Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
18 Ноябрь 2022, 15:00

Сабырлыҡтың төбө – һары алтын

Ғәҙәттә йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙың йәшен әйтеп бармайҙар, бөгөнгө геройҙарыбыҙға бәйле осраҡта уны йәшерергә түгел, ә ғорурланырға кәрәк. Бар нәмәнән риза булып йәшәгән хөрмәтле ағинәйҙәребеҙ үҙҙәренең сабырлыҡтары менән тормоштарының матур булыуына өлгәшә, олпат юбилейҙарын ҡәҙер-хөрмәттә ҡаршылай.

Сабырлыҡтың төбө – һары алтын
Сабырлыҡтың төбө – һары алтын

18 ноябрҙә Әләгәҙ ауылында йәшәүсе Һәҙиә Абдуллина үҙенең 95 йәшлек юбилейын билдәләй. Был – олпат һәм хөрмәтле йәш.
Һәҙиә Абдуллина, күпселек оло быуын кешеләре кеүек үк, байтаҡ тормош тәжрибәһе һәм зиһен, тәрән аҡыл туплаған. Юбиляр Оло Ҡыҙылбай ауылында тыуған. Уның йәшлеге, үҫеп етеү осоро ауыр һуғыш һәм унан һуңғы йылдарға тура килә. Ете класс тамамлап, Мәсәғүт ауылында уҡыуын дауам итергә уйлай, әммә әхирәттәре кеүек Ләмәҙтамаҡ ауылына унынсыға барырға була.
Мәктәпте тамамларға тура килмәй ҡыҙға. Яңы Мөслим ауылында пионервожатый вазифаһында хеҙмәт юлын башлай. Һуңынан тыуған ауылында бухгалтер-кассир булып эшләй. Һуғыш ваҡытында – үлсәүсе һәм иҫәпләүсе.
1948-1949 йылдарҙа кешеләр заем кампанияһында әүҙем ҡатнаша һәм эшләгән бөтә аҡсаларын дәүләткә тапшыра. Ә дәүләт 20 йылдан барыһын да кире ҡайтарырға вәғәҙә итә.
Йылдар үтә. 1954 йылда Һәҙиә Ғәлимйән ҡыҙы кейәүгә сыға, улы тыуа. Күпмелер ваҡыттан “Әй” совхозына кассир булып эшкә урынлаша, ә өс йылдан “Мәсәғүт” совхозында бухгалтер булып эшләй башлай.
Иренең апаһы йәшәгән Төркмәнстанда бер нисә тапҡыр булып, уларҙың мул уңышына, йылы һауа торошона ғәжәпләнәләр. Унда ире һаулыҡҡа ла зарланмай. Шунлыҡтан ғаиләһе менән апалары янына күсергә хәл итә.
Төркмәнстанда ла, тәүҙә йәшелсә колхозында, артабан банкта бухгалтер булып эшләй. Ул күп кенә яҡын кешеләрен юғалта. Тәүҙә ире, ә биш йылдан бер улы баҡыйлыҡҡа күсәләр.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған яғына ҡунаҡҡа ҡайта һәм тороп ҡала. Уның артынан ике балаһы менән ҡыҙы ла килә.
Бөгөн юбиляр яҡшы кәйефтә һәм асыҡ зиһендә. Йорто таҙа, һәр ерҙә – тәртип. Теплицала помидор үҫтерә, үҙе икмәк бешерә. Мәсеткә йөрөгән ағинәй барлыҡ мосолман байрамдарында һәм йолаларында – абруйлы ҡунаҡ.
– 95 йәш – һан ғына түгел, һынауҙар ҙа, шатлыҡтар ҙа... Байтаҡ яҡшылыҡтар күрҙем, ауырлыҡтар кисерергә лә тура килде, – ти Һәҙиә Абдуллина. – Бер йыл элек ҡыҙым яҡты донъя менән хушлашты, әлбиттә, быны кисереү миңә ауыр булды, әммә мин бирешмәҫкә, барыһын да эшләргә тырышам. Ейәнсәр-ҙәрем һәм туғандарым ярҙам итә, шуның өсөн уларға рәхмәт.

Айһылыу ҒӘЛӘМШИНА.

Автор:Лариса Михалькова