Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
2 Декабрь 2022, 14:30

Күңелең нуры менән килер көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшә!

Мәсетле районы Көршәле ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, яратҡан атай-олатайыбыҙ Илһам Булат улы Фәтҡуллин үҙенең 55 йәшлек юбилейын ҡаршы ала.

Күңелең нуры менән килер көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшә!
Күңелең нуры менән килер көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшә!

Ҡәҙерлебеҙ Мәсетле районы Иҫәнбай ауылында ишле ғаиләлә бишенсе бала булып донъяға килә. 1988 йылда хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, Дыуан совхоз техникумында белем ала.
1991 йылда яҙмыш елдәре әсәйебеҙ Рәйсә Маис ҡыҙы менән осраштырып, матур итеп ғаилә ҡороп ебәрәләр. Ғәзиз кешеләребеҙ беҙгә, 3 балаға, ғүмер бүләк иттеләр. Илһам Булат улы – изге йөрәкле ул, хәстәрлекле атай-олатай, булдыҡлы ғаилә башлығы, таянырлыҡ тормош иптәше.
Атайыбыҙ йәшләй тормошон ауыл хужалығы менән бәйләй, үҙ эшен яратып баш-ҡара. Хеҙмәт юлын 1990 йылда Мәсетле районы Көршәле ауылында мал һимертеү май-ҙансығы мөдире булып башлай. 2011 йылдан баш ветеринар, а бына 2018 йылдан баш ветеринар һәм шул уҡ ваҡытта хужалыҡтың баш зоотехнигы булып хеҙмәт итә...

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2022 йылдың 2 декабрҙә 48е һанында уҡығыҙ.

Автор: