Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
11 Ноябрь 2022, 11:00

Юбиляр уҡытыусы хаҡында йылы һүҙ

7 ноябрҙә Оло Ыҡтамаҡ лицейының химия уҡытыусыһы Валентина Чебыкина 75 йәшлек юбилейын ҡаршы алды.

Юбиляр уҡытыусы хаҡында йылы һүҙ
Юбиляр уҡытыусы хаҡында йылы һүҙ

Валентина Михайловна лицейҙы 1966 йылда көмөш миҙал менән тамамлай һәм Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына уҡырға инә.
Педагогика – иң нескә сәнғәт, ә уҡытыусы – белем, оҫталыҡ һәм инаныуҙарҙың ҡиммәтле иретмәһен ҡайнатҡан ҡайнар цех хеҙмәткәре, тиҙәр. Валентина Михайловна ғүмеренең күп йылдарын ошо сәнғәткә арнаған. 1971 йылда ул педагог булараҡ тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асып инә һәм бөгөн дә ошо уҡыу йортонда эшләүен дауам итә. Ул – һөнәренә ғашиҡ кеше. Тап ошонда, моғайын, күңел йәшлеге серен һәм уҡытыу көсөн таба алғандыр.
Ул уҡытыусыларҙың ҙур тәжрибәһен, белем кимәлен һәм уҡыусыларҙы уҡытыу процесына ижади ҡарашын берләштергән уҡытыусылар иҫәбенә инә.
Валентина Чебыкинаның педагогик эшмәкәрлеге Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбендә биология һәм химия уҡытыусыһы булып башлана. Ошо йылдар эсендә ул дәрестәр теҙмәһе һәм фән буйынса урынбаҫар, директор булып эшләй. 2009 йылдан – лицей музейы етәксеһе.
Профессионализм, ижади ҡараш, эҙләнеүҙәр, инициатива, аралашыу ябайлығы, әҙәплелек, ярҙамсыллыҡ, эш һөйөүсәнлек – Валентина Михайловнаға хас сифаттар.
2015-2021 йылдарҙа уның менән бергә эшләгән Түбәнге Бобин мәктәбе коллективы уны йылы хәтирәләр менән иҫкә ала.
Оҙайлы йылдар дауамында педагог уҡытыуҙың бөтә серҙәренә төшөндө. Уның дәрестәрендә балалар тырыш, уҡытыуҙың әүҙем формаларын ҡулланып, дәресте уйын кеүек төҙөп, юғары кимәлдә уҙғара. Уны бер нисә быуын уҡыусылар хөрмәт итә, ҡәҙерләй һәм ярата.
– Беҙгә бик яҡшы, әҙәпле, йәш, һомғол, дәртле уҡытыусы килде, беҙ – уның тәүге сығарылышы, – ти 1973 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылының 1-се мәктәбен тамамлаған Валентина Сычкина. – Беҙ шаян булдыҡ, әммә ул беҙҙең менән уртаҡ тел таба алды. Бының өсөн уға рәхмәтлебеҙ!
Айһылыу ҒӘЛӘМШИНА.

Юбиляр уҡытыусы хаҡында йылы һүҙ
Юбиляр уҡытыусы хаҡында йылы һүҙ
Автор:Лариса Михалькова