Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
3 Сентябрь 2022, 09:00

Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре 85 йәшлек юбилейын билдәләй

3 сентябрҙә КПСС-тың Мәсетле райкомы беренсе секретары, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Зәки Ҡадиҡовҡа 85 йәш тула.

Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре 85 йәшлек юбилейын билдәләй
Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре 85 йәшлек юбилейын билдәләй

Зәки Нурихан улы Нуриман районы Рәтеш ауылында тыуған. 1955 йылда Красная Горка урта мәктәбен, һуңынан Бәләбәй ауыл һәм урман хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу техникумын, Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1957 йылда Нуриман МТС-ында бригадир булып башлай. 1966-1971 йылдарҙа 27-се урта һөнәри белем биреү училищеһы уҡытыусыһы һәм Дәүләкән районы ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры була. Фиҙаҡәр хеҙмәтен таныу билдәһе итеп “Намыҫлы хеҙмәт өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.
Биш йыл КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында ауыл хужалығы бүлеге инструкторы булып эшләй, ә 1976 йылда Мәсетле район Советы башҡарма комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнә. Дүрт йылдан КПСС райкомының беренсе секретары була. Был вазифала ул райондың ҙур төҙөлөшөндә ҡатнаша. Уның исеме Абрар Саҙретдинов, Анатолий Фуфаев, Тимерйән Байрамов, Нәҡи Әмиров кеүек етәкселәр менән бер рәттән ауыл хужалығы һәм төҙөлөш индустрияһының заманса етештереү базаһын булдырыу тарихына инде. Был йылдарҙа район баҫыусылыҡ һәм малсылыҡ өлкәһендә иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә.
Райондың был етәкселәре хеҙмәтсәндәрҙе ауыл хужалығының етештереү һәм техник базаһын яңыртыуға, район үҙәген һәм ауылдарын төҙөүгә, төҙөкләндереүгә, социаль-мәҙәни өлкәнең бөтә яҡтарын яңыртыуға йәлеп итә алды.
– 1978 йылда КПСС-тың өлкә комитеты бюроһы Мәсетле районын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү тураһында ҡарар ҡабул итә, – тип иҫенә төшөрә Зәки Ҡадиҡов. – Ошо документҡа ярашлы, беҙ “Ҡарағай” шифаханаһы ҡарамағында быуа төҙөнөк, өс ҡатлы корпус һалдыҡ, ҡаҙанлыҡ эшләнек, Ыҡ йылғаһы аша иҫке күперҙе ремонтлай алдыҡ, Әй йылғаһы аша яңы күпер төҙөнөк, республикала тәүгеләрҙән булып тәбиғи газ сығанағын үҙләштерҙек, район үҙәге урамдарында яҡтыртҡыстар ҡуйҙыҡ һәм ошондай тағы ла күп эштәр башҡарҙыҡ.
Был осорҙа ул БАССР Юғары Советы депутаты, компартияның 26-сы съезы делегаты итеп һайлана. 1981 йылда юғары ҡаҙаныштары өсөн “Почет билдәһе” ордены менән наградлана.
Етәксенең ошо йылдар тураһында хәтирәләре:
– Ул иң яҡшы хеҙмәт йылдары булды. Мәсетле районы халҡы ихлас һәм эшһөйәр. Шулай уҡ ул яҡтарҙың матур тәбиғәте хәтерҙә – мәңгегә ғашиҡ итә...
1984 йылда Зәки Ҡадиҡов Хәйбулла район Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары – ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, ә 1991 йылдан БР Ауыл хужалығы министрлығының механизациялау һәм электр-лаштырыу бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1996 йылда уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеме бирелә.
1998 йылдан “Башсельхозтехника” дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры урынбаҫары булып эшләй. 2007 йылда ул Башҡортостан Республикаһының “Сельхозтехника” предприятиелары һәм МТС музейын ойоштора.
2015 йылда уның республикабыҙҙа машина-трактор станцияларының, “Сельхозтехника” предприятиеларының тарихы һәм уларҙың кадрҙары тураһында бәйән иткән “МТС. Ауылды индустриялаштырыу тарихы” китабы сыға.
Бөгөн Зәки Нурихан улы Өфө районының Чесноковка ауылында йәшәй, хаҡлы ялда.
Светлана СЕРГЕЕВА
әҙерләне.

Автор:Лариса Михалькова