Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
30 Сентябрь 2022, 16:30

Ҡартайма әле, әсәй, ҡартайма әле, һин бит беҙҙең йөрәк йылыһы

Әсәй! Был һүҙ барлыҡ телдәрҙә лә бер төрлө яғымлы яңғырай. Иң изге йөрәк, иң наҙлы ҡулдар – әсәйҙәрҙә. Уның оло йөрәгендәге балаларына булған һөйөүе бер ҡасан да һүнмәй, һүрелмәй. Көҙҙөң иң йәмле, матур көндәрендә беҙҙең ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙ Зәйтүнә Шәрифулла ҡыҙы Хизбуллина оло ғүмер байрамын – 70 йәшен ҡаршылай.

Ҡартайма әле, әсәй, ҡартайма әле, һин бит беҙҙең йөрәк йылыһы
Ҡартайма әле, әсәй, ҡартайма әле, һин бит беҙҙең йөрәк йылыһы

Ҡәҙерлебеҙ Яуыш ауылында Рәхимә һәм Шәрифулла Хәлиловтарҙың абруйлы ғаиләһендә тәүге бала булып яҡты донъяға килә. Ете малай араһында гөл-сәскәләй берҙән-бер ҡыҙ тәртипле, аҡыллы, намыҫлы бала булып үҫә. Исемде лә уға яратып Зәйтүнгөл тип ҡушалар. Исеме гөл менән бәйле булғанғамы, уның һәр ваҡыт өйө тулы – гөлдәр, баҡсаһында аллы-гөллө сәскәләр, төрлө емеш-еләк.
Үҫеп буй еткергәс, күрше Иҫке Мишәр ауылы егете Миндеғәле Әбделхалиҡ улы менән гөрләтеп боронғоса туй яһайҙар: ҡыҙ яғында – ике, егет яғында өс көн туй үткәрәләр. Матур итеп йәшәп китә йәш ғаилә, татыу донъя көтә. Тормоштарын йәмләп, дүрт балаға ғүмер бүләк итәләр. Дүрт бала эргәһендә бишенсегә лә урын һәм күңел йылыһы табыла – әтейем менән, әсәйебеҙҙең ҡыҙ саҡтағы хыялын тормошҡа ашырып, балалар йортонан тәрбиәгә бер ҡыҙ бала алалар. Бөгөнгө көндә әсәйебеҙ һигеҙ ейән-ейәнсәре араһында сәскә кеүек балҡып ултыра, уны барыһы ла яраталар, хөрмәт итәләр, һағынышып ҡайталар.
Әсәйебеҙ инде хаҡлы ялда. Әтейебеҙ менән бергәләп мал, ҡош-ҡорт ҡарайҙар, емеш-еләк үҫтереп, телеңде йоторлоҡ ҡайнатмалар әҙерләйҙәр. Ғаилә усағын һаҡлап, йортобоҙҙо тәртиптә тота ул әсәкәйем.
Беҙ уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Улар беҙгә, ейән-ейәнсәрҙәренә, таяныс, өлгө булып тора.
Әтейем менән әсәйем – ауылдың абруйлы кешеләре, икеһе лә дин юлынан баралар. Беҙ, тыуған йортобоҙға йыш ҡайтып, ҡәҙерлеләребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға тырышабыҙ. Ейән-ейәнсәрҙәре лә олатай-өләсәй янына шатланышып ҡайталар. Беҙҙе һәр ваҡыт яҡты йөҙҙәре, аҡыллы кәңәштәре, йылы һүҙҙәре менән ҡаршылап, тәмле аштары менән һыйлап, изге доғаларын уҡып оҙаталар. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, ауылдаштарының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп ғүмер кисерәләр.
***
Ҡәҙерле һәм яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ ЗӘЙТҮНӘ ШӘРИФУЛЛА ҡыҙы ХИЗБУЛЛИНАны юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Әсәкәйебеҙ беҙҙең, һиңә ныҡлы һаулыҡ, хәйерле ғүмер, әтейебеҙ менән тигеҙ, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ. Беҙ һине өҙөлөп яратабыҙ. Һиңә һөйөүебеҙҙе белдерер өсөн ниндәй һүҙҙәр әйтһәк тә аҙ һымаҡ.
Маңлай сәскәйҙәрең ағарҙы, тимә,
Уйлама, әсәй, ҡартлыҡ тураһында.
Ҡартайма әле, әсәй, ҡартайма әле,
Һин бит беҙҙең йөрәк йылыһы.
Үтә ғүмерҙәр, тип, ҡайғырма әле,
Беҙгә әле гөрләп йәшәйһе,
Беҙ бит әле лә рәхмәтле һиңә,
Мең-мең рәхмәттәр, әсәйем һиңә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Миндеғәле,
ҡыҙың Гөлнәзирә, ейәндәрең Марат, Алмас, улың Нурғәле, ейәнең Нурислам,
ҡыҙың Ләйлә, кейәүең Рөстәм, ейәнең Ильдан, Виктория, улың Ридан, киленең Гөлназ, ейән-ейәнсәрҙәрең Динар,
Дарина, Камилла, Рияна һәм дә Эвелина ҡыҙың.

 

Автор:Лариса Михалькова