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
14 Февраль 2023, 09:30

Хөрмәбикә инәйҙең хөрмәтле тормош юлы

Ошо көндәрҙә Аҙанғол ауылынан Хөрмәбикә Риянова оло юбилейын ҡаршы алды – хөрмәтле хеҙмәт ветеранына 90 йәш тулды. Юбиляр Өмрәхилә һәм Рәхмәтулла Ғиззәтуллиндар ғаиләһендә тыуған.

Хөрмәбикә инәйҙең хөрмәтле тормош юлы
Хөрмәбикә инәйҙең хөрмәтле тормош юлы

Ата-әсәһе колхозда эшләй. Тормош еңелдән булмай, айырыуса 1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы башланған ваҡытта. Тирә-яҡта – аслыҡ һәм хәйерселек. Ғаиләнең хәлен еңеләйтеү өсөн Хөрмәбикә бала саҡтан уҡ өлкәндәр менән колхозда тир түгә. Ә мәктәптә ни бары 7 класс белем ала.
29 йәшендә Хөрмәбикә Рәхмәтулла ҡыҙы Ҡариҙел егете Тәлғәт Илуан улына кейәүгә сыға. Улар танышҡан ваҡытта буласаҡ тормош юлдашы урман-техник институтында уҡып йөрөгән була. Уҡыуын тамамлағас, Пермь өлкәһендә урмансы булып эшләй башлай.
Хөрмәбикә һәм Тәлғәт Рияновтар ғаилә ҡора һәм күпмелер ваҡыт Пермь өлкәһендә йәшәй. Улар ҡыҙҙары Альбина менән улдары Маратты тәрбиәләп үҫтерә. Бөгөн юбилярҙың тормошон ейәнсәре Рима, кейәүе Алексей һәм бүләсәрҙәре Адель менән Ульяна йәмләй.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 10 февралдә 6ы һанында уҡығыҙ.

Автор: