Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
16 Сентябрь 2022, 11:30

Һинән көс һәм илһам алабыҙ

Тәбиғәт алтынға мансылған йомарт көҙҙөң ҡояшлы матур бер көнөндә, 12 сентябрҙә, Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе ҡәҙерлебеҙ – һөйөклө тормош иптәшем, яратҡан әсәйебеҙ, мөләйем өләсәйебеҙ Гөлфирә Хажиева үҙенең матур тормош байрамын – 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне.

Һинән көс һәм илһам алабыҙ
Һинән көс һәм илһам алабыҙ

Белорет районы Абҙаҡ ауылы ҡыҙын бәхетле яҙмыш елдәре Мәсетле районына алып килә: һөйгәне – Һөләймән ауылы егете Фәрдиән Шәкирйән улы менән яҙмышын бәйләй ул. Йәш ғаилә татыу тормош ҡороп, өс баһадирға ғүмер бирә, улдарын уҡытып, өйләндереп, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп-ҡыуанып, бына инде 45 йыл, шөкөр, парлы ғүмер кисерә.
Әсәйебеҙ ғүмерен яратҡан һөнәренә – балалар уҡытыуға бағышланы, аҙаҡ район мәғариф бүлегендә эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Тырыш хеҙмәтен баһалап, төрлө маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнеләр уны.
Ҡәҙерлебеҙ, һине 70 йәшлек оло юбилейың менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Беҙгә йәшәү нуры биргәнең өсөн Хоҙай Тәғәләнең мең рәхмәте яуһын. Һиңә оҙон ғүмер, тән сихәте, һаулыҡ, күңелеңдәге йән йылыһының нуры һүнмәйенсә, һүрелмәйенсә, беҙгә, балаларыңа, йәшәү сығанағы булып тороуыңды теләйбеҙ. Хоҙай һине сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын. Ҡартайған көнөңдә балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәт күреп, беҙгә терәк булып, оҙаҡ йәшә.

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан һөйөклө ҡатыным, ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙ ГӨЛФИРӘ ӘКРӘМ ҡыҙы ХАЖИЕВАны юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерле әсәй! Беҙ һинән көс һәм илһам алабыҙ, бар мәшәҡәттәрҙе ситкә ҡуйып, йышыраҡ һинең янға ҡайтырға ашығабыҙ. Һин беҙҙе һәр ваҡыт нурлы йөҙөң, телде йоторлоҡ тәмле ризыҡтарың менән ҡаршы алаһың, йөрәгең тулы наҙыңды өләшәһең. Тәүәккәл, көслө ихтыярлы шәхес булыуың һәм дөрөҫлөктө яратыуың менән ғорурланабыҙ. Тәбиғәткә көҙ һарыһы һырыла башлаған осорҙа донъяға килһәң дә, һинең йөрәгеңдә ҡояш йылыһы балҡый. Ошо йылы беҙҙе тормош һуҡмаҡтарында ҡурсалай, киләсәккә яҡты өмөт менән йәшәргә ярҙам итә.
Ҡотло булһын, әсәй, юбилейың,
Һиңә бөгөн – етмеш йәш.
Ауырыма, гел йылмайып йәшә,
Йөҙөң булһын гел йәп-йәш.
Тормош юлың һинең балҡып торһон,
Бәхет, шатлыҡ булһын күңелдә.
Һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ,
Булайыҡ бергә ғүмер-ғүмергә!
Барлыҡ изге теләктәр менән тормош иптәше Фәрдиән Шәкирйән улы, улдары Марат, Айрат, Илдар, килендәре Юлиә, Луиза, ейән-ейәнсәр-ҙәре Айгөл, Тимур, Анастасия, Альберт, Айлина, Аделия, Амелия.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле еңгәбеҙ ГӨЛФИРӘ ӘКРӘМ ҡыҙы ХАЖИЕВАны күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Барыбыҙҙы ла ҡурсалап, хәстәрләп тороусы изге күңелле еңгәбеҙгә бәхет, һаулыҡ, ағайыбыҙ Фәрдиән менән бергә-бергә оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ.
Матур көҙ айында тыуғанғамы
Һәр саҡ изге һинең күңелең.
Беҙгә ҡанат-терәк булып
Үтһен һинең алдағы ғүмерең!
Ҡотлау менән Хажиевтар, Әминевтар, Лотфуллиндар, Анамовтар.

Автор:Лариса Михалькова