Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
9 Август 2022, 11:00

Беҙҙең матурҡайыбыҙ

Ҡәҙерле, һөйөклө һеңлебеҙ Миләүшә Хәйретдин ҡыҙы Хафизованы 55 йәшлек матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ.Беҙҙең Миләүшәбеҙ гүзәл тәбиғәтле Мәсетле районының Ҡаранай ауылында 1967 йылдың 9 авгусында һуғыш ветераны Мөхәмәтйәнов Хәйретдин Мөхәмәтдин улы һәм тыл, хеҙмәт ветераны Вазифа Шәрәфетдин ҡыҙының татыу матур ғаиләһендә туғыҙынсы төпсөк ҡыҙ бала булып донъяға килә.

Беҙҙең матурҡайыбыҙ
Беҙҙең матурҡайыбыҙ

Бәләкәйҙән сос булып, Әй йылғаһында балыҡтай йөҙөп, туғайында еләк йыйып, бесән сабып, ҡоштар моңон тыңлап, ҡушылып йырлап, йыр-бейеүгә маһир, һомғол буйлы, сибәр, аҡыллы ҡыҙ булып үҫеп етә Миләүшәбеҙ.
Дыуан-Мәсетле урта мәктәбенең 10-сы класын тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһында мәҙәниәт-ағартыу техникумында уҡып, режиссер-ойоштороусы һөнәренә эйә була. Хеҙмәт юлын Дыуан-Мәсетле мәҙәниәт йортонда режиссер, художество етәксеһе булып башлап ебәрә. Тәүге йылда уҡ ул ойоштороп етәкләгән драма коллективы “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” спектакле менән районда, зональ драма коллективтары араһында еңеү яулап, республика кимәлендә ярышта ҡатнашыу бәхетенә ирешә. Йырҙа йырланғанса, Миләүшәнең “йырлауынан һандуғастар көнләшә”. Ул йәш йырсыларҙың Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге конкурсында лауреат исемен ала. Һуңынан, район мәҙәниәт йортонда бер ни тиклем эшләгәндән һуң, яҙмыш елдәре Миләүшәбеҙҙе Оло Аҡа ауылына килен итә. Тормош иптәше Рауфан кейәүебеҙ менән матур итеп йорт һалып инәләр. Миләүшә үҙ эшен асып ебәрә һәм ауыл халҡын “Миләш” магазин-сауҙа үҙәгендә хеҙмәтләндерә.
Шәхси эшҡыуар булһа ла күңелендәге моң, дәрт уны тағы ла мәҙәниәткә тарта һәм туғаныбыҙ Оло Аҡа мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшкә урынлаша. Былтыр районда уҙған драма коллективтары араһында Оло Аҡа мәҙәниәт йортоноң “Сулпан” халыҡ драма коллективы беренсе урын яуланы. Спектаклдә төп ролдәрҙең береһен башҡарҙы ул.
Хоҙай бирһә бирә икән бер кешегә бар яҡшы сифаттарҙы. Ул эшендә – өлгөлө хеҙмәткәр, өйөндә – уңған хужабикә, һөйөклө, тоғро ҡатын, тегенсе, автоледи, баҡсаһында гөл-сәскәләр үҫтереүсе лә. Улына, ҡыҙына, дүрт ейән-ейәнсәренә яратҡан өләсәй, ә туғандары өсөн иң яратҡан, иң ҡәҙерле, иң изге күңелле һеңле, апай, еңгә.

Миләүшәбеҙ беҙҙең, ҡәҙерле һеңлебеҙ! Һиңә ниндәй изге, йылы һүҙҙәрҙе әйтһәк тә аҙ булыр кеүек. Һине ике бишле алған юбилейлы тыуған көнөң менән ихлас ҡотлап, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, Рауфан кейәүебеҙ менән парлы, матур, татыу тормош юлы, эшеңдә уңыштар, бәхет-шатлыҡтар теләйбеҙ. Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ, һоҡланабыҙ, матурҡайыбыҙ беҙҙең, һөйөклө, һөйкөмлө иркәбеҙ!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандары исеменән
Мәүжиҙә апайың, Динар еҙнәң һәм беҙҙең уландар, килендәр.

Автор:Лариса Михалькова