Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
22 Август 2022, 15:00

Ҡартлыҡтан шатлыҡ табып

Ошо көндәрҙә Теләш ауылынан Гөлсирә Рзбаева 90 йәшлек юбилейын билдәләне. Оҙон ғүмер юлында Гөлсирә Саҙрый ҡыҙы шатлыҡ-ҡыуаныстар ҙа, ауырлығын да кисергән. Уның яҙмышы шул еңел булмаған йылдарҙа йәшәгән күп кешеләрҙең яҙмышына оҡшаш. Ауыр һуғыш һәм унан һуңғы йылдар уны бала сағында, үҫмер йылдарында, йәшлегендә ныҡлылыҡҡа күп һынай.

Ҡартлыҡтан шатлыҡ табып
Ҡартлыҡтан шатлыҡ табып

Әле бөгөн 90 йәшендә лә юбиляр ныҡлы зиһен һаҡлап, тормошҡа оло һөйөү менән ҡарай. Еңел булмаған оҙон хеҙмәт биографияһын бик ентекле хәтерләй.
– Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, белем тураһында таныҡлыҡ алып, хеҙмәт эшмәкәрлегемде колхозда төрлө эштәр башҡарыусы булып башланым. Артабан уҡытырға атай-әсәйемдең хәленән килмәне. Бер эштән дә ҡурҡып торманым, уңған инем, – тип һөйләй ул.
1957 йылда Теләш ауылынан Шәрифулла Рзбаевҡа кейәүгә сыға. Ғаиләлә улдары тыуа. Бөгөн Гөлсирә Саҙрый ҡыҙы өләсәй һәм ҡарт өләсәй – бер ейәнсәре һәм ике бүлә-бүләсәре бар.
– Ҡунаҡҡа килгән ейәндәремде һәм туғандарымды бик ҡыуанып ҡаршы алам. Оло йәштә бигерәк тә һөйләшеп ултырғы килә, – ти Гөлсирә Рзбаева. – Сырхап киткән саҡтар ҙа була инде ул, әлбиттә, әммә үҙемде яҡшы тойһам, эшһеҙ ултырмайым, мейес яғып, хуш еҫле икмәк бешерәм. Туғандарым һәм дуҫтарым менән телефон аша йыш аралашып торам. Аят уҡыйым.
Һәр ваҡыт яҡшы кәйефтә йөрөгән һәм шаян һүҙгә йомарт Гөлсирә инәй үҙенең дәрте менән башҡаларҙы ла дәртләндерә, кәйефтәрен күтәрә. Һәр ваҡыт ихлас йылмайып торған, һөйләшеүгә әүәҫ инәйгә 90 йәш биреп тә булмай.
Гөлсирә Саҙрый ҡыҙы тормошонан бик ҡәнәғәт. Социаль хеҙмәткәр ҙә даими килеп ярҙам итеп тора: өйөн дә йыйыштыра, һыу ҙа килтерә. Бөхтә итеп йыйыштырылған өйөндә рәхәтләнеп йәшәй ветеран. Бик һағынып киткәндә, ҡарап алырға өй түрендә сервантта ейәндәрҙең фотолары тора.

Автор:Лариса Михалькова