Мәсетле тормошо
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
9 Сентябрь 2022, 14:35

Ябайлығы менән ҡәҙерле

Тормош юлында яҙмыш беҙҙе күп кешеләр менән осраштыра. Ваҡыт уҙыу менән уларҙың ҡайһылары онотола, аралар өҙөлә, ә кешеләргә ҡарата асыҡ, ихлас һәм ябайҙары туғаның кеүек яҡын кешегә әйләнә.

Ябайлығы менән ҡәҙерле
Ябайлығы менән ҡәҙерле

Ошо көндәрҙә нәҡ шундай итәғәтле, мөләйем яҡташыбыҙ үҙенең матур юбилейын ҡаршыланы. Бөгөнгө мәҡәләбеҙ геройы ваҡытында үҙе лә райондаштарыбыҙҙың яҙмышы тураһында күп яҙҙы. Уның исемен ишеткәс, күптәр үҙҙәре хаҡында ҡыҙыҡлы һәм матур мәҡәләләрҙе иҫенә төшөрөр. Аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, барлығы 17 йыл эшләне ул “Мәсетле тормошо” район гәзите редакцияһында. Рәмзиә Рамазанова. Ошо исем-фамилия менән район гәзите биттәрендә бихисап мәҡәләләр донъя күрҙе.
Рәмзиә Нуриман ҡыҙы Башҡорт педагогия институтын тамамлағандан һуң, хеҙмәт эшмәкәрлеген Тайыш мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. Һуңынан 1-се Оло Ыҡтамаҡ мәктәбенә күсә. Йәйге отпуск ваҡытында белемле һәм һүҙгә маһир педагогты редакцияға бер хеҙмәткәр урынына ваҡытлыса эшләп торорға саҡыралар. Бына шулай башлана ла инде уның район гәзите редакцияһында карьераһы. Алсаҡ һәм иғтибарлы ҡатын тиҙ арала коллегалары араһында абруй яулай. Ундағы эшлекле сифаттарҙы күреп, баҫма етәкселеге редакцияла ҡалыуын һорай. Тәржемәсе булып башлаған хеҙмәткәр бер нисә йылдан хаттар бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. Эше буйынса уға күп кешеләр менән аралашырға тура килә. Ул барыһына ла хөрмәт менән ҡарай, штаттан тыш хәбәрселәр менән яҡшы мөнәсәбәттә була һәм бөгөн дә осраш-ҡанда уларҙы ихлас сәләмләй.
Намыҫлы хеҙмәт иғтибарһыҙ ҡалмай – Рәмзиә Нуриман ҡыҙы башҡорт гәзитенә мөхәррир урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Ошо йылдар эсендә ул үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә: изгелекле, ярҙамсыл, яғымлы, һәр кемгә күңелдәрҙе йыуатырлыҡ йылы һүҙен, матур кәңәшен таба. Унан башҡалар тураһында бер ваҡытта ла насар һүҙ ишетмәҫһең, һәр кемдең холҡонда ыңғай яҡты күрә белә. Уның менән аралашыу еңел, иң йәшерен серҙәрҙе ышанып һөйләргә, кәңәшләшергә мөмкин. Йомшаҡ, баҫалҡы холҡо менән ул һәр ваҡыт үҙе тирәләй тыныс мөхит булдыра.
Бөгөн Рәмзиә Нуриман ҡыҙы Баш-ҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә эшләй. Эше бик тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, элекке коллегалары менән аралашыу өсөн ваҡыт таба, йыш ҡына байрамдар менән ҡотлай.
Тормош иптәше Руслан Рәйес улы менән улар балаларына бәхетле бала саҡ бүләк итте. Һөйөүгә төрөнөп, ата-әсә наҙын тойоп үҫкән балалары ата-әсәһенең өмөттәрен аҡланы. Улы ла, ҡыҙы ла юриспруденция йүнәлеше буйынса юғары уҡыу йортон тамамланы. Динар суд системаһында эшләп йөрөй, ә ҡыҙы Ләйсән Дәүләт комитетында хеҙмәт юлын башланы. Бөгөн улар үҙҙәре ғаиләле булып, матур итеп донъя көтәләр. Хәҙер бәләкәс кенә ейәнсәрҙәре олатаһы менән өләсәһен үҙенең ихлас көлөүе, шаян ҡараштары менән һөйөндөрә.
Рамазановтар тыуған яҡтарын онотмай. Ял көндәрендә ҙур ғаилә Оло Ыҡтамаҡ ауылында үҙ ҡулдары менән һалған матур һәм уңайлы өйҙә йыйыла. Ҡунаҡсыл йорттан дуҫ-туғандар өҙөлмәй, улар һәр береһен асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала, ихлас аралашалар.
Ҡайҙа ғына йәшәһәләр ҙә, ниндәй дәрәжәләргә ирешһәләр ҙә, Рамазановтар тыуған ер матурлығының, мөнәсәбәттәр ябайлығының, яҡындар һөйөүенең ҡәҙерен белгән ябай кеше булып ҡалалар.
Зөһрә ҒӘНИЕВА.

Автор:Лариса Михалькова