Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
22 Август 2022, 14:20

Уңған Мәүлизә

Шөкөр, районыбыҙҙа олпат йәшкә етеп, 90 йәштәрен ҡаршылаусы инәйҙәребеҙ һәм ир уҙамандары күп. Бына Яңы Мөслим ауылынан Мәүлизә Хәйруллина ла – ошо бәхетлеләр иҫәбендә.

Уңған Мәүлизә
Уңған Мәүлизә

Ул күп балалы ғаиләлә тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң, колхозға эшкә сыға. “Коммунар” иген йыйыу комбайнында эшләй, Оло Ыҡтамаҡ ауылында таштан юл һалыуҙа ҡатнаша, баҫыуҙа көлтә бәйләй, Әй йылғаһы буйлап кәмәлә орлоҡ ташый, Яңы Мөслим гидроэлектростанцияһын төҙөүгә үҙ өлөшөн индерә. Уның өлөшөнә бик күп ауыр эштәр төшә, шуға күрә ауылда уны “уңған Мәүлизә” тип йөрөтәләр.
Хатта хәҙер ҙә ошондай абруйлы йәштә Мәүлизә Мөхәрләм ҡыҙы изге күңелле, яҡты, позитив кеше булып ҡала белә, унда тормошҡа ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү һаҡланып ҡалған.
Тормош иптәше Риза менән бер ул, өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. 2016 йылда ире фани донъяларҙы ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсә. Хәҙер уның һигеҙ ейән-ейәнсәре һәм 16 бүлә-бүләсәре бар. Был – иң ҙур бәхет һәм байлыҡ. Мәүлизә инәй һәр саҡ улар өсөн күңеле, йөрәге менән янып-көйөп йәшәй.
– Беҙҙең әсәй йомшаҡ һәм изге күңелле – донъяла иң яҡшы кеше. Уға ауыр һуғыш йылдарын кисерергә тура килгән. Беҙ уны бик ныҡ яратабыҙ. Ҡәҙерлебеҙҙең 100 йәшлек юбилейын да билдәләргә яҙһын, – ти ҡыҙы Рәилә Әхмәтшина.
Мәүлизә Хәйруллина үҫеп килгән быуын өсөн үҙенең тырышлығы, уңғанлығы менән сағыу өлгө булып тора.
– Туғандарыңды, бәләкәй ватаныңды яратыу, уны көндәлек намыҫлы хеҙмәт менән яҡшыраҡ, матурыраҡ, көслөрәк итергә ынтылыу – оҙон һәм бәхетле ғүмер сере, – ти ул.

Автор:Лариса Михалькова