Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
7 Ноябрь 2022, 14:20

Теләш мәктәбе бинаһына – 40 йыл!

1982 йылдың 10 ноябрендә Теләш ауылында яңы мәктәп бинаһы асылды. Ул кирбестән, ике ҡатлы, иркен коридор һәм предмет кабинеттары, ашхана, спорт залы, ике баҫҡыс майҙансығы менән ине, иң мөһиме, күнегелгән мейес менән йылытылмай.

Теләш мәктәбе бинаһына – 40 йыл!
Теләш мәктәбе бинаһына – 40 йыл!

Тығыҙыраҡ булыуға ҡарамаҫтан, балалар, уҡытыусылар, ата-әсәләр бик ҡәнәғәт ҡалды. Бина һигеҙ йыллыҡ мәктәп булараҡ 120 урынға ғына иҫәпләнгәйне, ә төҙөлөш аҙағына урта мәктәп статусы алды һәм унда 400-ҙән ашыу уҡыусы булып китте.
Был беҙҙең өсөн ҙур бүләк ине! Төҙөлөш мәктәп директоры булып Вәхит Фазлыев эшләгән 70-се йылдар һуңында уҡ башланды. Мәктәп нигеҙе “Коммунист” колхозының төҙөлөш бригадаһы (бригадир Хилажий Ҡорбанов) тарафынан һалынды, бульдозерсы Ғәптелйән Ҡуштыев бина өсөн майҙанды таҙартты һәм әҙерләне, ләкин тиҙҙән эштәр туҡталды.
1982 йылда ғына Мәсетле район Советы рәйесе Нәҡи Әмиров һәм район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире Сәғит Кәримов юллауы буйынса төҙөлөш эштәре тергеҙелде. Башҡорт АССР-ының Министрҙар Советы урындағы 2-се күсмә механизацияланған колоннаға (ПМК, начальник – Ингел Рәхимов, прораб – Рауил Ураҙаев) төҙөү эштәрен башҡарырға ҡушты.
“Коммунист” колхозы (рәйесе – Данис Ғәниев) һәм Ростов ауыл Советы (рәйесе – Әнис Ниғәмәтйәнов, унан һуң Баһиә Дилмөхәмәтова булды) төҙөүселәргә баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәтте.
Барыһының да алдында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бинаны 1 сентябргә файҙаланыуға тапшырыу бурысы ҡуйылды. Был беҙҙең ауыл өсөн быуат төҙөлөшө булды.
Ҡыйынлыҡтар ҙа осрап торҙо: көн һайын район үҙәгенән ауылға эшселәр килтерергә кәрәк, уңыш йыйыу, шәхси мал өсөн аҙыҡ әҙерләүҙең ҡыҙыу осоро, бюджет аҡсаһы, матди саралар етмәү һәм башҡалар.
БАССР Мәғариф министрлығында финанслауға бәйле ҡыйынлыҡтарҙы бөтә республика буйынса ошондай мәктәптәр төҙөү кәрәклеге һәм бер мәктәп төҙөлөшөнә бүленгән аҡсаға икәүҙе төҙөргә тура килеүе менән аңлаттылар. Ысынлап та, ул йылдарҙа республика мәктәптәр төҙөү буйынса Рәсәйҙә өсөнсө урында ине.
Шуға күрә колхоз хеҙмәткәрҙәре, ата-әсәләр, уҡытыусылар, балалар ҙа ярҙамға йәлеп ителде. Ағас эшенә райондың башҡа мәктәптәренән хеҙмәт уҡытыуы буйынса педагогтар ҙа ҡушылды.
Төҙөлөш менән бер үк ваҡытта кабинеттар, малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн оҫтахана, спорт залын, ашхана, интернатты йыһазландырыуға бүленгән аҡсаны ваҡытында үҙләштерергә кәрәк ине.
Мәктәп директорына БАССР Министрҙар Советы бухгалтерияһына документтар яҙып торорға, республиканың Өфө, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Октябрьский һәм башҡа ҡалаларында урынлашҡан етештереүселәргә заказдарҙы тура тапшырырға кәрәк ине.
Ул ваҡытта бындай транспорт бәйләнеше булманы. Йоҡо ла юҡ, ял да юҡ, шулай уҡ тиҙерәк өйгә ҡайтҡы килә, бер йәшлек бала ла әсәһен көтә.
Хужалыҡ мөдире Рафинат ағай Камалов, уҡый-яҙа белмәүенә һылтанып, документация менән эшләүҙән шунда уҡ баш тартты, әммә әҙер продукцияны нигеҙҙә Сулея станцияһынан йәиһә әҙерләүсе ҡаланан килтереү буйынса физик эштәрҙе бик яуаплы башҡарҙы. Әҙер продукцияны водитель Рәлиф Кәбиров етәкселегендә колхоз автомобилендә ташынылар.
Был ҡорамалдарҙы бушатыу, ҡуйыу, биҙәү өсөн яуаплылыҡ ир-егет уҡытыусылар Фиҙиәт Камаловҡа, Ғәли Йәрмөхәмәтовҡа, Марсель Закирйәновҡа, Данил Вәлиевҡа, Тәлғәт Сөнәғәтовҡа йөкмәтелде.
