Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
13 Февраль 2023, 15:10

Бал ҡорто кеүек уңған

9 февралдә Тәкә ауылынан Хәтирә Ғәлим ҡыҙы Юнысова 90 йәшлек юбилейын билдәләне.

Бал ҡорто кеүек уңған
Бал ҡорто кеүек уңған

Ул Ҡорғат ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килә, атаһы фронттан әйләнеп ҡайтмай. Етенсе класты тамамлағандан һуң уҡыуҙы дауам итеү мөмкинлеге теймәй – әсәһенә ярҙамлашырға кәрәк була. Колхозға эшкә урынлаша.
Яҙмыш уны Әғзәм менән осраштыра. Йәштәр ғаилә ҡора. Тиҙҙән Әғзәмгә армияға барырға повестка килә. Ул ваҡытта хеҙмәт өс йыл дауам итә. Хәтирә иренең тыуған йортонда йәшәргә тороп ҡала. Күп балалы ғаиләлә Әғзәмдең ата-әсәһе, бер туғандары уны үҙ туғаны кеүек ҡабул итә. Оло ғаилә бик татыу йәшәй.
Хәтирә һәм Әғзәм Юнысовтар өс улға һәм бер ҡыҙға ғүмер бирә. Һуңыраҡ улар, ауырыу туғанын ҡарар өсөн, Тәкә ауылына күсеп килә. Башта бер йорт төҙөйҙәр, әммә ҙур ғаилә өсөн ул бәләкәй булып сыға, шуға икенсе иркен өй һалып сығалар.

 

Тәкә ауылында йәшәүсе яратҡан, һөйөклө әсәй-өләсәйебеҙ, туғаныбыҙ ХӘТИРӘ ҒӘЛИМ ҡыҙы ЮНЫСОВАны ысын күңелдән 90 йәшлек оло юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Тәрән аҡыл, бай тормош тәжрибәһе туплаған ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйбеҙ. Һәр тыуған көн күңелеңдә яҡты эҙҙәр генә ҡалдырһын, үҙе менән шатлыҡ-бәхетен алып килһен. Туғандарыңдың һәм яҡындарыңдың йылы хәстәре күңелеңде ҡанатландырып, йәшәү мәғәнәһе, дәрт һәм көс өҫтәһен. Күңелең тыныс, зиһенең асыҡ булһын!
Иң изге теләктәр менән
балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре, Саттаровтар, Кардашиндар.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 10 февралдә 6ы һанында уҡығыҙ.

Автор: