Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
16 Сентябрь 2022, 14:05

Үҙ халҡына хеҙмәт итә

Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәйзелхаҡ Хөсниәров 75 йәшлек юбилейын билдәләне. Үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеге йылдарында ул районыбыҙ мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.

Үҙ халҡына хеҙмәт итә
Үҙ халҡына хеҙмәт итә

Фәйзелхаҡ Фәттәх улы Оло Ҡыҙылбай ауылында тыуған. Урындағы мәктәптә 8-се класты тамамлағандан һуң уҡыуын Оло Аҡа ауылында дауам итә. Ленин орденлы Омск ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Диплом алғас, Благовещен районының Ильино-Поляна ауылына ебәрелә һәм унда өс йыл эшләй. Һуңғараҡ “Әй” совхозы директоры Мирхәт Вәисовтың саҡырыуы буйынса Оло Аҡаға әйләнеп ҡайта һәм баш зоотехник булып эшләй башлай. Бер нисә йылдан Балаҡатай районына юллана һәм унда ете йыл хеҙмәт итә. Әммә, ситтә йәшәгәндә, ул тыуған еренән башҡа йәшәй алмаясағын аңлай һәм үҙ халҡына хеҙмәт итеү өсөн районға ҡайта.
Бында ул ғаиләһе өсөн ҙур, уңайлы йорт һала. Ауыл мәҙәниәт йортонда хеҙмәт эшмәкәрлеген директор булып башлай һәм 20 йыл ғүмерен ошо эшкә арнай. Уның тырышлығы менән клуб үҫешә һәм эшләүен дауам итә.
Намыҫлы хеҙмәте өсөн Фәйзелхаҡ Хөсниәров грамоталар һәм аҡсалата бүләктәр менән билдәләнде. Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының һәм Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының почет грамоталары менән бүләкләнгән. Оҙаҡ йылдар хеҙмәт эшмәкәрлеге осоронда ул коллегалары һәм ауылдаштары араһында хөрмәт яуланы.
Буласаҡ тормош иптәше Рәүилә Вәли ҡыҙын ул мәктәп йылдарында осрата. Быйыл бәхетле татыу ғаилә алтын туйҙарын билдәләйәсәк.
Хөсниәровтар ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Әле улдары Руслан Брянск ҡалаһынан Мариуполгә тиклем газ торбалары һуҙыу буйынса Украинала эшләп йөрөй. Ҡыҙҙары Лариса Өфөлә төпләнә, миграция хеҙмәтендә эшләй, һәр отпускыһын ата-әсәһе эргәһендә уҙғарырға тырыша. Шулай уҡ уларҙың ике ейәнсәре бар. Өлкәне Алена Баш-ҡорт дәүләт медицина университетының өсөнсө курсында уҡый. Кесеһе Элена – туғыҙынсы класс уҡыусыһы.
Ейәнсәрҙәре – олатай өсөн иң ҙур бәхет. Ул яратҡан ейәнсәрҙәре менән бик ғорурлана. Ҡыҙҙар ҙа, уларҙы ҡыуандырып, йәй һайын каникулға ҡайта.
Фәйзелхаҡ Фәттәх улы, үҙенең олпат йәшенә ҡарамаҫтан, умартасылыҡ менән шөғөлләнә, мал аҫрай һәм ҙур баҡсаларын ҡарарға ла өлгөрә.
Ғаиләлә ул ышаныслы ир һәм абруйлы атай. Балалары һәм ейәнсәрҙәре йыш ҡына уға кәңәш һорап мөрәжәғәт итә.
Мәсетле районы
мәҙәниәт бүлеге.

Автор:Лариса Михалькова