Колхоздың иретеп йәбештереүселәре Диларис Бикташев менән Әғзәм Закиров айырым рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ. Коридорҙарҙың береһендә мәктәп музейы өсөн урын, икенсеһендә уҡытыусылар өсөн кабинет булдырылды.
Ә уҡытыусыларҙың класс-кабинеттары, уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре йәлеп ителеп, йәкшәмбе көндәрендә, кистәрен биҙәлде. Был оло хеҙмәт булды. Бер кем дә зарланманы, дәрестән тыш эшләгән өсөн бер кем дә аҡса һораманы, киреһенсә, ярыш рухы хөкөм һөрҙө: кем тиҙерәк, кем яҡшыраҡ. Төп эште күңел биреп башҡарҙылар. Балалар ҙа тырышты. Миҙалсылар, район һәм республика олимпиадаларында еңеүселәр ҙә булды, үҙ көстәре менән юғары уҡыу йорттарына уҡырға инделәр. Эшкә бала саҡтан өйрәнгән уҡыусылар, тормошта үҙ юлын тапты.
Ул ваҡыттан уҡ тығыҙ дуҫлыҡта йәшәгән берҙәм педагогик коллектив әле лә бер-береһенә шатлыҡта ла, ҡайғыла ла ярҙам итә.
Нәҡи Әмировтың беҙҙең мәктәпкә атайҙарса мөнәсәбәтен онотоу мөмкин түгел. Ул һыуыҡтар башланырҙан күпкә алда ауылдашы, яҡташыбыҙ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған шахтеры, “Кемеровоуголь” производство берекмәһенең “Междуреченский” киҫелеше директоры Ғәки Фаззаловҡа мәктәпте 320 тонна таш күмер менән тәьмин итеү үтенесе менән мәктәп директоры исеменән хат яҙырға кәңәш итте. Юғары сифатлы быяла кеүек күмер ваҡытында килеп етте. Был да ысын бүләк булды! Юл участкаһы хеҙмәткәрҙәре Рүзәл Абдуллин, Әлфрит Ғәлимов (мәктәбебеҙҙең элекке уҡыусылары) һәм Валерьян Йыһаншин (Яңы Мөслим ауылы) күмерҙе тиҙ илтеп биреүҙе ойошторҙо. Альберт Зөлфәр улы, Юрис Мулланур улы, Ғинван Зәғәфүрән улы ҡаҙанлыҡтың тәүге операторҙары ине.
Беҙҙең колхоз рәйесе булып эшләгән саҡта уҡ Нәҡи Сәбиғиәр улы өлкән синыф уҡыусыларын тракторсы-комбайнсы һөнәренә өйрәтеүгә тотондо. Тәүге йылдарҙа дәресте колхоздың баш механигы алып барҙы. Мәктәп менән колхоз араһында ныҡлы бәйләнеш урынлаштырылды. Һуңынан был идеяны район мәғариф бүлеге күтәреп алды, һәм байтаҡ йылдар уҡытыусы машиналарҙы өйрәнеү дәрестәрен уңышлы алып барҙы. Меңләгән бала урта белем тураһында аттестат менән бергә таныҡлыҡ алды, ә ҡайһы берәүҙәре хатта тракторсы-машинист танытмаһын алып, тыуған ауылында йәшәргә, эшләргә ҡалды.
Ул ауыр йылдарҙа һәм бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә мәктәп бинаһы төҙөлөшөнә ниндәйҙер өлөш индергән ҡатнашыусыларҙың барыһын да оло рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә алам. Күптәре иҫән түгел, әммә балалары һәм туғандары уларҙың изге эштәре онотолмаҫлыҡ булыуы менән ғорурланһын.
Теләш мәктәбе асылыуына 40 йыл үтте. Һәм әле лә был объектты яңыртыу, төҙөкләндереү буйынса эштәр дауам итә: мәктәп музейы өсөн бүлмә йыһазландырылған, спорт майҙансығы, йәшелсә һаҡлағыс төҙөлгән, ҡыйыҡ яңыртылған, коридорҙағы линолеум кафелгә алмаштырылған, газ менән йылытыу үткәргәндәр, ашхана өсөн ҡорамалдар яңыртылған, бина эсендә бәҙрәф эшләнгән, евротәҙрәләр ҡуйылған, һыу менән тәьмин ителгән, интернет бар, баҫҡыслы инеү майҙансығы яңыртылған.
Беҙ, уҡытыусы-ветерандар – мәктәптең даими ҡунаҡтары – белем йортоноң таҙалығын, бөхтәлеген, яҡты һәм иркен класс-кабинеттарын, алсаҡ уҡытыусылар һәм уҡыусыларҙы күреп ҡыуанып бөтә алмайбыҙ.
Барыһына ла баш өҫтөндә тыныс күк йөҙө, ауылдың йәшәүен, мәктәптең сәскә атыуын теләйбеҙ.

Люция ЗАКИРЙӘНОВА,
Теләш мәктәбенең
1978 – 1990 йылдарҙағы
директоры.

Автор:Лариса Михалькова