Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
29 Август 2022, 14:00

Барыһы өсөн дә рәхмәт!

Ошо көндәрҙә матур ҡатын, талантлы кеше һәм яратҡан әсәй-өләсәй Эльвира Ғимранова үҙенең матур юбилейын билдәләй.

Барыһы өсөн дә рәхмәт!
Барыһы өсөн дә рәхмәт!

Был дата – халыҡ әйтеүенсә, яҙмыш уға ике “бишле” билдәһе ҡуйған көн. Әсәйем был баһаға лайыҡ: ул үҙен талантлы уҡытыусы һәм өлгөлө әсәй итеп күрһәтте.
Ул бала саҡтан уҡ музыкаға ғашиҡ, алты йәшендә фортепиано артына ултыра. Мәскәү консерваторияһын тамамлаған етәксеһе Р. В. Генина уның өсөн илһамландырыусы һәм өлгө булып тора.
1986 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Мәсетле районына юллана һәм Балалар музыка мәктәбендә белгес булып эшләй башлай. Шул ваҡыттан алып 36 йыл үткән. Әсәйем һөнәренә тоғро булды һәм әле лә шулай булып ҡала. Һайлаған юлы өсөн үкенмәй, “фортепиано” класы буйынса тәжрибәле уҡытыусы һәм юғары квалификациялы концертмейстер ул.
Яҡшы уҡытыусы – оҫталыҡ ҡына түгел, балаларға изге мөнәсәбәт һәм яуаплылыҡ та ул. Был сифаттарҙың барыһы ла әсәйемә хас, шуға күрә уны хеҙмәттәштәре, тәрбиәләнеүселәре ихтирам итә. Һәләтле педагогты 1995 йылда директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр, бөгөн дә ул был вазифаны педагогик эшмәкәрлек менән уңышлы алып барыуын дауам итә.
Үҙ хеҙмәтенең баһаһын ул уҡыу-сыларының уңыштарында күрә, музыка өлкәһендә юғары үрҙәргә өлгәшеүҙәренә шатлана. Уларҙың күптәре, “Йәш музыкант”, “Рәсәйҙең һәләтле балалары” кеүек төбәк һәм халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай.
Әсәйем бер нисә эйәрсән-уҡыусылар тәрбиәләгән. Уларҙың күбеһе, һөнәри белем алып, тыуған районына эшкә ҡайтты. Мәҫәлән, бөгөн ошо уҡ мәктәптә Фәриҙә Ғәйнанова һәм Елена Крючкова, Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы балалар баҡсаларының музыка етәкселәре булып Альбина Закирова, Ольга Корякова, Рита Кучерова эшләй.
Төп эшенән тыш, ул Балалар сәнғәт мәктәбенең тынлы бүлек һәм уҡытыусылар вокаль ансамбле концертмейстеры булып тора, районда үткәрелгән барлыҡ сараларҙа ҡатнаша, балалар өсөн хәйриә концерттары һәм кисәләре ойоштора. Бынан тыш, ул – һайлау комиссияһы ағзаһы.
Әсәйебеҙҙең хеҙмәте юғары баһаланыуы ҡыуаныслы: Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, район хакимиәтенең һәм мәҙәниәт бүлегенең почет грамоталарына лайыҡ. 2016 йылда “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” район конкурсында еңеүсе тип танылды, фотоһүрәте рай-ондың “Почет таҡтаһы”ндағы фотогалереяны тулыландырҙы.
Ул бөтә күңелен хеҙмәткә бирә, әммә үҙен яратҡан, изге күңелле әсә булараҡ та күрһәтте. Мине тәрбиәләүгә күп көс һалды, биргән тәрбиәһе һәм алған белемем өсөн уға бурыслымын. Тормошта үҙ юлымды табырға ярҙам итте, кәңәштәр бирҙе, бәлә-ҡазаларҙан һаҡланы, наҙын йәлләмәне. Бының өсөн уға сикһеҙ рәхмәтлемен.

* * *

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле, яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ ЭЛЬВИРА ФЛҮР ҡыҙы ҒИМРАНОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Уға ныҡлы сәләмәтлек, бәхет-шатлыҡ, ғаилә именлеге, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Барыһы өсөн дә рәхмәт һиңә. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ.
Ғүмереңдең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла,
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда.
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – ярты бәхет, тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Иң ихлас теләктәр менән ҡыҙы, кейәүе, ейәндәре.

Автор:Лариса Михалькова