Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
11 Сентябрь 2022, 09:00

70 йәш – мөһим дата

11 сентябрҙә хеҙмәт ветераны Рәлиф Мөхәмәҙуллинға 70 йәш тула.Рәлиф Шәрәфетдин улы Әләгәҙ ауылында күп балалы ғаиләлә алтынсы булып донъяға килә. Ғаилә ауылдан саҡрым ярым алыҫлыҡта урынлашҡан Бәләкәй Ҡыҙылбайҙа йәшәй. Атаһы ауылдың тәүге коммунарҙарының береһе, колхоз төҙөлөшөн ойоштороусы һәм “Һабансы” колхозының тәүге рәйесе була.

70 йәш – мөһим дата
70 йәш – мөһим дата

Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә үк ул колхоздың ике машинаһынан берҙе йыя ла фронтҡа китә. Япония тар-мар ителгәндән һуң, 1946 йылдың мартында ғына кире әйләнеп ҡайта. 1964 йылда 57 йәшендә вафат була. Улы Рәлифкә ул саҡта 12 йәш кенә тулып ҡала, шуға үҫмергә атайһыҙ үҫеүҙең бөтә ауырлыҡтарын үҙ иңендә татырға тура килә.
Әсәһе колхозда эшләй. Эшһөйәр һәм яуаплы ҡатындың бик күп наградалары була, улар араһында – “Герой-әсә”, “Тыл ветераны” исемдәре, “Намыҫлы хеҙмәт өсөн” һәм “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” юбилей миҙалдары. 2000 йылда әсәһе яҡты донъяны ҡалдыра.
Өфө ҡалаһында техник училищены тамамлағандан һуң, Рәлиф Мөхәмәҙуллин хеҙмәт эшмәкәрлеген 1971 йылда яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында электромашинист булып башлай.
Шул уҡ йылдың майында ул Совет Армияһы сафына саҡырыла. Германияла танк ғәскәрҙәрендә өлкән техник-водитель булып хеҙмәт итә. 1973 йылда запастағы кесе лейтенант дәрәжәһендә демобилизациялана. Хәрби иҫәптән өлкән лейтенант дәрәжәһендә төшөрөлә.
Хеҙмәттән һуң Бәләбәй ауыл хужалығы техникумының ауыл хужалығын механизациялауҙы ойоштороусылар бүлегендә уҡый, шулай уҡ Башҡортостан ауыл хужалығы институтында “Иҡтисад һәм ауыл хужалығын ойоштороу” бүлегендә белем ала.
Йәшлек йылдарында яҙмышын Альвера Хәмит ҡыҙы менән бәйләй. 1975 йылда гөрләтеп туй үткәрәләр. Ғүмерен медицинаға бағышлап, фельдшер булып эшләгән ҡатыны күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” исеменә лайыҡ.
Ғаилә башлығы, юғары белем алғандан һуң, ул йылдарҙағы райондың эре хужалығы – “Мәсәғүт” иген совхозының ауыл хужалығы машиналары буйынса механигы итеп тәғәйенләнә. Бер йылдан – күп хеҙмәт талап иткән процестарҙы механизациялау буйынса инженер, ә өс йылдан хужалыҡтың баш инженеры итеп ҡуйыла. Шулай итеп 20 йылдан ашыу ғүмерен бағышлай ул механизация бүлегенә.
Шулай уҡ ул совхоздың эшселәр комитеты рәйесе, партия комитеты секретары, Әләгәҙ ауыл хакимиәте башлығы итеп һайлана һәм эшләй.
Рәлиф Шәрәфетдин улының дөйөм хеҙмәт стажы – 40 йылдан ашыу, шуның 30-ын ул ауыл хужалығына арнаған. Намыҫлы хеҙмәте өсөн йәмәғәт ойошмаларының миҙалдары һәм билдәләре, грамоталар, рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та ауылда әүҙем йәшәүен дауам итә. Мөхәмәҙуллиндар ярҙамсы хужалыҡтарында бал ҡорттары, кәзә, өйрәк, һинд өйрәктәре аҫрайҙар. Ғаилә башлығы балыҡсылыҡ менән мауыға, бәшмәк йыйырға ярата.
Мөхәмәҙуллиндар ғаиләһе ике бала тәрбиәләп үҫтерә, уларға юғары белем алырға ярҙам итә. Ҡыҙҙары Эльвина банк хеҙмәткәре булып эшләй, улы Ренат – Себер яғында инженер-төҙөүсе, Яҡут Республикаһында ер аҫтын үҙләштереүҙә ҡатнаша. Икеһе лә Өфөлә йәшәй.
Ата-әсә балаларын намыҫлы итеп тәрбиәләй, яуаплы һәм бөхтә булырға өйрәтә. Хәҙер биш ейән-ейәнсәрҙәренә лә ошондай тәрбиә бирә Мөхәмәҙуллиндар.

Әләгәҙ ауылынан ҡәҙерле тормош иптәшем, яратҡан атай-олатайыбыҙ РӘЛИФ ШӘРӘФЕТДИН улы МӨХӘМӘҘУЛЛИНды 70 йәшлек юбилейы менән ихлас йөрәктән ҡотлайбыҙ. Һиңә шулай уҡ көслө һәм шат күңелле булып ҡалыуыңды теләйбеҙ. Үҙ ғүмереңдә бик күп матур эштәр башҡарҙың һәм байтаҡ уңыштарға өлгәштең, тик йомғаҡ яһарға бик иртә әле. Алдағы көндәреңдә лә уй-ниәттәр ҡороп, ҡуйылған маҡсаттарыңа ирешеп йәшә. Хоҙай һиңә һаулыҡ, оҙон ғүмер бирһен, бөтә теләктәрең тормошҡа ашһын.
Тормош юлың һәр ваҡыт балҡып торһон,
Яғымлы, шат булһын күңелең.
Оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ менән
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – ярты бәхет, тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Тормош иптәше Альвера,
балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор:Лариса Михалькова