Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
29 Август 2022, 11:05

Хеҙмәте – хөрмәтле, үҙе – маҡтаулы

Әбдрәхим – Мәсетле районының бик матур ауылдарының береһе. Ошо ауылды күтәрер, балҡытыр кешеләре лә бар.

Хеҙмәте – хөрмәтле, үҙе – маҡтаулы
Хеҙмәте – хөрмәтле, үҙе – маҡтаулы

Әй урамының иң күркәм йорттарының береһендә ветеран уҡытыусы Тәскирә Фәхертдин ҡыҙы Зиннәтуллина йәшәй. Август айының ошо көндәрендә ул оло, күркәм юбилейын билдәләй – 85 йәш тула.
Бик матур, емешле ғүмер юлы үткән Тәскирә Фәхертдин ҡыҙы ошо уҡ райондың Иҫке Мишәр ауылында донъяға килә. Мәктәптән һуң Мәсәғүт педучилищеһында уҡытыусы һөнәренә эйә була. Ошонда ғүмерлек тормош юлдашын – Хәйбулла Ғәли улын осрата. Ҡулдарына диплом алған йәш ғаиләне Борғатья ауылына эшкә ебәрәләр. Йылдар үтеү менән тыуған ауылы ғаилә башлығы Хәйбулла Ғәли улын үҙенә тарта. Улар Әбдрәхимгә күсеп ҡайта һәм мәктәптә эш башлай. Зиннәтуллиндар ауылда күркәм йорт һалып инә. Әбдрәхим мәктәбендә пенсия йәшенә еткәнсе уңышлы эшләйҙәр.
Уҡыу йортонда ғына түгел, ауылда ла Зиннәтуллиндар ғаиләһе оло хөрмәт яулап, һоҡланғыс ғүмер юлы үтте. Биш балаға ғүмер бүләк итеп, уларҙы оло тормош юлына оҙаттылар. Оло ҡыҙҙары Гүзәл Хәйбулла ҡыҙы, ата-әсәһе юлынан китеп, Мәсәғүт педколледжында студенттарға математика фәненең серҙәрен асып, уҡыу йортоноң иң яҡшы уҡытыусыларының береһе булып хаҡлы ялға сыҡты. Шулай уҡ улдары Айҙар ҙа, кесе ҡыҙҙары Гөлсибәр ҙә ата-әсәһенең һөнәрен дауам иттеләр. Был матур ғаиләлә ҡыҙҙары Айгөл – табип, ә Айгиз улдары водитель һөнәрен һайлаған. Балалары барыһы ла илебеҙҙең файҙалы кешеләре булып, ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, матур тормош көтәләр. Тәскирә Фәхертдин ҡыҙы оҙаҡ йылдар бер үҙе булыуына ҡарамаҫтан, донъяһын иҫ киткес, һоҡланғыс итеп көтә. Күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр ҙә, татлы емештәр ҙә баҡсаһында йәй буйы үҫә. Йорто һәр ваҡыт таҙа, бөхтә, әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә саҡырып тора.

* * * 

Әбдрәхим ауылында йәшәүсе беҙҙең ҡәҙер- ле әсәй-өләсәйебеҙ ТӘСКИРӘ ФӘХЕРТДИН ҡыҙы ЗИННӘТУЛЛИНАны 85 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Рәхмәт, әсәй, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең!
Ҡотлау менән ҡыҙҙарың Гүзәл, Айгөл, Гөлсибәр, улдарың Айҙар, Айгиз, килендәрең,
кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең һәм бүләләрең.
* * *
Әбдрәхим ауылында йәшәүсе хөрмәтле ветеран уҡытыусы ТӘСКИРӘ ФӘХЕРТДИН ҡыҙы ЗИННӘТУЛЛИНАны юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, бәхетле оҙон ғүмер, балаларығыҙҙың һәм ейәндәрегеҙҙең күңел йылыһын тойоп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Ҡотлап Һеҙҙе тыуған көнөгөҙ менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерегеҙ оҙон булһын, шатлыҡ менән,
Гөрләп йәшәгеҙ матур йыр һымаҡ!
Ҡотлау менән Әбдрәхим мәктәбе
коллективы.

Автор:Лариса Михалькова