Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
18 Ноябрь 2022, 16:00

Яҙмыш беҙҙе төрлө яҡлап һынай

Көслө кеше бөтә тормош ауырлыҡтарын еңеп сыға, һынмай. Күптән түгел 90 йәшен тултырған Кәшифә Хөрмәтуллина – тап шундайҙарҙың береһе. Уның өлөшөнә байтаҡ ауырлыҡтар, һынауҙар төшә: ярым аслыҡта уҙған бала саҡ, һуғыш уты көйҙөргән йәшлек йылдары. Әммә ул тормошҡа һөйөүен һәм йәшәү дәртен юғалтмаған. Юбиляр бөгөн 90 йәшен яҡшы кәйефтә ҡаршы ала.

Яҙмыш беҙҙе төрлө яҡлап һынай
Яҙмыш беҙҙе төрлө яҡлап һынай

Ул 1932 йылдаҠорғат ауылында тыуған. Ауыр һуғыш йылдарында үҫә. Дүртенсе класты тамамлағандан һуң, оло тормош юлын башлай. Үҫмер ҡыҙға бик ауырға тура килә, ололар менән бер рәттән эшләй. 17 йәшенән урман ҡырҡа, сәсеүсенең ауыр хеҙмәтен татый.
Кәшифә Зиннәт ҡыҙы яңғыҙы йәшәй, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, башҡаларға ауырлыҡ һалмай, үҙен үҙе ҡарарға тырыша, әле лә һарыҡ аҫрай. Ауылдаштары уның хаҡында тик яҡшы фекерҙә.
90 йәштә әүҙем ҡалыу, яҡшы хәтер булыуы – үҙе бәхет. Һаулыҡ, иғтибар – өлкән кешегә бәхет өсөн шул да етә.
Айһылыу ҒӘЛӘМШИНА.

Автор:Лариса Михалькова