Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
16 Август 2022, 09:20

30 йыл бер көн кеүек

Ғаиләлә мөхәббәт һәм аңлашыу булмаһа, бер йыл да мәңгелек кеүек тойола, ә бәхетле парҙар өсөн 30 йыл да һиҙелмәй елеп үтә. Әжекәй ауылынан тыуған еренә һәм ауылдаштарына ҙур һөйөү һәм хөрмәт менән ҡараған Әхйәмовтар өсөн ғаилә тормошо – һиҙелмәй дауам иткән бәхетле йылдар.

30 йыл бер көн кеүек
30 йыл бер көн кеүек

Салауат Марс улы менән Гөлназ Рауил ҡыҙы Өфө ҡалаһында таныша. Дыуан районы Мәсәғүт ауылынан килгән ҡыҙ Башҡорт педагогия университетының беренсе курсында уҡып йөрөгән була, ә Әжекәй егете, училище тамамлап, тепловоздар ремонтлау заводында эшләй.
– Бала сағымда атайым Рауил Ғәбделмән улы һылыу ҡыҙҙар һәм батырҙар тураһында башҡорт легендалары һәм әкиәттәре һөйләй ине, – тип иҫенә төшөрә Гөлназ Әхйәмова. – Уларҙа Салауат батыр тураһындағы хикәйәләр айырым урын биләй. Шул ваҡыттан алып буласаҡ тормош юлдашым уға оҡшап яуаплы, үҙ төйәген яратҡан, тоғро дуҫы – аты булған ир-егет булыр тип хыялландым. Шулай булды ла! – тип йылмая ҡатын.
Ысынлап та, атай кеше буласаҡ ғаилә башлығына уның башҡорт халҡының легендар геройына оҡшауын теләп исем биргән. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: йәштәр студенттарҙың яратҡан урынында – Салауат Юлаев һәйкәле алдындағы майҙанда таныша.
Егет менән ҡыҙ осраша башлай һәм бер йылдан, августа, туй үткәрә. Ғаилә башлығы урман техникумының ситтән тороп уҡыу бүлегенә уҡырға инә. 1994 йылда улар Салауат Марс улының тыуған ауылында төпләнә.
Ғаилә башлығы атаһы һәм ағаһы менән крәҫтиән (фермер) хужалығы аса, малсылыҡ менән шөғөлләнә. Ҡатын урындағы мәктәпкә инглиз теле уҡытыусыһы булып урынлаша. Йәштәр ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҙур булмаған йорт төҙөп сыға. Тиҙҙән Илдар һәм Артур улдары тыуа. 10 йылдан һуң яңы иркен йортҡа күсәләр һәм бөгөн дә шунда ғүмер итә бәхетле пар.
Әхйәмовтар ауыл тормошона һөйөүе менән айырылып тора, үҙ бәхетен улар тыуған ерҙә хеҙмәт итеүҙә күрә. Шуға күрә Салауат Марс улы крәҫтиән-фермер хужалығы асып ебәрә, пилорамаһы ла бар.
2018 йылда тормош иптәше Гөлназ Рауил ҡыҙы ла “Эш башлаусы фермер” программаһында ҡатнашып, грант ала һәм һөтсөлөк фермаһы аса.
Өлкән улдары Илдар ата-әсәһе юлынан китә – уның үҙ хужалығы бар. Ата-әсәһе кеүек ул да үҙ киләсәген ауылдан башҡа күҙ алдына килтермәй. Кесе улдары Артурға хәҙер 17 йәш, ул – автотранспорт колледжы студенты. Әле егет үҙ асылын эҙләү юлында. Ағалы-ҡустылы спорт менән шөғөлләнәләр.
Ирле-ҡатынлы Әхйәмовтар тыуған ауылын төҙөкләндереү эшенә ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй. Улар ауылда аҫылмалы күпер, мәсет, юлдар төҙөүгә ҙур суммала аҡса индерә, эштәрҙең үҙендә лә ҡатнашалар, йыл һайын һабантуй байрамында бағыусы булып торалар, мәктәпте, клубты ремонтлауға аҡсалата һәм материалдар менән ярҙам итәләр, “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһында ҡатнашалар. Урындағы үҙидараны үҫтереүгә тос өлөш индергәне һәм әүҙем ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге өсөн Салауат Әхйәмов Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәшид Ғәтиәтуллиндың Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Педагогик эшмәкәрлеге менән бер рәттән Гөлназ Рауил ҡыҙы 2010 йылдан алып ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе вазифаһын башҡара. Был вазифала ул ауылдаштарына ярҙам күрһәтеүҙе төп маҡсаты итеп күрә. Ул шулай уҡ бик күп маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
– Бәхетле ғаилә булып йәшәү өсөн, әлбиттә, һөйөү булырға тейеш, әммә яратҡан эшең менән шөғөлләнеү ҙә мөһим, – ти ир менән ҡатын.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Ҡәҙерле балаларым Салауат һәм Гөлназ! Өс тиҫтә йыл буйына бер-берегеҙгә ышанысығыҙҙы юғалтмай, тормош юлында осраған ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалманығыҙ. Был йылдар һеҙҙең бары тик бер-берегеҙ өсөн яратылғанығыҙҙы иҫбатлай. Ынйы туйығыҙ – 30 йыллыҡ тормош юлығыҙҙың татлы емеше ул. Һеҙҙе ошо ҙур шатлыҡлы көнөгөҙҙә матур ғаилә байрамы – ынйы туйығыҙ менән ҡотлайым. Тормошоғоҙ татыу, күркәм, тигеҙ һәм бәхетегеҙ оҙон ғүмерле булһын. Алдағы көнөгөҙ именлектә, муллыҡта, татыулыҡта үтеүен, бер-берегеҙгә кәрәк-терәк булып, эшегеҙҙә яңы үрҙәргә ирешеүегеҙҙе теләйем. Улдарығыҙҙың уңыштарына һөйөнөп йәшәргә яҙһын!
Аҡ бәхеттәр теләп, әтейегеҙ.

Автор:Лариса Михалькова